6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Геолог, ныҡ тор!
21.11.08


       АҠШ-тың иҫтәлекле урыны - Азатлыҡ статуяһын эшләү өсөн Башҡортостанда табылған баҡыр киткән. Һеҙҙең был турала ишеткәнегеҙ бармы? Ә йәшмәнең республиканың визит карточкаһы була алырын беләһегеҙме? Бындаé зиннәтлелек башҡа бер ерҙә лә юҡ: Рәсәйҙә лә, сит илдә лә. Ә беҙҙә ҙур базальт ятҡылыҡтары бар...
       Әлбиттә, был турала күптәр белмәй. Был мәсьәләләрҙә ҙур мәғлүмәтле кешеләр генә түгел, Башҡортостанда эшләгән һәр геолог был турала ентекле һөйләй ала. Миҫал өсөн, Ер аҫты ҡаҙылмаларын файҙаланыу буйынса БР идаралығы начальнигы Рәсих Хәмитов Азатлыҡ статуяһы әҙерләнгән баҡыр тураһында һөйләй:
       - Ул ваҡытта Башҡортостандың тау сығарыу предприятиелары баҡыр табыу менән шөғөлләнгән һәм уларҙы сит илгә оҙатҡан. Рәсәйҙең һәм АҠШ-тың ике яҡлы хеҙмәттәшлеген дәлилләгән был факт һәм башҡалар тураһында американдар һөйләргә яратмай.
       Дөйөм алғанда, беҙҙең республика файҙалы ҡаҙылмаларға бай. Уның урынын ғына табырға һәм уларҙы эшкәртә башларға кәрәк.
       Рәсих Хәмитов һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан территорияһында асыҡланған нефть запастары 25 йылға етә. Шулай уҡ төҙөлөш кәрәк-ярағы өсөн сеймал, йәшмә, баҡыр, цинк, базальт, аҫыл металдар сығарыу, һәм, әлбиттә, эсәр һыу запастарын асыҡлау перспективалы. Һәм бөтәһе лә һәйбәт булыр ине, әгәр бөтә ергә лә етешеүсе финанс көрсөгө булмаһа, ул геологтарҙа ла сағылмай ҡалманы.
       - Геологтар ауыр осор кисерә, - ти Рәсих Хәмитов. - Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең иҡтисады минераль-сеймал ресурстарына нигеҙләнә, улар ер аҫты ºàƒûëìàëàðû менән файҙаланыусыларға аукцион нигеҙендә тәҡдим ителде. Әммә бөгөн нефттең хаҡы бюджетты планлаштырылған ваҡытта күҙаллау билдәһенән түбән төштө. Бюджетҡа финанс көрсөгө көслө тәьҫир итмәне, тиҙәр. Баҡырға, цинкка һәм башҡа металға хаҡтар төштө. Был беҙҙең предприятиеларға ла ҡағылды.
       Әммә, Ер аҫты ҡаҙылмаларын файҙаланыу буйынса БР идаралығы начальнигы раҫлауынса, көрсөк шарттарында производствоны туҡтатырға кәрәкмәй.
       - Геологоразведканы, файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙы һәм уларҙы эшкәртеүҙе, шулай уҡ эре предприятиеларҙың эшен туҡтатырға ярамай, - тип һанай Рәсих Хәмитов. - Бөгөн, миҫал өсөн, "ВАЗ" һәм "КАМАЗ" кеүек эре предприятиелар үҙҙәренең эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Ә улар менән беҙҙең республика предприятиелары тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн эске һорауҙы һәм ҡулланыуҙы тәьмин итергә кәрәк. Хөкүмәт быға иғтибар итергә тейеш. Беҙҙә ресурстар бар. Шуға күрә етештереүселәр㜠аҡса бирергә кәрәк. Күмер сығарыуҙы, металл ҡуйыуҙы дауам итергә кәрәк. Әгәр был механизм туҡтаһа, был ил халҡында сағыласаҡ.
       Финанс көрсөгөн нисек еңергә? Рәсих Хәмитовтың үҙенең тәҡдимдәре бар:
       - Көрсөк шарттарында ла ҡайтанан етештереү мәсьәләһе менән шөғөлләнергә кәрәк. Һаҡсыллыҡҡа ҡарамаҫтан, энергия ресурстарын ҡулланыу йылдан-йыл арта. Беҙ Рәсәйҙә йыл һайын 150 миллион тонна нефть ҡулланған булһаҡ, ә АҠШ-та был һан - миллиард тоннанан ашыу. Һәм беҙ нефть ҡуйыуҙы кәметһәк, был беҙҙең предприятиеларға һуғасаҡ. Беҙ Рәсәй төбәктәренә лә, һәм сит илгә лә сеймал ҡуябыҙ. Һөҙөмтәлә төшөм алабыҙ. Ул предприятиеларҙың үҙҙәренең, һәм республика халҡының именлегенә тәьҫир итә.
       Әлбиттә, геологтарҙың көрсөктән тыш башҡа проблемалары бар. Миҫал өсөн, геологоразведка предприятиеларының һаны йылдан-йыл кәмей, шул сәбәптән кадрҙар һанын ҡыҫҡартыу килеп сыға.
       - Бөгөн геîлогия тармағы өсөн үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, квалификациялы белгестәр әҙерләү мөһим, - ти Рәсих Хәмитов.
       Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Геология институты директоры Виктор Пучков Рәсих Хәмитовтың фекере менән килешә. Геолог һөнәре абруйын күтәрергә кәрәк, тип һанай Пучков.
       - Төп проблема - квалификациялы белгестәрҙең етешмәүе, - ти Виктор Пучков. - Геология йәштәрҙе йәлеп итмәй башланы. Һуңғы йылдарҙа тармаҡта эш хаҡы артты. Был ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына ла ҡарай. Хәҙер сиратта юғалған кадрҙар потенциалын тергеҙеү.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал