6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Париж афишаларының сере
25.11.08


       Шатл театры афишаһында, ул Шаляпинды, "Рус миҙгелдәре" менән Дягилевты һәм Анна Павлованы хәтерләй, беҙҙе ҡыҙым менән Albert Schagidullin исеме ҡыҙыҡтырҙы. Ҡайҙан ул? Кисен өйҙә, интернетҡа инеп, ҡыҙым ҡысҡырып ебәрҙе: "Ул Башҡортостандан!". Тулҡынланып файл табабыҙ: Сәхнәлә Шаһиҙуллин - Эрнесто Беллиниҙың "Пиратында". Һәм бүлмә, юҡ - донъя - дәртле тауыш менән тула...
       Өфөлә минең асышым дуҫтарымды - опера һөйөүселәрҙе, музыканттарҙы ярһытты. Улар дауамын талап итте. Һәм мин эҙләүгә сумдым. Бер-бер артлы - тайгалы Нуримандан һәм Ҡариҙелдән - шылтыратыуҙар мине алыҫ илдәргә алып сыҡты, һәм, ниһайәт, мин телефон трубкаһында Альберттың тауышын ишеттем.
       Мистер Икс
       Альберт Ҡариҙелдән килеп, нефть институтына (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) уҡырға ингәс, туған-тыумасаһы шатлана: егет ысын һөнәр һайланы. Уға Ханты-Манси киңлектәрендә нефть үткәргес төҙөргә һәм үтелгән километрҙар тураһында рапорт ҡына бирергә лә бит...
       Көтмәгәндә уның яҙмышы икенсе йүнәлештә боролош ала. Был хәл студентòàð кисәһендә башҡарылған Мистер Икс арияһынан һуң була. Зал тынып ҡала: матур тауыш, ялтыр күҙҙәр, улар алдында... Мистер Икс! Декан Рәйес Жданов хәтерләй: "Сәхнә артында тән сымырлап китте". Пианист Станислав Сорокажердев һәм миниатюр театры етәксеһе Юрий Ефремов Альбертты: "Бөтәһен дә ташла һәм Мәскәүгә кит!" тип өгөтләй башлайҙар.
       "Алыҫтағы артиллерия" - декан, Алüберттың ата-әсәһе, институттағы дуҫтары алышҡа инә: "Ҡулыңа инженер дипломы - икмәк киҫәге ал - һәм йырла!". Альберт вәғәҙәләр биреп, сәнғәт институтына (хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) юл ала, әммә педагогтар, уны тыңлап ҡарағандан һуң, улар барыһы ла нефтсе һөнәрен маҡтай башлай. Педагогтарҙан Мәжит Алкин ғына уның алдында кем торғанын аңлай.
       Профессор Алкин
       Мин профессорға килдем дә һәм уға наушник һондом, унда кем икәнен әйтеп торманым. Уның күҙҙәрендә... "Ла-Скала", "Театро Реаль", "Гранд-Опера"нан яҙмалар тыңлаттым, бөтә ерҙә лә ариянан һуң уның уҡыусыһын алыҫтағы зал алҡыштарға күмде, һәм мин Альбертты кире ҡаҡмаған, уның матур тауышына ышанған профессорға был алҡыштарҙы күңелем менән арнаным. Һәм бына ул - был тауыш... Юғары рәхмәт белдереү.
       - Техник вуздан үтә мауығыусан егет килде - ышандырҙы: борсолмағыҙ, Мәжит Сәмиғулла улы, мин тегендә лә һәм бында ла өлгөрәсәкмен. Ҡаланың бер осонан икенсе осона тиклем көнөнә дүрт тапҡыр йөрөй ине, туҡланырға өлгөрмәй ине. Нефть үткәргес төҙөлөшө буйынса диплом эшен төндәрен ятаҡханала һыҙҙы.
       - Мәжит Сәмиғулла улы, мин һауалағы торнаны тотаһым килә!
       Бәхет көслөлөргә бирелә
       - Нефтсе, миңә уҡыусы булып киләһеңме?
       ...Ул яңылыш ишетмәне, Евгений Нестеренко үҙе - СССР-ҙың халыҡ артисы, Ленин премияһы лауреаты, Ҙур театр солисы, " иң яҡшы бас" (уға Монтсеррат Кабалье шулай тигән), педагог, уның класына күптәр эләгергә теләне, - Мәскәү консерваторияһында имтихандарҙың икенсе турынан һуң уның янына килде! Нестеренко яңылышманы.
       "Мәскәү һәм Ленинград консерваторияларында 25 йыл уҡытыу дәүерендә, - тип яҙа ул "Музыкальная жизнь" журналында Альберт тураһында, - миндә бындай уҡыусының булғаны юҡ ине, ул Бахты һәм Генделде ентеклелек һәм бөтә күңелен биреп йырланы".
       Альберт үҙенең көсөн халыҡ-ара конкурстарҙа һынап ҡарарға ынтылды. Һәм ул, ил эсендәге бөтә инстанцияларҙан тыш, туранан-тура ойоштороу комитеттарына мөрәжәғәт итә, был ҡыйыу һәм таң ҡалырлыҡ була. "Бар, - тиҙәр уға, - әгәр туҡмалаһың килһә. Унда, ә аҙаҡ - бында..."
       Беренсе конкурс - Барселонда Франсиско Виньяс исемендәге - уны "Экстраординари" призы менән наградлай. Афиналағы Мария Каллас конкурсында - бронза. Веналағы "Бельведер" Шаһиҙуллинды, көмөш дипломдан тыш, Моцарт, ЮНЕСКО, Немец радиоһы, Уэксфорд фестивале призы менән наградлай. Альберт Дублин театры ангажементына эйә була. Женевала еңеү, Филадельфияла Лучано Паваротти конкурсында уңыш һәм, ниһайәт, ҙур ҡаҙаныш - Брюсселдә конкурс жюрийы уға Гран-при тапшыра! Альберт биш халыҡ-ара конкурсында ун приз һәм премия алды. Ике йыл эсендә яуланған бындай наградалар менән илдең бер генә йырсыһы ла маҡтана алмай.
       Ул өмөттәр менән Мәскәүгә ҡайта. Һәм бында вайымһыҙлыҡ. 1991-1992 йылдар була. Музыкант бер кемгә лә кәрәкмәй, уны төрлө илдәрҙә "Альберт Шаһиҙуллин - Советтар Союзы!" тип тантаналы рәүештә иғлан итәләр ине. Илгә сәнғәт ҡайғыһы юҡ ине - уны фетнә, Мәскәүҙәге танктар, бөтә кимәлдәге тикшереүҙәр тетрәндерҙе.
       Евгений Нестеренко, уның Уҡытыусыһы, "бас кенәзе" һәм ил ғорурлығы консерваторияны ташларға һәм Венаға китергә мәжбүр булды. "Музыкальная жизнь" журналы (1992, ноябрь), үҙенең кәрәкһеҙлегенән арыған йәш таланттың нисек итеп сит ил театрҙарының тәҡдименә фекер әйтеүе тураһында күңелһеҙ билдәләп үтә, һәм тышлыҡтың эске яғын Альберт Шаһиҙуллинға арнай. Тышында - уның фотоһы. Уға - 26. Һәм ул һайлай.
       Бремен, Париж, Милан, Сантьяго, аҙаҡ бөтә ерҙә...
       Боронғо Бремен театры, Гамбург операһы - театрҙа тормош мәктәбе була. Сит донъя, уны аңлау ғына түгел, әммә яуларға ла кәрәк... Альберт кисә генә бөйөк йырсыларҙың яҙмаларын тыңлай ине, ә бөгөн - улар бергә, Пласидо Доминго, Елена Образцова, Рене Флеминг һәм Марчелло Джордани, Эдита Груберова, Паата Бурчуладзе - уның дуҫы, Натали Дессей... уның менән бер сәхнәлә. Ул Вена, Берлин, Париждың бөйөк дирижерҙары һәм иң яҡшы оркестрҙары менән эшләй. Макаола фестивалгә һәм Парижда "Рус миҙгелдәре"нә консультация бирә.
       Тайгалы Павлов егете, хыял донъяһына китеп, унда киноактер ҙа, йырсы ла булды. Һәм ул бөгөн "Минең хыялым тормошҡа ашты!" тип әйтә ала.
       Ҡасандыр педагогтар Мәжит Алкин һәм Евгений Нестеренко унда иң мөһимен - мөмкин булмауға ирешеү дәртен күреп ҡалған.
       Томас Манндың "Һайланмалары"нда шундай юлдар бар, ул гүйә Альберт тураһында: "сөнки ул, башҡаларға ҡарағанда, һәр миҙгелдә үҙенең "Мин" тигәнен йыя белде һәм ул үҙенең генә түгел, әммә бүтәндәрҙең бөтә көсөнә көрәште".
       "Фигаро бында, Фигаро тегендә!"
       Минең шылтыратыуҙарым һорауҙарға яуап эҙләй, улар Амстердам һәм Тель Авивҡа, Мюнхен һәм Неаполгә барып етә.
       - Боронғо Египет персонаждары Калашников автоматынан ата, Фигаро айға оса, кенәз Додон "Лав ми, бэби..." тип йырлай-йырлай мотоциклдә елдерә. Альберт, һеҙ шаҡ ҡатырғыс режиссер " табыштарына" нисек ҡарайһығыҙ?
       - Үкенескә ҡаршы, опера донъяһы пом-мәҙәниәт яғына китә. Ә менеджерҙар рекламанан һәм телевидениенан өҫтәмә табыш алыу өсөн, үҙҙәренең аҡсаһын "мөләйемдәргә" һала. Тенденция һәләкәтле, был "бельканто" төшөнсәһен бөтөрөүгә алып бара.
       - Ғәйәт ҙур хистәр сарыф ителә. Һеҙ уларҙы нисек тулыландыраһығыҙ?
       - Мин китапҡа сумам. Ҡыҙым Настя гитарала һәм фортепианола уйнай. Ҡыҙым һәм ҡатыным Светлана менән беҙҙең уртаҡ мауығыуҙар бар: бильярд уйнарға яратабыҙ, дуҫтар менән йыш осрашабыҙ, Рәсәйҙән драма театрҙары спектаклдәренә барабыҙ. Рәхәт, эргәлә - Париж, Брюссель, Трир...
       - Һәр артистың үҙенең мәҙәге була...
       - Миңә Люксембургҡа шылтыраталар: "Зинһар өсөн, Стокгольмға килеп етегеҙ, Фигаро ауырып китте..." Аэропортта "сюрприз" көтә - рейс ике сәғәткә тотҡарлана. Һәм Стокгольм публикаһына спектакль урынына "Шаһиҙуллин самолетта", "Йырсы театрға етеп килә" тигән "ваҡиғалар хроникаһын" тыңлайһы ҡала. Һәм мин ике сәғәткә һуң сәхнәгә сығам - Фигаро бында! Әммә залдан көслө тулҡын - алҡыштар - каватинаны башларға бирмәй. Публика тормош бүләк иткән сюжеттан таң ҡала!
       "Тағы ла уттар диңгеҙенә..."
       Милан, Болоньи, Рим, Токио, Париж, Берлин, Гамбург, Брюссель, Стокгольм, Амстердам, Мадрид, Осло, Лондон, Майями, Гонконг, Тель-Авив, Сантьяго де Чили театрҙарының сәхнәһендә Альберттың сығыш яһаÿñàûí студент тамашаларында ҡатнашыусыларƒû¾ уйûíà ëà êèëìœãœíäåð...
       Был мәҡәлә Өфө дәүләт нефть техник университетының 60 йыллығына арнала. Унан йырсылар ҙа, президент та сыға.

Римма Буранбаева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал