6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Уның китаптарында тарих яҡтыртыла
24.11.08


       Юрий Андреевич йома көн иртән "БАШвестЪ"тың даими рубрикаһы өсөн материал алып килде. Ул һәр ваҡыттағыса, редакцияға шым ғына килеп инде, аҙ ғына йүткереп алды ла үҙ геройҙарының яҙмыштары менән папка һондо, һәм уның материалдары буйынса иҫкәртмәләр тураһында һорашып, сығып китте. Биш минут үтмәй беҙгә ыҡсым итеп төрөлгән бәйләм тапшырҙылар - Юрий Андреевич гәзиткә үҙенең "Өфө урамдарының исемдәре" тигән яңы китабының бер нисә данаһын бүләк итте.
       Һәр көн тиерлек "Тарихтан бер көн" тип аталған рубрика гәзиттең штаттан тыш хәбәрсеһе Юрий Узиковтың ярҙамы менән яңыртыла. Уның геройҙары - сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, яҙыусылар, дәүләт эшмәкәрҙәре, һуғыш геройҙары. Яҙмыштары Башҡортостан менән бәйле арҙаҡлы шәхестәр тураһында материал туплау тыуған яҡты өйрәнеүсенән күп тырышлыҡ һәм күп йыллыҡ эш талап итә. Юрий Андреевич бер аҙна элек кенә үҙенең "Баш хәрефле Тыуған яҡты өйрәнеүсе" тигән мәҡәләһен республиканың билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсеһе Флүрә Әхмәроваға арнағайны. Уйыбыҙса, коллегабыҙҙың профессияһы исемендәге хәреф бәләкәй түгел. Уҡыусыларҙы тыуған яҡтың тарихына арналған "Тарихтан бер көн" авторы менән яҡыныраҡ таныштырыу, Өфө йәмәғәтселеге алдында уның һәр көнлөк хеҙмәтенең әһәмиәтен һәм мөһимлеген асыу маҡсатында беҙ рубриканы Юрий Андреевичҡа арнайбыҙ.
       Юрий Андреевич Узиков 1931 йылдың 28 майында Архангельск ҡалаһында тыуған. 18 йәшендә Архангельск судно төҙөү техникумын тамамлай, Калининград заводына мастер булып бара, унда цехтың комсомол ойошмаһын етәкләй. 1962 йылда Ленинград юғары партия мәктәбенең журналистика факультетын тамамлай. Абруйлы уҡыу йорто Узиковҡа яңы перспективалар бирә: тәжрибәле комсомол хәҙер партия эшендә лә ҙур уңыштарға ирешә ала. Әммә, күптәрҙе ғәжәпләндереп, ул Башҡортостанға, ҡатыны янына ҡайтарыуҙарын һорай.
       Юрий Узиковтың тормош юлы уны республикаға алып килә. Ул башта "Ленинец" гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй, аҙаҡ - бүлек мөдире. 1967 йылдан күп тиражлы "Геолог Башкирии" гәзитенең мөхәррире була, бер йылдан һуң - "Вечерняя Уфа" гәзитенең бүлек мөдире. Матбуғат баҫмаларында эш яҡташтарыбыҙ, Башҡортостанда булған оло дәрәжәле кешеләр, республиканың архитектура төҙөлөштәре, предприятиелары, уҡыу йорттары тураһында ҡыҙыҡлы материалдар эҙләү менән бергә алып барыла. Уларға Юрий Андреевич үҙе лә үҙенсәлекле факттар, артыҡ билдәле булмаған деталдәр яҙа. Быға тыуған яҡты өйрәнеүсе Узиковтың 1973-1974 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эше лә булышлыҡ итә. Һуңғы ваҡыттарҙа ул БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләне.
       Узиков ғилми экспедицияларҙа үҙенең мәҡәләләрендә һүҙ барасаҡ геройҙарҙың тыуған-тумасалары, ваҡиға шаһиттәре менән әңгәмәләшеп, тикшеренеүҙәр өсөн материалдар йыйҙы, ул бөтә Башҡортостанды урап сыҡты тиерлек. Узиков үҙенең күп ваҡытын республика китапханаларында һәм архивтарында үткәрҙе. Үткәндең билдәһеҙ булған биттәрен асыуҙа ярҙам итерҙәй кешеләр менән бәйләнеш булдырҙы. Былар барыһы ла уның гәзиттә баҫылған мәҡәләләрендә, тарихи-тыуған яҡ эсселарында, китаптарында сағылыш тапты.
       Китаптар тураһында айырым һөйләшербеҙ. Өҫтәүенә, Юрий Узиковтың тағы ла бер хеҙмәтенең донъя күреүе бөгөнгө әңгәмәгә сәбәп булды. Тыуған яҡты өйрәнеүсенең китаптары күп, утыҙға яҡын. Лениниана серияһын сығарыуҙа уның өлөшө ҙур. Һуңғы йылдарҙа "бөтә ваҡыттағы юлбашсыға халыҡтың" ҡыҙыҡһыныуы кәмеүенә ҡарамаҫтан, революционерҙар ҙа күптән инде йәмәғәтселек яғынан әүҙем тикшерелмәй, Ильичтың Башҡортостанға килеүе, республикала коминтерн эше тураһындағы уның китаптары был глобаль тема буйынса тикшеренеүселәрҙең белемен киңәйтте.
       Өфөнөң һәм республиканың иҫтәлекле урындарын өйрәнеү һәм һүрәтләү - былар Узиков хеҙмәттәрендә сағылыш тапҡан тағы ла бер йүнәлеш. "Как зовут тебя, улица?", "Это надо живым", "Исторические места Уфы" тигән китаптар урамдар, скверҙар, парктар, һәйкәлдәр һәм тарихи урындар хаҡында тулы мәғлүмәт бирә. Ҡиммәтле мәғлүмәттәр автор тарафынан бөртөкләп йыйылған, дөйөмләштерелгән, ул ғалимдар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙән áàøºà, ябай граждандар өсөн дә мөһим әһәмиәткә эйә.
       "ÁÀØâåñòÚ" ãœçèòå ðåäàêöèÿšûíà "Òàðèõòàí áåð ê³í" àèëœëœðåíœí éœêè ãåðîéƒàðƒû¾ òàíûøòàðûíàí õàòòàð êèëœ, óëà𠼃ƒœðåíå¾ òóàíäàðûíà, äó¿òàðûíà ê¼ðšœòåëãœí èòèáàð ³ñ³í ðœõìœò áåëäåðœ. Þðèé Àíäðååâè÷òû áåð íèñœ òàïºûð ÌœñꜼ㜠àíûº ãåðîéƒàðà àðíàëàí òåëåâèçèîí òàïøûðûóƒàðƒà ºàòíàøûðà ñàºûðàëàð. "Þº, ìèí áåð ºàéƒà ëà áàðìàéûì. Áûíäà ìèíå¾ àèëœì, ýøåì..."- òèï áàø òàðòºàí Þðèé Àíäðååâè÷.
       Юрий Узиков беҙгә бүләк иткән китап юбилей йылында - 2007 йылда нәшер ителгән. Китаптың тышын Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын һүрәтләгән логотип биҙәй. Уның тураһында беҙ бер йылдан һуң ғына белдек. Китап һәм уның авторы тураһында бөгөн түгел, көнөндә һөйләй ала инек. Беҙҙең алда ҡаты тышлыҡ менән көпләнгән 320 битлек китап ята. "Өфө урамдарының исемдәре" китабында автор исемдәрен баш ҡала урамдары йөрөткән шәхестәр тураһында һөйләй, ә улар меңгә яҡын. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, ниндәй хеҙмәт?
       Ошо һанды ла күҙ алдына килтерәйек. Юрий Узиков "БАШвестЪ" менән биш йылдан ашыу хеҙмәт итә. Ошо арауыҡта "Тарихтан бер көн" рубрикаһы мең тапҡыр тиерлек яңыртылды.
       - Ватанға һөйөү тыуған яҡҡа, уның тарихына, китаптарҙа яҡтыртылған урамдар һәм ҡалалар исемдәренә, һәйкәлдәргә һәм монументтарға булған һөйөүҙән башлана, - тигәйне Узиков бер йыл элек. - Әммә нығыраҡ яратыу өсөн тыуған төйәгеңде белергә кәрәк. Һәм беҙ, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, үҙебеҙҙең эҙләнеүҙәр һәм асыштар менән, билдәле кешеләр менән бәйле булған иҫтәлекле урындарҙы популярлаштырыу йөҙөнән уҡыусыларҙы үҙенең кесе ватанының тарихы менән ҡыҙыҡһындырырға ынтылабыҙ.
       Ю.А. Узиков күп наградаларға һәм исемгә лайыҡ. Ул БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Салауат Юлаев һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика дәүләт премиялары лауреаты, Владимир Бирюков исемендәге Урал премияһы лауреаты.
       ...Бәлки, бөгөн Юрий Андреевич тураһында белеүселәр күп түгелдер. Уның тыуған яҡты өйрәнеүҙә индергән өлөшө тураһында кемдер яҙасаҡ бит, ә мәктәп уҡыусылары уның китаптары буйынса республика тарихын өйрәнәсәк. Бының өсөн тәүшарттар бар. Минең бер коллегам, Узиковтың яңы китабын күргәс, былай тине: "Мәктәптә ҡалала үҙең йәшәгән урам тураһында инша яҙырға ҡушалар ине, мин һәр саҡ Юрий Андреевичтың хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итә торғайным, унан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ала инем". Узиковтың "БАШвестЪ" та баҫылған материалдарын бик күп интернет-порталдар ала. Был тыуған яҡты өйрәнеүсенең хеҙмәттәренә һорау ҙур булыуын иҫбатлай. Узиков хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең эҙләнеү эштәрен дауам итә. Тимәк, ул кадр артында ҡалмай. Ул тарихтың бөр өлөшө, ә тарих биттәрен ул үҙе яҙа.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал