6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Наташа Ковшованың фронттан яҙған хаттары
27.11.08


       Наталья Венедиктовна Ковшова - Башҡортостанда тыуып, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған беренсе ҡатын-ҡыҙ. Ул 1920 йылдың 26 ноябрендә Өфөлә тыуған. Атаһы, Венедикт Ковшов Граждандар һуғышында ҡатнаша, Өфө губком партияһы ағзаһы була, әсәһе - Нина Дмитриевна комсомол юлбашсыһы була, аҙаҡ - партия хеҙмәткәре. Ҡыҙы тыуғандан һуң 1923 йылдың көҙөндә Мәскәү институтының журналистика факультетына уҡырға инә. Кескәй Наташаны башта өләсәһе Валентиновна Ивановна тәрбиәләй һәм аҙаҡ ул да Мәскәүгә, Нина Дмитриевна янына күсә. Шулай итеп, Наташа Ковшова Мәскәүҙә йәшәй башлай. Баш ҡалала Наташа Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы тураһында ишетә. Наташа мәктәпте тамамлағандан һуң авиация институтына инергә йыйына, әммә уға снайперҙар мәктәбендә уҡырға тура килә. 1941 йылдың декабрендә ул үҙ теләге менән коммунистик батальонға инә һәм үҙенең ҡыҫҡа хәрби юлын уның менән үтә.
       Беҙ уҡыусыларыбыҙға яҡташыбыҙ снайпер Наташа Ковшованың батырлығы тураһында һөйләгән инек. Әммә уның әсәһенә һәм өләсәһенә фронттан яҙған хаттары тураһында беренсе тапҡыр бәйән итәбеҙ. Был төп кеше документтары. Хаттарҙа йыш ҡына Маша телгә алына. Ул Мария Поливанова, Наташаның әхирәте, шулай уҡ снайпер, улар бергә яу яланында һәләк була.
       Наташа Ковшова фронттағы эштәр тураһында нимә һөйләгән?
       "... Беҙҙең подразделение ҡасып барған гитлер аҡтығы артынан икенсе рубежға күсте. Беҙ хәҙер ауылда йәшәйбеҙ, ә бер ярым километр алыҫлыҡта һуғыш бара. Фашист йыртҡыстары ҡулы аҫтында булған урындағы халыҡ ҡот осҡос хәлдәр тураһында һөйләй. Беҙҙең хужабикәгә бер ҡатын килде, уның ҡустыһын һәм тағы ла уның дүрт иптәшен (14-15 йәшлек) көндөҙгө сәғәт дүрттән һуң урамда йөрөгән өсөн әҙәм аҡтыҡтары атып үлтергән...
       1941 йыл, 28 декабрь".
       "... Беҙ әле һуғышта булманыҡ, ә шул тиклем ныҡ кейенгәнбеҙ, беҙҙе бер ниндәй ҙә һыуыҡ аяҡтан йыға алмаясаҡ. Һәйбәт ашаталар. Ваҡытты бушҡа үткәрмәйбеҙ - алдағы һуғыш өсөн үҙебеҙҙе сыныҡтырабыҙ, саңғыла йөрөйбөҙ, атабыҙ, һуғыш ҡоралының матди өлөштәрен тағы ла яҡшыраҡ үҙләштерәбеҙ. Ошо көндәрҙә беҙҙә инспектор атыуҙар булды. Беҙҙең подразделение яҡшы ата. Мин "яҡшы" билдәһе алдым.
       Әле Яңы йылға әҙерләнәбеҙ. Әгәр алға күсмәһәк, яҡшы кисә буласаҡ. Урын эҙләп ҡуйҙыҡ. Әгәр күсә ҡалһаҡ, етмәһә һуғышҡа булһа, был минең өсөн иң яҡшы Яңы йыл кисәһе буласаҡ. Ҡорсаңғыларҙы ҡурғашлы яңы йыл бүләктәре менән ләззәтләнеп атасаҡмын...
       1941 йыл, декабрь".
       "... Һәр һуғыш беҙҙең еңеү менән бөтә. Гитлерсылар, бешекләнгән тараҡан кеүек, бөтәһен дә ташлап ҡаса. Беҙ алты ауылды алдыҡ инде. Яугирҙар һәм командирҙар үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтте: батырлыҡ, түҙемлелек һәм тоғролоҡ - был сифаттар һәр  кем өсөн мотлаҡ. Санитаркалар - ысын геройҙар иҫәпһеҙ-хисàпšûƒ пулялар һәм миналарҙың шартлауы аҫтында улар яугирҙар менән бергә бара, яралыларҙы бәйләй, уларҙы уттан алып сыға.
       Беҙ Маша менән гел бергә. Ул яҡшы әхирәт - ҡыйыу һәм зирәк, һуғышта уның менән ҡурҡыныс түгел, бәлә-ҡазала ул ташламай.
       Мин элеккесә ышанам, минең менән бер нәмә лә булмаясаҡ, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ...
       1942 йыл, 25 февраль".
       "...Минең эштәр һәйбәт. Яраларым уңалды, һул ҡулдағы яра ғына уңалманы әлегә... 15-16-һында частҡа барыра уйлайым.
       ... Һәм мин тағы ла һуғышҡа бара алам...
       1942 йыл, 9 июнь".
       Наташа Ковшова һәләк булғанда уға 22 йәш тулмаған була. Уның әсәһенә һәм өләсәһенә яҙған хаттарында яҡындарын, тыныс тормошто һағыныуы һиҙелә.
       "... Минең ҡәҙерле әсәйем!
       Бөгөн мин һинән хат алдым. Ул шундай йылы хат. Һәр юлдан минең күңелемә рәхәт һәм яҡты булып китә. Әсәй, беҙ Маша менән һәйбәт йәшәйбеҙ, беҙ һәр саҡ бергә. Ер өйҙә йәшәйбеҙ, мейес яғабыҙ, бөтә туған-тыумасаны, яҡындарҙы иҫкә алабыҙ, фàøèñòàð артынан һунарға сығабыҙ, ҡара көртмәле йыябыҙ (ваҡыт булғанда).
       Һунарҙа ике көн булдыҡ. Маша менән бергә 11 фашисты юҡ иттек. 11 июлдә төнөн һуңлап өйгә ҡайттыҡ. Машаның температураһы 39,4-кә күтәрелде. Мин төнө буйы йоҡламаным. Иртән табип саҡырҙыҡ - үпкә шешå¼å. Бына шулай һунар иттек! Сульфидин сирҙе еңде. Был шәп средство... Хәҙер бөтәһе лә һәйбәт.
       Маша һиңә сәләм юллай һәм һине үбеп ҡала. Маша һәр саҡ минең менән, был минең өсөн ҙур бәхет... Һиңә бергә төшкән фотографияны һалам...
       Әсәй, һау булып тор. Һине үбеп ҡалабыҙ. Һинең снайперҙарың Маша һәм Наташа.
       Төньяҡ-Көнбайыш фронт, 1942 йыл, 25 июль".
       Ә был хатты Наташа Ковшова өләсәһе Валентина Ивановнаға яҙған.
       "... Ҡәҙерле өләсәйем минең!
       Миңә яҙған йылы хаттарың өсөн һиңә ҙур рәхмәт. Мин һеҙҙе барығыҙҙы ла һағындым, һәм шуға күрә хаттың һәр юлы - миңә йыраҡтан осоп килгән иркәләү һәм һөйөү киҫәге ул, улар миңә ҡәҙерле. Мин иҫән-һаумын. Фашист йыртҡыстарына булған нәфрәтем көндœн-көн арта. Беҙҙең снайперҙар төркөмө бер айҙа 245 фашисты юҡ итте. Командирҙар беҙҙең менән ҡәнәғәт.
       Әле беҙ ял итәбеҙ. Беҙ Маша менән бәләкәй генә ер аҫты өйөндә айырым йәшәйбеҙ. Ул тауҙа урынлашҡан. Бөтәһе лә һәйбәт булыр ине, әгәр ямғыр яумаһа. Иртәнән ҡара кискә тиклем ҡоя... Бындағы урындар матур: ҡалҡыулыҡтар, йырынтылар, йылғалар, урмандар һәм аҡландар, был ерҙә сәскә, еләк һәм бәшмәк күп үҫә. Беҙ бында килгәс (фронттан 15 километр алыҫлыҡта), Маша менән ике ҡаҙан ер еләге йыйҙыҡ. Матурлыҡ!
       Өләсәй, һин үҙеңде ҡара, ауырыма һәм үҙеңдең һаулығың тураһында миңә йышыраҡ яҙ. Мин һине ныҡ яратам. Һин үҙеңде һаҡла...
       Һеҙҙе яратып, Наташа.
       1942 йыл, 30 июль".
       Наташа Ковшова фронттан яҙған был хат һуңғыһы.
       "Минең ҡәҙерле әсәйем!
       Бөгөн мин фотография һалған хатыңды алдым. Һин хаҡ - миңә фотографияға ҡарау күңелле...
       Беҙ яҡынса 115 киломеòрға күстек, һәм хәҙер икенсе армия менән башҡа урынға урынлашабыҙ. Бында һаҙлыҡ, тубыҡҡа тиклем бысраҡ. Бында ла һуғышасаҡбыҙ. Аҡса мәсьәләһенә килгәндә, һин миңә әйтмә. Аҡса һиндә булһын, кәрәк булған әйбер алырһығыҙ. Улар миңә һуғыштан һуң ғына кәрәк буласаҡ: күлдәк алырға!
       Һине үбеп ҡалам, Наташа.
       1942 йыл, 13 август".
       Наташа Ковшова Новгород өлкәһе янында барған һуғышта 14 августа һәләк була.
       Наташа өләсәһенә яҙған бер хатында шундай юлдар бар: "Һинең Наталкаң бер ваҡытта ла ғаилә намыҫына тап төшөрмәйәсәк һәм уның хәрби үткәнен хур итмәйәсәк. Ҡурҡыныс ҡаршыһында һис бер ваҡытта ла юлдан боролмаясаҡ...".
       Ул был һүҙҙәрҙе үҙенең батырлығы менән иҫбатланы.
       14 августа беҙҙең частар һөжүмгә барҙы. Яугирҙар менән Наташа һәм Маша булды. Ҡыҙыу һуғыш барҙы. Снайперҙар төркөмө командиры һәләк була. Командованиены Наташа ҡабул итә. Ҡыҙҙар тиҙҙән яралана. Улар янына эскән фашист һалдаттары яҡынлаша. Ҡыҙҙар һуңғы гранатаны шартлата. Һөҙөмтәлә гитлерсылар ҡыйратыла, әммә шартлауҙан Наташа һәм Маша һәләк була. Ҡыҙҙарҙың һуңғы батырлығы тураһында иҫән ҡалған яралы һалдат һөйләне.
       Өфөлә Советтар Союзы Гåройы Наташа Венедиктовна Ковшова тураһында хәтер һаҡлана. Баш ҡала урамдарының береһе уның исемен йөрөтә, таҡтаташ асылған. Шуныһы үкенесле, яҡташыбыҙҙың тормошо һәм батырлығы тураһында һөйләгәндә, ҡайһы саҡта уның онотолған фронт хаттарын файҙаланмайҙар.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал