6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Акциялар

Гастролдәргә конвой îƒàòûóûíäà
24.11.08


       Илдең талантлы зектары, улар араһында Башҡортостан колонияларынан хөкөм ителеүселәр бар, Красноярск ҡалаһында йыйыла. 25 ноябрҙә хөкөм ителеүселәр араһында "Ҡыҙыл балан" Бөтә Рәсәй конкурсының гала-концерты була.
       Ижад уҡыу һәм хеҙмәт менән бер рәттән хөкөм ителеүселәргә õîëîº төҙәтеү юлына баҫыóƒà ниндәйҙер кимәлдә ярҙам итә. Бына ни өсөн күп төрлө үҙешмәкәрлек колонияларҙа үҫешә: ағас семәрләү, театр студиялары, бейеү түңәрәктәре, тегеү эше. Тимер сымдар артында төрлө ярыштар үткәрелә: спорт, шахмат һәм шиғриәт ярыштары. Әммә бер конкурс та үҙенең популярлығы һәм ижтимағи сағылышы буйынса "Ҡыҙыл балан" менән ярыша алмай.
       Красноярск - бишенсе ҡала, ул ваҡытлыса иркенән мәхрүм ителгән вокалсыларҙы ҡабул итә. Был конкурс беренсе тапҡыр Мәскәүҙә үткәрелде, аҙаҡ Дондағы Ростовта, Силәбелә, үткән йылда финалистарҙы Өфө ҡабул итте.
       Әйтергә кәрәк, теге йәки был ҡалала гала-концерт үткәреү - был хужаларҙың яуаплылығы ғына түгел: был беренсе сиратта тәрән ышаныс билдәһе, төбәктең пенитенциар системаһы учреждениеларының эше тейешле кимәлдә алып барылыуын таныған билдә ул. Ҡабул итеүсе яҡтың яуаплылығы тураһында һөйләгәндә, конкурстың үҙенсәлеген иҫәпкә алғанда, уның дәрәжәһе арта. Федераль яза үтәү хеҙмәтенең төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәренә ñàðàíû үткәреүҙән тыш, концертта ҡатнашыусы хөкөм ителеүселәрҙе урындағы холоҡ төҙәтеү колонияларында урынлаштырырға, репетиция яһау өсөн мөмкинлектәр булдырырға, уларҙы йәмғиәттән ышаныслы изоляциялауҙы тәьмин итергә кәрәк: сәфәр барышында, әлбиттә, иркенән мәхрүм ителеүсенең статусы үҙгәрмәй. Гастролерҙар концерт үтәсәк ҡалаға этап менән тимер юлда килә. Уларҙы мәҙәниәт йортона тиклем автозакта килтерәләр, ә сәхнәгә тиклем - конвой îƒàòûóûíäà.
       Үткән йылда Өфөлә "Ҡыҙыл балан" конкурсының финалы үтте. 2007 йылдың сентябрендә Рәсәйҙең 10 субъектынан 37 хөкөм ителеүсе баш ҡалаға килде. Һайлап алыу этаптарында, ул илдең һәр төбәгендә тиерлек үтә, ҡатнашыусылар һаны 5-6 мең кешегә етә.
       "Ҡыҙыл балан" конкурсы "үҙ-ара" сиктәренән сыҡты һәм ул хөкөм ителеүселәр, холоҡ төҙәтеү колониялары хеҙмәткәрҙәре өсөн генә түгел, әммә киң даирә тыңлаусылар өсөн дә ҡыҙыҡһыныу уята. Конкурста башҡарылған композицияларҙың яҙмалары менән дискыларҙың ирекле һатыуҙа булыуы һәм уларҙың ҙур һорау менән файҙаланыуы был турала һөйләй. "Ҡыҙыл балан" - ул шансон һәм "блат" йырҙарынан тора, тип уйлайҙар. Әммә был дөрөҫ түгел. Хөкөм ителеүселәр төрлө жанрҙа һәм төрлө темаларға йырҙар башҡара. "Ҡыҙыл балан" конкурсының гала-концертында булған йәки яҙмалар тыңлаған кеше белә: был йырҙар автобиографик һәм күңелдәген асып һалыуға оҡшаған, ә текстарҙа иң яҡын кешеләргә - ата-әсәгә, балаларға һәм һөйгәндәренә исемләнгән "ғәфү ит" һүҙе башҡа һүҙҙәргә ҡарағанда йышыраҡ ҡабатлана.
       Әйткәндәй, был концерттар ябыҡ режимда бара. Уларға билет һатылмай. Концертҡа енәйәт-холоҡ төҙөтеү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә, ойоштороусыларға, бағыусыларға, шулай уҡ конкурсанттарҙың ата-әсәләренә һәм, әлбиттә, журналистарға бирелгән саҡырыу билеты буйынса үтәләр. Залдағы тамашасылар араһында, әлбиттә, ҡатнашыусыларҙан тыш, хөкөм ителеүселәр булмай.
       Быйылғы конкурста Башҡортостан колонияларынан да хөкөм ителеүселәр бар. Финалда ҡатнашыуға 15 коллектив һәм айырым башҡарыусылар дәғүә èòòå. Һөҙөмтәлә ике төркөм - "Хәтер" дуэты һәм "Яңырыу" ансамбле республика исеменән сығыш яһай. Уларҙың икеһе лә бер учреждениенан - Салауат ҡалаһының 16-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы.
       Ике коллектив та - конкурста даими ҡатнашыусылар. "Яңырыу" ансамбле ике тапҡыр лауреат исеменә лайыҡ булды - 2004 һәм 2007 йылдарҙа. Музыканттар 2005 йылда Силәбелә үткән гала-концертта ҡатнашты. Уларҙың репертуарында Рәсәй композиторҙары һәм үҙҙәре ижад иткән утыҙҙан ашыу йыр иҫәпләнә. Музыканттар уларҙы рус һәм татар телендә башҡара. 2006 йылда был төркөм "Йондоҙҙар эҙләйбеҙ" радиоконкурсында әүҙем ҡатнашҡан өсөн "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының Почет грамотаһы менән билдәләнде. Ошо уҡ йылда Федераль яза үтәү хеҙмәтенең БР буйынса баш идаралығы "Моң" студияһы менән берлектә ансамблдең яҙмаһы менән аудиокассета сығарҙы. Ансамбль етәксеһе Сөләймән Латипов, ул 11 йыл тимер сым артында үткәргән, алда тағы ла биш йыл, "Ах, ты, Русь моя" тигән яңы композиция жюри ағзаларының һәм тамашасыларҙың күңеленә хуш килер, тигән өмөттә.
       "Хәтер" дуэтын Геннадий Аксенов булдырған, уның хөкөм ителеүенә шулай уҡ 11 йыл, шуның 6 йылын ижадҡа арнаған. Геннадий үҙенең йырҙары өсөн музыкаһын һәм һүҙҙәрен үҙе яҙа, үҙе гитарала уйнай. Үҙ ваҡытында Аксенов Чечняла хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан, шуға күрә репертуар нигеҙен хәрби-патриотик йырҙар тәшкил итә. Рәсәй армияһының элекке офицеры Геннадий Аксенов Батырлыҡ ордены һәм икенсе дәрәжә "Хәрби хеҙмәттә отличие өсөн" миҙалы менән наградланған. Әле судта шартлы-ваҡытынан алда азат итеү тураһында уның үтенес ҡағыҙы ята. Конкурс тарихында шундай хәлдәр ҙә була: башҡарыусылар финал алдынан судтың ыңғай ҡарарын ала, ә азат итеү тураһында сәхнәнән тантаналы рәүештә иғлан ителә. "Яңырыу" төркөмөнөң элекке ҡатнашыусыһы менән шулай булды. Үткән йылда гитарист Дим Йәрмөхәмәтов "Химик" мәҙәниәт йорто сәхнәһенән шартлы-ваҡытынан алда иреккә сығарылды.
       Әлбиттә, конкурста ҡатнашыу ирек бирмәй, әммә был хөкөм ителеүсе өсөн плюс һәм һөҙөмтәлә ул ваҡытынан алда иреккә сығырға булышлыҡ итә ала. Конкурс хөкөм ителеүселәргә үҙҙәре тураһында музыкант булараҡ белдертеү һәм иректә яратҡан эш менән артабан шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә. Жюри ағзалары араһында танылған йырсылар һәм музыканттар - Надежда Бабкина, Александр Маршал, Вилли Токарев һәм башҡалар бар.
       - Конкурс ҡатнашыусыларға күңел выжданлылығын күрһәтеү мөмкинлеген бирә, - ти Өфөлә концертта Дәүләт Думаһының комитет рәйесе, Енәйәт-холоҡ төҙәтеү системаһы попечителлек советы башлығы Павел Крашенинников. Ул шулай уҡ бер миҫал килтерҙе: конкурс тарихында уның финалистарының береһе лә яңынан тимер сым артына эләкмәгән.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал