6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Дошман уты аҫтында яралыларға операция яһай
26.11.08


       Өфөнөң Киров районында Пирогов урамы (элекке Икенсе Сергиев тыҡрығы) бар. Дуҫлыҡ монументы туҡталышы. Урам 1904 йылға тиклем билдәле була. 1925-1937 йылдар осоронда исем бирелде.
       25 ноябрҙә баш ҡала урамы исемен йөрөткән кешенең тыуған көнө. Шуға күрә беҙҙең Өфө урамдарының исемдәре тураһында хикәйәләүҙе дауам итергә сәбәп бар.
       Николай Иванович Пирогов - Рәсәйҙең күренекле табибтарының береһе. Ул 1810 йылдың 25 ноябрендә Мәскәүҙә тыуған. Уның ата-әсәһе бай булмаған. Крепостной крәҫтиәндең ейәне бик иртә нужа татый. Тик бәхетле осраҡ Николай Пироговҡа Мәскәү университетының медицина факультетына инергә ярҙам итә. Уға уҡыу еңел бирелә. Ул 18 йәшендә ҡулына врач дипломы ала. Профессор эшмәкәрлегенә әҙерлек өсөн Тарту ҡалаһына китә һәм унда хирургия клиникаһында биш йыл эшләй.
       Николай Пирогов шуның менән хәтерҙә ҡала, бында ул "Ҡорһаҡ аортаһын бәйләү тураһында" темаһына беренсе ҙур ғилми тикшеренеү хеҙмәте менән сығыш яһай. Йәш профессор, ә уға ни бары 25 йәш була, хирургик анатомия буйынса иҫ киткес хеҙмәттәр яҙа. 1837-1838 йылдарҙа Пирогов беренсе донъя хирургияһында анатомия атласы сығара.
       Хирург һәм ғалимдың исеме бөтә донъға билдәле булғас, Рәсәйҙә лә уны танырға мәжбүр булалар.
       1841 йылда йәш ғалим Николай Пироговты Петербургтағы Медицина-хирургия академияһының хирургия кафедраһына саҡыралар. Уның талабы буйынса бында госпиталь хирургия клиникаһы булдырыла. Шулай итеп, Пирогов Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып госпиталь хирургияһының профессоры була.
       1853 йылда Ҡырым һуғышы башлана. Шул ваҡытта бындай клиника булдырған Пироговтың алдан күреүсе кеше булыуына инаналар. Пирогов үҙе ғәмәлдәге армияға тәғәйенләүҙәренә ирешә. Был Николай Иванович Пироговтың биографияһында сағыу бит. Ҡырымда ул тәүлегенә егермешәр сәғәт эшләй. Ҡамап алынған Севастополдең госпиталдәрендә, төрлө туптан өҙлөкһөҙ атыуҙар, пулялар зыйылдауы аҫтында, хирург ауыр яраланған яугирҙарҙы теге донъянан ҡотҡара. Ул дауалауҙың яңы алымдарын таба һәм уларҙы ҡуллана. Бында беренсе тапҡыр гипс бәйләүесе ҡулланыла, ә операциялар ваҡытында - наркоз. Севастополдә Николай Иванович наркоз менән ун мең операция яһаған. Ул шәфҡәт туташтары ярҙамында һуғыш яланынан яралыларҙы эвакуациялау системаһын тәҡдим иткән. Былар бөтәһе лә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында кәрәк булды.
       Севастополь госпиталдәренең береһендә граф Лев Николаевич Толстой, "Севастополь хикәйәләре" авторы Пирогов менән таныша. Уны хирургтың ғәҙәттән тыш егәрлелеге таң ҡалдыра: төҫө ҡасҡан, арыуҙан йонсоған Пирогов бер-бер артлы яралыларҙы бәйләй.
       - Һеҙ бында күптәнме?, - тип һорай Толстой Пироговтан.
       - Бер айҙан артыҡ, - тип яуап бирә Пирогов һәм, маңлай тирен һөртөп, ышаныслы ³¿тәп ҡуя: - Һеҙ, иң мөһиме, бастиондарҙы тотоғоҙ! Ә беҙ бирешмәбеҙ...
       Бөтә донъяға билдәле Н.И. Пирогов академик-тәү башлап асыусы һәм рус медицинаһының тотош бүлектәрен булдырҙы. Ул ҡаһарман врач, рус еренең патриоты булараҡ тарихҡа инде. Беҙ Севастополь оборонаһында яралыларҙы ҡотҡарыуҙа уның ҡатнашыуы тураһында телгә алдыҡ. Әммә аҙаҡ Кавказда һуғыш була. Һәм тағы ла Н.И. Пирогов, ул үҙенең ғилми эшмәкәрлеген ташлай, хирургия инструменттары менән сумаҙанын алып, үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Уны һуғышҡа ебәрмәйҙәр, өгөтләйҙәр. Әммә ул үҙенең изге бурысына тоғро булып ҡала.
       Николай Иванович Пирогов тормошоноң һуңғы йылдарын педагогияға һәм ижтимағи эшмәкәрлеккә арнай. Ул Одесса, Киев педагогия округтарына попечителлек итә. Үҙенең әҫәрҙәрен баҫтыра. Николай Иванович йәштәр тормошонда мәктәпкә ҙур әһәмиәт бирә. Ул былай яҙҙы:
       "Йәшәү - ул ижад итеү, һәм мәктәптең бурысы уҡыусыны күберәк белем менән тәьмин итеүҙә генә түгел, әммә уҡыусыла белемгә, донъяла бөтә ысынбарлыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн, уларҙы быларҙың бөтәһен дә яратырға өйрәтергә кәрәк. Мәктәп һабаҡтары, һылыуҡайҙың йылмайыуы кеүек, йәш йөрәкте әсир итергә тейеш. Йәшлек - тормоштоң иң матур мәле, уның яҙы! Йәшлеккә һүҙ бирегеҙсе, һәм ул һеҙгә үҙен бирәсәк, һеҙҙең арттан барасаҡ, тормошто Аллаға, мөхәббәткә һәм ғәҙеллеккә хеҙмәт итеүгә әйләндерәсәк".
       Уның мәҡәләләре Чернышевский, Герцен тарафынан хуплана. Бер үк ваҡытта улар батша чиновниктарының уҫал дошмансыл сығыштарын барлыҡҡа килтерә. Н.И. Пирогов отставкаға китергә мәжбүр була. 1861 йылда ул Винница янындағы үҙенең имениеһына күсә. Унда Пирогов ғүмеренең һуңғы көнөнә, 1881 йылдың 5 декабренә тиклем йәшәй. Уға Мәскәүҙең почетлы гражданы исеме бирелә. Әммә ул был турала белмәй яман шештән үлеп китә. Уның кәүҙәһе бәлзәмләнә һәм Н.И. Пироговтың Винницалағы элеге музейында урынлаштырыла.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал