6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Теләгәнеңде һайла
27.11.08


       Ирина Ивановнаның фамилияһы ябай - Иванова. Әммә ул үҙе үҙенсәлекле, рухи яҡтан камил кеше, гүйә әкиәттәге изге фея. Һәм махсус урында эшләй - байрам һәм матурлыҡ мөхитендә. Ул үҙенә девиз һайлаған: "Һәр кешенең эсендә матурлыҡ булырға тейеш".
       Ысынлап та, эске матурлыҡ тышҡыһына ҡарағанда мөһимерәк. Шағир Николай Заболоцкий йәмһеҙ ҡыҙыҡай тураһында шиғырында был турала матур әйткән. "Матурлыҡ бар ул, һәм ни өсөн кешеләр уны илаһилаштыра? Ул һауыт, унда бушлыҡ, йәки һауытта емелдәгән ут? Был юлдарҙы хәтерләйһегеҙме?
       Мин Ирина Ивановна менән "Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры" конкурсында таныштым, унда ул үҙенең бизнесы тураһында илһамланып һөйләне. Һәм миндә кешеләргә матурлыҡ булдырыуҙа һәр көн ярҙам иткән ғәжәйеп ҡатын тураһында күберәк белеү теләге уянды. Мин иртәнге сәғәттәрҙә уның предприятиеһына, дөрөҫөрәге магазин-складҡа килдем. Был магазин тураһында элек белмәгәнемә бер аҙ үкенеп тә ҡуйҙым. Бында һәр байрамды үҙенсәлекле итерлек әйберҙәр күп. Гирляндалар, плакаттар, сулпылар, хикмәтле һауа шарҙары, бүләктәр өсөн ҡаптар һәм пакеттар, карнавал битлектәре, яһалма ялтырауыҡтар... Һәм төрлө-төрлө открыткалар. Фантастика!
       - Мин үҙ бизнесымды 1999 йылда башланым, - тип һөйләй Ирина Иванова. - Эшем кешеләргә шатлыҡ килтерһен һәм ыңғай заряд бирһен - былар минең өсөн мөһим. Шуға күрә мин байрам аксессуарҙары һата торған магазин асырға булдым. Башта сәскәләр төрөүҙән башланым. Миңә сәскә гөлләмәһен гәзиткә йәки башҡа ҡағыҙға төрөү оҡшамай ине. Бүләктәр менән дә шулай уҡ.
       Ирина Ивановна үҙенең бизнесын асып, башта ниндәйҙер кимәлдә баҙнат итмәй тора. Кешеләр яңы ғына иҡтисади көрсөктән арынды, кәрәкле әйбергә аҡса етмәгән ваҡыт. "Байрам ваҡыты түгел", - тип икеләнә эшҡыуар.
       - Әммә мин, күрәһең, йәмғиәттә ыңғай үҙгәрештәргә һыуһаған ҡарашты һиҙгәнмендер. Һәм миңә килделәр! Кемдер байрам төргәге, кемдер байрам саралары - туйҙар, юбилейҙар, тыуған көндәр, ғаилә даталары өсөн биҙәүестәр артынан. Һатып алыусылар үҙҙәре үк магазинда күрергә теләгән әйберҙәр хаҡында белдерҙе. Һәм беҙ яңы тауарҙарға килешеү төҙөнөк, ассортиментты тырышып тулыландырҙыҡ, - тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем.
       Бәләкәй предприятиеның уңышына уның ҡайҙа урынлашыуы ниндәйҙер кимәлдә булышлыҡ итә: магазин-склад Өфөнөң үҙәк бер урамында, "ҡыҙыл линияла" урынлашҡан. Ирина Ивановнаның эше баштан уҡ уң барҙы: ул магазин өсөн урын эҙләгән ваҡытта бер бина бушаған мәл була, һәм уға был магазинды Муниципаль милек менән идара итеү буйынса комитетында льготалы хаҡ менән ( уның майҙандары подвалда урынлашҡан) ҡуртымға бирәләр.
       - Беҙҙең ҡарамаҡта 93 квадрат метр, - ти предприятие директоры. - Беҙ уның өсөн айына 22 мең һум түләйбеҙ. Һалымды ла âàºûòûíäà түләп барабыҙ. Беҙҙе бер нәмә борсой: был бинаны һатып алырға рөхсәт итерҙәрме? Беҙҙең аҫта торлаҡ йортҡа ҡараған коммуникация бит. Әле минең улым - буласаҡ юрист - бөтә был нескәлектәрҙә төшөнөргә һәм документтарҙы дөрөҫ теркәргә тырыша. Дәүләт Йыйылышы депутаттары, 159-сы Федераль закондың төбәк редакцияһын ҡарап, эшҡыуарҙарҙың үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе һәм ҡуртымға алынған майҙандың бер мең квадрат метрына тиклем һатып алыуҙы раҫланы. Был дөрөҫ ҡарар.
       Ирина Ивановна, үҙ бизнесын башлағанға тиклем, врач-эпидемиолог булып эшләгән. Екатеринбургта медицина институтын тамамлаған. Аҙаҡ ул ире менән Өфөгә күсеп килә. 90-сы йылдарҙа табибтарҙың эш хаҡы түбән була, шуға күрә ул медицинанан китә. Әммә ул өйҙә оҙаҡ ултырмай - үҙенең эшен аса.
       Әле предприятиела ун кеше эшләй - бөтәһе лә ҡатын-ҡыҙҙар. Коллективта бер генә көслө зат - "Газель" водителе. Үҙ транспортыңдың булыуы яҡшы, сөнки, складҡа тауар ташыуҙан тыш, клиенттарҙың заявкаларын да үтәргә кәрәк. Ике йыл элек кесе производство асылды: автомобилдәргә матур таҫмаларҙан һәм яһалма сәскәләрҙән туй биҙәүестәре әҙерләү. Изделиеларға һорау ҙур: улар матур, төрлө-төрлө һәм хаҡтары ла арзан.
       - Беҙ башлыса күмәртәләп һатып алыусылар менән эшләйбеҙ, - ти Ирина Ивановна. - Беҙҙең продукция артынан Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Күмертау, Октябрьский, Бәләбәй, Туймазынан, шулай уҡ күрше өлкәләрҙән дә киләләр. Ә беҙ тауарҙы Мәскәүҙән алып ҡайтабыҙ. Беҙгә ундан ашыу, шул иҫәптән халыҡ-ара фирмалар ҡуя. Өфөнөң байрам индустрияһы менән шөғөлләнгән эре предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
       Ирина Ивановна хәйриә менән дә шөғөлләнә. Балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн байрам үткәреүҙә ярҙам һорап киләләр. Үткән йылда, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы йылында, уның предприятиеһы магазин янындағы территорияны үҙ иҫәбенә төҙөкләндерҙе. Төҙөкләндереүгә 500 мең һум аҡса тотонолдо.
       Ирина Ивановна БР Ҡатын-ҡыҙ-эшҡыуарҙар ассоциацияһы, Өфө Эшҡыуарҙар союзы ағзаһы булып тора. Ул Өфөнөң Октябрь районы Эшҡыуарҙар союзы советына һайланған. Һәм ул даими уҡый, курстарҙа һәм семинарҙарҙа, Мәскәү күргәҙмәләрендә була, махсус әҙәбиәт өйрәнә, үҙенең белемен даими күтәрә.
       - Бәхеткә күрә, беҙ административ кәртәләргә осраманыҡ, - ти Ирина Ивановна. - Бәлки, беҙҙең бизнес үҙенсәлеклелер. Дөрөҫ, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты булараҡ беҙ хоҡуҡи яҡлауҙы тоймайбыҙ. Ҡайҙалыр эстә ҡурҡыу бар: әгәр минең тыныслығым бөтһә? Әммә мин оптимист, һәм был кире фекерҙе ситкә ҡыуам. Киреһенсә, бизнес тиҙ темпта үҫергә тейеш, тип ышанам, һәм, минең уйымса, бының өсөн күп эшләнелә.
       Ирина Ивановна финанс көрсөгө тураһындағы һорауға былай яуап бирҙе:
       - Беҙ кредит алмайбыҙ, үҙ средстволарыбыҙға иҫәп тоторға өйрәнгәнбеҙ. Шуға күрә финанс көрсөгөнән нигә ҡурҡырға? Ә кешеләр туй, юбилейҙар, ғаилә байрамдары үткәрә, артабан да үткәрәсәк. Тимәк, беҙгә уларҙың юлы төшәсәк.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал