6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Транспорт

Милли ташыуҙар үҙенсәлеге
26.11.08


       Пассажирҙар өсөн ҡала транспорты төрҙәренән нимә иң мөһиме булып тора? Был турала уйлағанығыҙ бармы? Беҙ, моғайын, бер фекерҙә булырбыҙ: беренсе урында - беҙҙең хәүефһеҙлек, аҙаҡ юлдағы уңайлылыҡ һәм салондың таҙалығы. Аҙаҡ өҫтөнлөктәрҙең тура килмәүе ихтимал - күңелгә ятышлы музыка, галстук таҡҡан водитель, буш урындарҙың булыуы, уңайлы маршрут - былар барыһы ла өҫтәмә сервис өлкәһенән.
       Хәйер, әлегә уның ҡайғыһы юҡ беҙҙә. Әйтәләр бит - "иҫән генә булайыҡ"! Әммә был ябай фраза иртәнге сәғәттәрҙә елдәй елгән маршруткаға ултырған кешенең әлеге ваҡытҡа тиклем кәйефен сағылдыра, үкенесле. Был бер! Беренсе ултырыу урыны өҫтөндәге тимер яңаҡҡа маңлай менән бәреләһең. Ике! Автобус соҡор-саҡырҙа түшәмгә тиерлек һикертә. Өс! Водитель, пассажирҙарҙы 90 градуслы мөйөшкә эйелергә мәжбүр итеп, кинәт тормозға баҫа. Бына шулай автобустан сығаһың һәм "автомобиль һатып алырға ваҡыт етте... Йәки, бәлки, йәйәү йөрөргә кәрәк", тип үҙеңә әйтеп ҡуяһың.
       Юл-транспорт ваҡиғаларының борсоулы статистикаһы (иҫкергән техниканы файҙаланыу һөҙөмтәһе), конкурентты уҙып китеү теләге менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙар - былар бөтәһе лә шәхси ташыусылар тураһында. Һәм был кисә, бер йыл элек башланманы - ә шәхси эшҡыуарҙар һәм яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр дәүләт баҙарына сыҡҡас, ун йыл элек башланды.
       Аҙаҡ нисек булды - һөйләп тороу кәрәкмәҫтер, моғайын. Башта һары "гармошкаларҙы" тиҙ йөрөй торған микроавтобустар алмаштырҙы. Аҙағыраҡ был өлкәгә контроллек итеү кәрәклеген аңланылар, һәм лицензиялау тураһында закондар барлыҡҡа килде. Аҙаҡ - күңел ҡайтыу - транспорттың яңы төрөндә үҙенең етешһеҙлектәре табылды. Шәхси ташыусылар берләшмәһе, үҙ сиратында, пассажирҙар өсөн автобус стеналарына "ҡиммәтле күрһәтмәләр" элергә ҡыйынһынмай, үҫте һәм киңәйҙе.
       Бер мәл баҙар ихтыяждарын тәьмин итеү өсөн талап ителгән шәхсиҙәр һаны күбәйә башлай. Нимә эшләргә? - тип һораны чиновниктар үҙҙәренән. Һәм үҙҙәре үк яуап бирҙе - ҡануниәттәге буш урындарҙы тултырырға!
       Ниндәй буш урындар тураһында һүҙ бара? Бөтәһе лә ябай - хатта бөгөн, техник прогресс дәүерендә, пассажирҙарҙы ташыу өсөн, шәхси ташыусыға бары тик лицензия ғына кәрәк. Юлға сыҡ та - теләгән кешене ташы. Хеҙмәтләндереү сифаты ниндәй, техник ҡарау үтәһеңме - быларын бер Алла ғына белә! Һәм был беҙҙең һеҙҙең менән көндәлек ысынбарлыҡ. Төбәктә ошо проблема менән көрәшергә ҡарар иттеләр.
       БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының транспорт комплексы предприятиелары эшмәкәрлегенә контроллек итеү һәм координациялау бүлеге начальнигы Рәмил Сәлимов һүҙҙәренә ҡарағанда, 2008 йылдың сентябрендә "маршрут һәм еңел таксиҙарҙа пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу тураһында" законға ҡул ºóéûëäû, ул 2009 йылдың ғинуарында ғәмәлгә инә. Был юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген күтәреүгә, транспорт ағымын кәметеүгә һәм юлдарҙы "бушатыуға" йүнәлтелгән күп йыллыҡ эш һәм дискуссиялар һөҙөмтәһе.
       Ул нимәләр тәҡдим итә? Хәҙер бөтә маршрут һәм еңел таксиҙар берҙәм реестрға индерелә. Өҫтәүенә, унда эләгеү өсөн, билдәле талаптарға ярашлы булыу зарур.
       Шуның иң мөһиме - стандарт "Евро-3" двигателенең булыуы. Эйе-эйе, һеҙ яңылышмайһығыҙ - "Газелдәр", ниһайәт, урамдарҙа бөтәсәк! Әйткәндәй, БР буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының техника бүлеге начальнигы Линар Шәйҙуллин мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда әлегә тиклем йөрөгән минè-автомобилдәрҙең һаны ике меңгә етә, шуның менән бергә республиканың автобус паркы 23 мең берәмеккә тиклем иҫәпләй. Юл-транспорт ваҡиғаларының 40 проценты "Газель" автомобилдәре ҡатнашлығында була.
       Ҡануниәткә ҡараған башҡа мөһим үҙгәрештәр ҙә бар. Яңы закон муниципалитеттарға ташыуҙар өлкәһендә хоҡуҡи акттарҙы үҙҙәренә ҡабул итергә хоҡуҡ бирә. Был өлкәне көйләү муниципаль кимәлгә күптән тапшырылыуын (2006 йылда) иҫәпкә алғанда, инициатива аҡланған.
       Бынан тыш, водителдәр өсөн дә сикләүҙәр индерелә - хәҙер уларҙың хеҙмәт стажы өс йылдан кәм булырға тейеш түгел, ә улар үҙҙәре йыл һайын яраҡлылыҡҡа медицина ҡарауы үтергә тейеш.
       Файҙалы закон шундай, ул юлдарҙа тәртип булдырырға тейеш. Тик бер нәмә асыҡ түгел: был талаптарҙың үтәлешенә кем контроллек итәсәк һуң? Шул уҡ муниципалитеттармы? Уларҙың бының менән ҙур проблемалар килеп тыуа бит. Ниндәй? Хәҙер һөйләрбеҙ.
       Бер нисә йыл элек Өфө хакимиәте тарафынан рейстарҙы хеҙмәтләндереүгә айырым конкурстар ойошторолдо. Ташыусыларҙың мөмкинлектәре балл системаһы буйынса баһаланды. Билдәле бер планканы үткән һәм пассажирҙарҙы ташыуға законлы рәүештә танылған ташыусы еңеүсе булды. Унан һуң намыҫлы шәхсиҙәр хакимиәт менән килешеү төҙөнө һәм баш ҡала баҙарында тыныс эшләүен дауам итте.
       2008 йылға Өфөлә был механизмды бер аҙ көйләүгә ирешелгән булһа (бөгөн баш ҡаланың автоташыуҙар баҙарында ун намыҫлы оператор эшләй), әммә башҡа ҡалаларҙағы күренеш башҡасараҡ.
       Салауат, Стәрлетамаҡ хакимиәттәре вәкилдәре фекеренсә, был ҡалаларҙа йәшерен ташыусылар әлегә тиклем пассажирҙар ташыу менән мәшғүл - улар төрлө конкуðстарҙы һанға һуҡмай. "Әгәр беҙ еңеүсе булһаҡ? - тип борсола улар. - Ул ваҡытта ундарса талаптарға тап килергә тура килә бит, ә был беҙгә кәрәкме!"
       Дөрөҫ фекер йөрөтөү. Хакимиәт талаптарын һанға һуҡмаһаң да ярай икән, нигә конкурста ҡатнашырға ти, әгәр эште судҡа тапшырһалар - унда бармайһың. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары нәҡ ошондай тарих менән уртаҡлашты.
       Бындай хәлдәргә тарымаҫ өсөн, нимә эшләргә кәрәк? Беренсенән, пассажирҙар ташыу тураһында закон ярҙам итәсәк. Эш шунда, реестр барлыҡҡа килеү менән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә намыҫһыҙ водителдәрҙе яуаплылыҡҡа йәлеп итергә еңел буласаҡ. Реестрҙà юҡ икәнһең - штраф ал.
       Шуға ҡарамаҫтан, реестр булдырыу менән генә эш хәл ителмәй, тип һанай закон сығарыусылар. Һәм артабан барырға тәҡдим итә - бөтә автоташыусылар вәкилле бер ведомство ҡарамағында булырға тейеш. Был яңы структура, улар фекеренсә, пассажирҙар ташыуҙы тулыһынса контролдә тотасаҡ, фирмаларҙың эшен билдәләйәсәк, маршруттарҙы ҡулайлаштырасаҡ һәм транспорт хеҙмәттәре баҙарында уйын ҡағиҙәләрен эшләйәсәк.
       Бындай ведомствоны булдырыу тураһындағы инициатива закон проекты рәүешендә теркәлгән - ул, үкенескә ҡаршы, "кулуарҙа" ике йыл дауамында ҡала килә.
       Ни өсөн шулай оҙаҡ? - тип һорар уҡыусы. Эш шунда, республика чиновниктары был законды "ғәмәлгә индерергә" баҙнат итмәне, сөнки тейешле федераль закон әлегә ҡабул ителмәгән. Шул уҡ ваҡытта, башҡа төбәктәрҙә (миҫал өсөн, Мәскәү өлкәһе, Татарстан) Дәүләт Думаһы депутаттарын көтөп тормаған, ә үҙҙәренең контроллек итеүсе ведомстволарын булдырған.
       Башҡортостан депутàòтары ахырҙа был закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡараны. Рәмил Сәлимов һүҙҙәренә ҡарағанда, икенсе уҡыуҙар декабрҙә планлаштырыла.
       Рейстарҙы хеҙмәтләндереүгә конкурстар һуң? Бәлки, улар өсөн законда "урын" булмағандыр? Дөрөҫ: әгәр закон проекты ҡабул ителһә, автоташыусылар ҡала хакимиәттәре менән конкурс йомғаҡтары буйынса килешеү төҙөргә тейеш. Кем һайлап алынмай, тимәк, ул транспорт хеҙмәтләндереү баҙарына үтмәйәсәк.
       Хәйер, был инициативаға бөтәһе лә ҡыуанып бармай. Хатта ҡай берәүҙәр бындай фекерҙә: "был закон былай ҙа коррупцияға бирелгән автоташыуҙар баҙарында коррупция өсөн уңдырышлы ерлек булдырасаҡ". Улар хаҡмы түгелме, уныһын ваҡыт күрһәтер.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал