6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Хореография

Áейеү äаны минуты
24.11.08


       Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта үҙенсәлекле кеше. Уның исеме төрлө йәштәге һәм төрлө шөғөл ìåíœí ìœø¼ë áóëàí кешеләр㜠таныш. Уның исемен шулай уҡ башлап һәм профессиональ бейеүселәр ҙә белә. Уның таланты арҡаһында ике ҡаланың - Нефтекама һәм Ҡазандың исеме тағы ла илгә яңғыраны. Ул беренсеһендә тыуып үҫкән, ә икенсеһендә ул әлегә ваҡытта йәшәй, уҡыé һәм эшләй.
       Уның тураһында беренсе тапҡыр "Дан минуты" телетапшырыуынан һуң һөйләй башланылар. Унда яҡташыбыҙ финалға сыҡты. Ул ваҡытта уның сығыштары иғтибарға лайыҡ ине. Әммә уға уңыш һәм дөйөм танылыу "Ҡағиҙәһеҙ бейеүҙәр" проектында бронза призер булғандан һуң килә. Серҙе асайыҡ һәм геройыбыҙ - Ренат Хәйруллин менән таныштырайыҡ.
       Ренат Ҡазанда йәшәй, беҙ - Өфөлә. Ниһайәт, уның телефон һандарын алып, шылтыратам һәм трубкала яғымлы тауышын ишетәм. Биш минуттан һуң әңгәмә ҡорорға килешәбеҙ. Ренат аҙнаһына өс тапҡыр бейеү студияһында түңәрәк алып барыу өсөн ҡаланың бер осонан икенсе осона тиклем йөрөй. Студияла йәш һәм социаль статус буйынса бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ, бында һәр теләгән кеше килеп, бейеү серҙәренә өйрәнә ала, һәм ундайҙар күп.
       - Һөйләшеү өсөн ваҡыт ҡулайлымы? - тип ҡыҙыҡһынам.
       - Эйе, мин 40 минут самаһы юлда булам, нигә һөйләшмәҫкә, - тип яуап бирә әңгәмәсем.
       - Ренат, проектта ҡатнашҡандан һуң һинең тормошоң үҙгәрҙеме?
       - Минең уйымса, бөтәһе лә шулай уҡ ҡалды. Урамдағы кешеләр мине таный башланы. Элек үҙемә ҡарата шунса иғтибар булманы, тип әйтә алмайым. Тамашасылар концерттан һуң минең яныма килде, клубтан сығыуымды көттөләр, автограф биреүемде һоранылар. Хәҙер мине сәхнә гримынан башҡа ла таныйҙар.
       Ренат бейеүгә булған һәләтен Нефтекама педагогия колледжында студент йылдарында аса. Бала саҡта башҡа сәнғәт төрө менән шөғөлләнә - баянда, фортепианола һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Ул үҙенең киләсәген музыка менән бәйләү тураһында ла етди хыяллана. Һөҙөмтәлә шәп бейеүсе килеп сыҡты. Ренат үҙенең оҫталығын колледжының бейеү студияһында шымарта. Ул бында билдәле "Түңгәүер" хореография ансамблендә шөғөлләнә. Ренат ул ваҡытта уҡ үҙенең проекттарын ышаныслы тормошҡа ашыра башлай - сағыу яңғыҙ номерҙар булдыра, улар менән клуб майҙандарында сығыш яһай. Ренат классик хореографик белемен хәҙерге бейеүҙәрҙә, атап әйткәндә, брейк-данста файҙалана.
       - Ул ваҡытта был Нефтекама өсөн яңы йүнәлеш була. Мин уны үҙаллы үҙләштерҙем, òàïøûðûóƒàð, êëèïòàð áóéûíñà ³éðœíäåì, óëàðƒû бейеүселәр башҡара èíå, үҙем хәрәкәттәр уйлап сығарҙым. Әлбиттә, күп нефтекамалар брейк-дансҡа өйрәнергә теләне, һәм мин төркөм булдырҙым. Беҙ аҙаҡ был төркөм менән төрлө концерттарҙа сығыш яһаныҡ, конкурстарҙа ҡатнаштыҡ.
       Ренат Ҡазанға күсеп киткәс, төркөм етемһерәп ҡала, әммә тарҡалмай. Хәҙер уның менән Ренаттың иптәше етәкселек итә, егеттәр шөғөлләнеүен дауам итә, үҙҙәре бейеү ҡуя, улар Ренат эшåíäœ ³¿ò³íë³ê áèðãœí талаптарҙы үтәргә тырыша. Ðåíàò ûøàíà: óңышлы бейеү композицияһы үҙендә сағыу нәфис образ, мауыҡтырғыс хореография һәм һайлап алынған яҡшы музыка менән тап килергә тейеш.
       - Мин башта көйҙө тыңлайым, шул ваҡытта бәйләнештәр барлыҡҡа килә, образ тыуа. Аҙаҡ уларҙы сәхнәлә тормошҡа ашырыу өсөн видеоархив ҡарайым, хәрәкәттәр уйлап сығарам, ғәҙәти булмаған ҡараш табырға тырышам.
       Шуға күрә Ренат үҙенең үҙенсәлекле ҡарарҙары менән "Ҡағиҙәһеҙ бейеүҙәр" проектында башҡаларҙан айырылып торҙо. Программаны алып барыусы Тимур Родригес Ренаттың нәҡ ошо сифатына баҫым яһаны.
       - Мин халыҡсы, - ти Ренат, үҙенең классик белемен күҙ уңынäа тотоп. - "Ҡағиҙәһеҙ бейеүҙәр"ҙә урам йүнәлешендәге - хип-хоп, тик-тоник, поплокинг кеүек хәҙерге бейеүҙәрҙе күрһәтергә кәрәк ине. Мин акробатика, халыҡ бейеүҙәре элементтарын һәм яңы хореография жанрҙарын уңышлы күрһәтә алдым. Был лайыҡлы ярыш булды, башҡа конкурсанттар ҙа яҡшы әҙерләнгән ине.
       - Минең дуҫ ҡыҙым Диләрә, туғандарым, иптәштәрем минең көсөмә ышанды, - тип һүҙен дауам итә Ренат. - Тимур Родригес һәр саҡ дәрт өҫтәп торҙо. Проект тамамланғандан һуң ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар был ваҡиғаны билдәләргә барҙыҡ. Мин Родригес менән оҙаҡ ҡына ваҡыт аралаштым, ул шәп әңгәмәсе.
       "Ҡағиҙәһеҙ бейеүҙәр" проектынан һуң Ренат Хәйруллин Ҡазанға ҡайтты. Ул Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының 4-се курсында уҡый. Бынан тыш, ул балаларҙы һәм өлкәндәрҙе заман бейеүҙәренә өйрәтә, мәктәптә һәм юғары уҡыу йортонда бейеү студияһын алып барырға ла өлгөрә.
       Ҡала клубтарында һәм концерт майҙандарында сығыш яһай, шулай уҡ популяр татар йырсыһы Ғәбделфәт Сафиндың проектында ҡатнаша.
       Ренат киләсәккә пландар ҡора һәм йәш ҡазандарҙы заман хореографияһы серҙәренә өйрәтә šœì áûà óë ¼ƒåíå¾ âàºûòûí šœì ê³ñ³í éœëëœìœé.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал