6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар

Ҡоштар осҡан бейеклектән Тыуған илгә күҙ һалһаң...
23.03.04


       Ҡоштар осҡан бейеклектән минең Тыуған илем айырыуса гүзәл ! Бигерәк тә Белорет районы өҫтөнән осҡан ваҡытта. Ҡыҙыҡһыны п "ҡәйнә телен" - Елмерҙәк тауы эргәһенән үткән юлды эҙләйем . Ҡар баҫҡан йылға буйҙары, тауҙар, урмандар - барыһы бергә иҫ киткес биҙәккә әүерелә. Хатта аҡ еп булып һуҙылған газ үт кәреү тобалары ла тәбиғәттең мөһабәтлелегенә ҡамасаулай алма й.
       Ҡоро һоҡланыу ауаздары тиһегеҙме АН - 2 бортынан барыһы ла тап мин әйткәнсә күҙ алдына баҫа. Тик йәшәгән еребеҙҙе бе йеклектән күҙәтеү бәхете һәр кемгә теймәүе генә йәл. Ә бына Өфө - Белорет - Өфө маршруты менән агитация маҡсатында осоуҙ а ҡатнашыусыларға бындай бәхет йылмайҙы. "Кукурузник" бортын да "Авиация Рәсәй Президенты яҡлы" авиация үҫешенә ярҙам ите ү фонды рәйесе Клим Ғәлиуллин, БР Президенты хакимиәтенең те рритория һәм кадрҙар буйынса баш белгес Мансур Белалов, урын дағы авиация предприятиелары һәм республика матбуғат вәкилдә ре лә бар ине. Осоуҙы ойоштороусы - үрҙә әйтелгән фонд, уның
       идаралығында Рәсәйҙең атҡаҙанған осоусылары, банк белгестәр е, авиация заводы директорҙары, конструкторҙар тора. Башҡорт останда был идеяны "Башҡорт авиалиниялары" һәм "Өфө авиалини ялары" авикомпаниялары хуплап ҡаршы алды.
       Әгәр акция президент һайлауҙары алдынан үтһә, бер ниндәй ҙә һорау тыумаҫ ине, моғайын. Әммә ил башлығы өсөн тауыш бир еүҙән тыш уның менән бергә эшләргә, идеяларын тормошҡа ашыры рға ярҙам итергә лә кәрәк бит.
       Фонд авиаторҙарҙы һәм авиацияны яратыусыларҙы берләштерә.
       Үҙ ваҡытында "Комсомолец - самолетҡа!" тигән лозунг булғаны
       билдәле. Хәҙер комсомолдар юҡ, әммә йәштәр ҡалды бит. Яңы, заманса самолеттар барлыҡҡа килгәс, үҙ эше өсөн яныусы алмаш
       та кәрәк буласағын оноторға ярамай.
       Акцияны ойоштороусылар ниңә, әйтәйек, вертолеттар төҙөү ҡалаһы Күмертауҙы түгел, ә металлургтар ҡалаһын һайлаған тиг ән һорау тыуыуы ихтимал. Беренсенән, Белоретта әле һуғышҡа т иклем үк тәүге аэроклуб эшләп килгән, һуңынан ул Стәрлетамаҡ ҡа күсерелгән. Ул ваҡытта энтузиастар аҡса йыйып самолет һат ып алған һәм уға"Белорет эшсәне" тип исем биргән. Белорет ҡа лаһының тарихында осоусылар бик күп, Советтар Союзы ваҡытынд а Белореттан көнөнә унар рейс яһала торған булған. Икенсе сә бәп - фонд рәйесенең Белорет районы Сәрмән ҡасабаһынан булыу ындалыр. Бәләкәй авиацияның тергеҙелеүе һауа туризмынан башл аныуын да оноторға ярамай. Ә беҙҙә тағын килеп шифаханаларға
       һауа транспорты маршрутын асыу ҙа ҡамасауламаясаҡ. Әйтәйек,
       Рәсәйҙең иң яҡшы курорттарының береһе булған Абҙаҡҡа ( үткә н ял көндәрен Рәсәй Президенты Владимир Путин бында үткәргә н тигән хәбәрҙәр йөрөй).
       Белореттың ташландыҡ аэропортында осоуҙа ҡатнашыусыларҙы берләшкән хакимиәт башлығы Николай Максимов, Белорет халҡы һ әм хатта Сәрмән ҡасабаһындағы балалар йортонда тәрбиәләнеүсе
       малайҙар ҙа ҡаршы алды.
       Ҡалала ҡунаҡтар геройҙар аллеяһындағы мәңгелек ут эргәһен ә сәскәләр һалды. Был урын Белорет халҡы өсөн иң изгеләрҙең береһе.
       Ҡунаҡтар килеүенә махсус рәүештә ҡаланың картиналар гале реяһында заман самолеттары фотографиялары күргәҙмәһе эшләнгә н ине. Клим Ғәлиуллин Сәрмән балалар йортона 32 самолет мод еле бүләк итте. "Өфө авиалиниялары" авиакомпанияһының генера ль директоры урынбаҫары Борис Шәңгәрәев та балаларға бүләк -
       осоусы Валерий Гудошниковтың китабын - тапшырҙы.

Марият Артюхова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал