6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Юғары келәймәле тамаша
25.11.08


       7:6 - "Салауат Юлаев" овертаймда Мәскәүҙең "Динамо"һын еңде. Был юғары келәймәле, ысын хоккей булды.
       - Бына исмаһам уйын, был матчты бер ҡасан да онотоп булмаҫ, - тип таралашты халыҡ. Һәм был һүҙҙәр алтынға торош итә ине.
       - "Салауат Юлаев" менән уйын башланыр алдынан, мин бер мәрәйгә риза инем, әммә мин һөҙөмтә менән риза түгел, - тине "Динамо"ның баш тренеры Владимир Вуйтек.
       Матч бик матур һәм ауыр булды, уны һүҙ менән генә аңлатып булмай - быны үҙ күҙең менән күрергә кәрәк. Был уйынды ҡарамағандарға видеонан ҡарарға тәҡдим итер инем.
       Хоккей, спорттың башҡа төрө кеүек, һөжүм талап итә. Әгәр тик ҡаршы тороп һәм ярышташсының ҡапҡаһына ташламаһаң, еңеп булмай. Әлбиттә, күп командалар һөжүмгә ҙур иғтибар бүлеп, еңә, әммә еңеү өсөн уларға барыбер ҡаршы һөжүм яһарға тура килә.
       Инеп оялаған шайбалар - нәҡ улар тамашасыларға кәрәк. Ҡапҡа артында күпме ҡыҙыл ут яна - тамаша ла шунса мауыҡтырғыс үтә.
       Әммә беҙҙең тренерҙарҙа һаҡланыу ҡурҡынысы ята. Остаздарға иң мөһиме - артты ҡапларға - тылды нығытырға, ә унда инде... "бәлки, индерербеҙ". Йәшертен ултырырға теләйҙәр, был, әлбиттә, тамашаға зыян килтерә.
       "Салауат Юлаев"тың баш тренеры Сергей Михалев матчтан һуң, мин 7:6 иҫәбенә ҡарағанда, 1:0 менән еңеүгә килешәм, тип белдерҙе. Ул был һүҙҙәре менән тамашасыларҙың мәнфәғәте иҫәпкә алынмауын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы... Иң мөһиме - һөҙөмтә, уны етәкселек тренерҙан һорай, ә тамаша мәрәйһеҙ спектаклдәр ҙә ҡарай ала. Беҙҙә Рәсәйҙә тамашасылар бюджет булдырмай бит, шуға күрә уның күңелен күрергә сәбәп юҡ.
       Бәлки, шуның өсөн Өфөлә халыҡ көсһөҙ һаҡланыусы командаларға йөрөмәй, улар үҙҙәре лә уйнамай, башҡаларға ла уйнарға бирмәй. Бындайҙар менән матчта, уны беҙҙә күптәр белә, "Салауат" сигенә ала. Берәүҙәрҙә һөжүм итеү оҫталығы етмәй, икенселәрен тренер һаҡлыҡҡа күндерә - бында ниндәй шоу булһын? Кемдер ҡул күтәрә икән, "Салауат Юлаев"тың остазы быны хуп күрмәй.
       Бына шулай, хоккей ҡарап ултырған кешеләрҙең күҙе йомола башлай. Мин был картинаны Риганың һәм Минскиҙың "Динамо"һына ҡаршы һуңғы ике матчта күрҙем.
       Һеҙ тағы ла бер фактты хәтерегеҙҙән сығармағыҙ: ипле хоккей яғында тороусы Михалев суперлигала иң күп шайба индереүсе клуб менән етәкселек итә. Башҡа командалар, "Салауат Юлаев"ҡа ҡарағанда, аҙыраҡ индерә.
       КХЛ - һаҡлыҡ һәм яңынан страховкалау зонаһымы? Был насар түгел. Яңы лига, инеп оялаған шайба кеүек, сағыу төҫтәр менән  айырылып торһон ине.
       Иң ҙур проблема шунда: хәҙер бер нимәне лә үҙгәртеп булмай. Һөҙөмтәлелекте күбәйтеү өсөн ҡапҡаның майҙанын йәки уйын ҡағиҙәләрен арттырһаҡ - хоккей хоккей булыуҙан туҡтай. Ә матур һөжүм итә белгән һәм еңеү хоккейы ҡуя белеүсе яңы остаздар беҙҙә юҡ.
       Ниндәйҙеð новатор йәки балалар тренеры ултыра - һәм ул бер ергә лә ҡыҫылмай. Клуб етекселәре лә батырсылыҡ итергә әҙер түгел. Улар үҙен күрһәтмәгән билдәһеҙ кешегә өмөт биргәнсе, элекке һәм һаҡсылды ала.
       Хәҙер оҫталар асыҡлыҡ булдыра. Улар - һаҡсыл хоккейға ҡаршы берҙән-бер дарыу. Таланттар океан артындағы лиганан килде, унда ҡапҡалар буйынса шайба индереүгә етди иғтибар бүленә - һәм КХЛ сағыштырмаса йомшаҡ уйында "шәп уйынсыларҙы" йыя. Уларға өмөт бар.
       "Салауат Юлаев" командаһында бөтәһе лә тотороҡло һәм сағыу уйын күрһәтә алмай. Уйынсылар йыш ҡына йәрәхәтләнә. Бына Александр Радулов, ул "Динамо"ға ҡаршы шәп уйнаны - ике шайба ташланы, ике тапҡыр һөҙөмтәле тапшырыу яһаны. Әммә миҙгел статистикаһына күҙ һалһаң, ул күп уйнаған, әммә Рәсәй снайперҙары рейтингында юғары түгел. Михаил Варнаков, Евгений Кетов, Олег Антоненко, Евгений Глазачев, Павел Брендл, Штефан Ружичка һәм хатта һаҡсы Кевин Даллмэн кеүек "суперйондоҙҙар" уға ҡарағанда күберәк шайба индергән.
       Хәҙер уға "КХЛ кимәлендә иң яҡшы һөжүм итеүселәр" исеме аҫтында юғалып ҡалмаҫҡа кәрәк, ул "Салауат Юлаев"ҡа һәм Рәсәй йыйылмаһына ҙур файҙа килтерергә тейеш.
       "Салауат Юлаев"тың һаҡсыһы Андрей Кутейкин шәп уйнаны. Уның иҫәбендә Малков ҡапҡаһына ике шайба, шуның береһе - овертаймда, еңеү голы булды. Кутейкин был миҙгелдә өс тапҡыр уңыш ҡаҙанды - өс тапҡыр ҡапҡа һаҡсыһы Андрей Малковтың кәйефен ҡырҙы.
       Был уйында ҡапҡа һаҡсыһы Вадим Тарасовҡа күп көс һалырға тура килде. Уның ҡапҡаһына өс тапҡыр шайба үтеп ингәс, уны Александр Еременко алмаштырҙы. Михалевтың Тарасовҡа ҡарата ҙур дәғүәһе юҡ. Баш тренер уны Еременкоға алмаштырып, үҙенең командаһын бер аҙ һелкетеп алырға уйланы. Әммә Вадимға был һүҙҙәрҙән еңел булдымы?
       Алмашҡа сыҡҡан Еременко ла бик шәп уйын күрһәтмәне. Шул уҡ өс шайба. Милли йыйылмаға ике кандидат та төп ваҡытта, "Динамо" голкиперы Андрей Малков кеүек, шул уҡ "6" һанына уйнаны.
       Белмәйем, "Юлаев"тың ҡапҡа һаҡсыһының күңелендә нимә булғандыр? Ә Малков шаңҡыны.
       - Бында ниндәй комментарий? Ете шайба!
       - Һаҡсыларҙың һеҙгә ҡарата дәғүәһе юҡ, ҡапҡа һаҡсыһы - ул изге...
       - Улар команда буйынса партнерҙарына һүҙ тейҙермәй, мин улар тураһында бер насар һүҙ әйтмәйем.
       - Ә бына ҡайһы бер ҡапҡа һаҡсылары, әгәр һаҡсылар ғәйепле була ҡалһа, үҙҙәренән яуаплылыҡты алып ташларға әҙер. Гонаһтарын партнерҙарына яҙа һала.
       - Әгәр мине ошондай уйын менән йыйылмаға саҡырһалар - мин үҙем баш тартасаҡмын.
       - Кутейкин ырғытҡан шайбаны нисек индерҙегеҙ?
       - Шайбаны күрмәнем. Уйынсылар мине ҡапланы.
       "Динамо"ның тәжрибәле һаҡсыһы Алексей Житник:
       - Ғәҙәти булмаған уйын булды. Командалар асыҡ хоккей күрһәтте, күп шайба индерҙеләр, үҙҙәренең өмөттәрен тормошҡа ашырҙылар. Уйымса, тамашасылар осрашыуҙан ҡәнәғәт булғандыр.
       - Ә һеҙ?
       - Юҡ, мин ҡәнәғәт түгелмен. Миңә 2:1, 3:2 иҫәбе менән еңеү нығыраҡ оҡшай. Һөжүм итеүсе өсөн, бәлки, 7:6 иҫәбе һәйбәттер, әммә һаҡсылар өсөн был насар.
       - Был ике уйын буйынса "Салауат Юлаев" тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
       - Яҡшы хәрәкәтсән команда, ул шәп атака яһай. Бөтә өс, хатта дүрт звено ла ҡыйыу. Әммә һөжүм иткәндә улар шәп уйнай. Éûø шайба ташлайҙар. Юҡҡа ғына үткән миҙгелдә ул чемпион булды. Быйылғы миҙгелдә лә "Ñàëàóàò Þëàåâ" êîìàíäàšû лидерҙар рәтендә килә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал