6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Власть менән диалог
27.11.08


       Күптән түгел БЮТ каналында "Власть менән диалог" проекты старт алды. Бында аҙна һайын министрлыҡтар башлыҡтары журналистар менән осрашыуға киләсәк һәм матбуғат һорауҙарына яуап бирәсәк.
       Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков көн элгәре төшөрөлгән тапшырыуҙың геройы булды. Студияла ултырған журналистар төшөрөү алдынан министрлыҡ башлығының тулҡынланыуын һиҙмәй ҡалмағандыр. Әммә аҙаҡ, "власть" диалог башланыу менән бер аҙ дәртләнә төштө, рухы нығынды һәм журналистарҙың һорауҙарына аныҡ һәм эште яҡшы белеүе менән яуап бирҙе. Ҡыҫҡаһы, Андрей Александрович, һәр ваҡыттағыса, юғарыла булды, әммә ҡай саҡта яуаптан тайпылды.
       Тапшырыу хәрәкәтсән булды, туҡтап тороуҙар, аныº ҡуйылмаған һорауҙар һәм аңлайышһыҙ яуаптар булманы.
       Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һаулыҡ һаҡлау министрына бер-бер артлы һорау яуҙырҙы. Журналистар, Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө алдынан, республикала был көн сиктәрендә ниндәй саралар үткәреләсәген, шулай уҡ төбәктә ВИЧ-инфекцияһы таралыуы буйынса ìèíèñòðƒû¾ күҙаллауҙарын белергә теләне.
       Министрҙың яуабы буйынса, быйыл беҙгә 1 декабрҙән - Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнән ғәҙәти булмағанды көтөргә тура килмәйәсәк. Быйыл республика райондарында һәм ҡалаларында ВИЧ-инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш темаһына арналған саралар үтәсәк.
       Һорауҙың икенсе яртыһына килгәндә, Андрей Евсюков республикала ВИЧ-инфекциялылар һанын килтерҙе. Беҙҙә ВИЧ буйынса хәл бер аҙ тотороҡло, күршеләрҙәге кеүек ул хәтле ҡурҡыныс түгел. Волга буйы федераль округында республика ВИЧ таралыуы буйынса артта ҡалыусылар араһында. Министр һүҙҙәренә ҡарағанда, беҙҙә СПИД-ты иҫкәртеү хеҙмәте яҡшы кимәлдә эшләй.
       Шулай итеп, Өфөлә Республика СПИД-ºà һәм éîîøëî ауырыуҙарà ºàðøû көрәш һәм уларҙы иҫкәртеү үҙәгенән тыш, быға оҡшаш үҙәктәр Белоретта һәм ВИЧ-инфекцияға "бай" ҡалала - Күмертауҙа әүҙем эшләй. Бынан тыш, беҙҙә республиканың төрлө райондарында һәм ҡалаларында урынлашҡан 18 лаборатория иҫәпләнә, унда ВИЧ-ҡа һәм гепатитҡа ҡан тикшерелә.
       - "Һаулыҡ" милли проекты сиктәрендә беҙ ретровирусºà ҡаршы терапия алабыҙ, һәм бөгөнгө көндә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә алдыҡ, - ти Андрей Евсюков. - ВИЧ-инфекциялыларҙың һәр береһенә лә бындай терапия кәрәкмәй. Әле 800 кеше бындай дауа ала һәм, элек бындай терапияны ҡулланыу иҫәбенә сирлеләрҙең ғүмерен 12-15 йылға оҙонайтыуға өлгәшелгән булһа, ә бөгөн, заманса препараттар ярҙамында - 25 йылға тиклем...
       Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры һүҙҙәренә ҡарағанда, ватан медицинаһы алдында ҙур бурыстар тора, бында иң мөһиме - ауырыуҙы иҫкәртеү.
       - Һәр кеше үҙенең һаулығын баһалаһын ине, беҙ быға өйрәтергә тырышабыҙ, - ти Андрей Евсюков. - Беҙҙең өсөн шулай уҡ медиктарҙың беренсел звеноһын үҫтереүҙе дауам итеү мөһим, сөнки медицина ярҙамының 70 процентын нәҡ беренсел звено табибтары күрһәтә бит. Милли проект һәм эш хаҡына яҡшы өҫтәмә арҡаһында был тармаҡҡа күп белгестәр килде. Әле беренсел звено табèбының эш хаҡы 19 мең һумдан ашыу.
       Ауыл ерендә кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, улар етешмәй. Республиканың 34 районында андроурологтарға, педиатрҙарға, гинекологтарға һәм акушер-гинекологтарға ҡытлыҡ. Проблема етди, районға белгесте йәлеп итеү өсөн, уға йәшәү һәм эшләү өсөн шарòтар булдырырға кәрәк.
       Министр һүҙҙәренә ҡарағанда, йәш табибтарға торлаҡ биреү буйынса бер аҙ алға китеш бар. Ҡайһы бер муниципаль берәмектәрҙең башлыҡтары йәш белгестәргә фатир биреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
       Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрына донъя финанс көрсөгөнә ҡағылышлы һорауҙар бирелде. Медицинаға финанс көрсөгө тәьҫир итмәҫме? Дарыуҙар менән өҫтәмә тәьмин итеүҙе финанслау күләме кәмемәҫме? Журналистарҙы ошо һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.
       - Юҡ, - тип тынысландырҙы министр, - көрсөк йоғонто яһамаясаҡ. Граждандарҙы өҫтәмә льготалы тәьмин итеү сығымдары киләһе йыл бюджетына һалынған, һәм был средстволарҙы беҙ тулы күләмдә аласаҡбыҙ.
       Журналистар араһынан хәйләле һорау биреүселәр ҙә булды. Миҫал өсөн, Андрей Александровичты "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһының финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген тикшереү тураһында бәйән итеүен һоранылар. Әле шифахана Эске эштәр министрлығы тарафынан тикшерåëә. Һаулыҡ һаҡлау министры шифахана хеҙмәткәрҙәрене¾ эшенә һәм хатта министрлыҡ ойошторған тикшереү йомғаҡтары буйынса аңлатма һәм баһа биреп торманы.
       - Эске эштәр министрлығы үткәргән тикшереү йомғаҡтарын көтәйек, һәм унан һуң һөйләшербеҙ, - тип тәҡдим итте Андрей Евсюков. Журналистарға ðèçàëàøûðà тура килде...
       Балаларҙың яңы тыуған осоро тураһында һ³йләгәндә, беҙҙә шулай уҡ һәйбәт. Неонаталь скрининг - ул нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙы асыҡлау өсөн яңы тыуған балаларҙы тикшереү. Быйыл республикала 47 мең бала тыуған, шуның 27 меңе ошондай тикшереү үткән, өс балала нәҫелдән килгән ауырыу асыҡланған.
       Студияла власть менән ошондай диалог, һис шикһеҙ, кәрәк. Журналистарҙың һорауҙары, улар властü вәкиленә исемләнә, һәр көн тиерлек ниндәй ҙә булһа проблемаға осраған ябай кешеләрҙең фекерен сағылдыра бит.
       Ҡайһы бер журналистар хатта үҙ уҡыусыларының хаттары менән килгәйне. Мәҫәлән, ни өсөн кемгәлер лапароскопия бушлай үткәрелә, ә кемдер ошондай уҡ операция өсөн 10 мең һум түләй...
       Һаулыҡ һаҡлау министры был мәсьәләне асыҡларға вәғәҙә итте. Медиктарҙың законға ярашлы эш итеүендә шикләнеүҙәр килеп тыуған осраҡта, министр тейешле документтар һәм ғариза менән БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына йәки БР буйынса "Росздравнадзор"ға мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал