6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Путевкалар һәр кем алырлыҡ булырмы?
21.11.08


       Башҡортостан шифаханалары күптән һәм хаҡлы рәүештә төбәк бренды тип һанала. Республиканың тәбиғи матурлығы һәм файҙалы сығанаҡтарының күп төрлөлөгө, республика ҡаҙнаһынан рекреацион система үҫешенә йүнәлтелгән хәтһеҙ һалыуҙар беҙҙең шифаханаларға илдең популяр шифаханалары рәтендә лайыҡлы урын алырға булышлыҡ итте. "Шифахана-2008" Бөтә Рәсәй форумы наградалары быны иҫбатлай. Унда беҙҙең республика 11 алтын һәм ете көмөш миҙал алды. Шифаханаларҙа буш урындарҙың булмауы ял һәм һауыҡтырыу урындарын һайлап алыу өҫтөнлөктәре тураһында һөйләй.
       Әммә шуның менән бергә, әйтәйек, уртаса статистикалы ғаиләнең, мәҫәлән, бюджетниктарҙың, ниндәйҙер бер шифахаíала тулы һауыҡтырыу курсын алыу мөмкинселеге бармы? Шифаханала бер көн булыу 800 һумдан 1927 һумға тиклем төшә. Әммә бөтә кешенең дә бындай мөмкинселеге юҡ.
       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республика парламентына Мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостан Хөкүмәтенә санатор-курорт системаһында путевкаларға хаҡтар булдырыуҙы контролгә алырға ҡушты. Ял итеүселәрҙең һаны йылдан-йыл артыуына ҡарамаҫтан - үткән йылда уларҙың һаны 130 мең тирәһе булған, яҡынса өстән бер өлөшө - башҡа төбәктәрҙән ял итеүселәр.
       - Был беҙҙең шифаханаларҙың популярлыҡ яулауы хаҡында ғына дәлилләмәй, әммә республика халҡы өсөн путевка хаҡтарының ҡиммәт булыуы тураһында ла һөйләй, - тиелә программа документында.
       Шифаханаларҙы үҫтереү перспективалары һәм уларҙы финанс һауыҡтырыу, атап әйткәндә, республиканың санатор-курорт системаһын үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса БР Хөкүмәте ҡарамағындағы ведомство-ара комиссия ултырышында ҡаралды.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов билдәләүенсә, "шифаханаларыбыҙ бюджетниктар өсөн арзан булырға тейеш". Шуныһы мөһим, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәрең шифаханаларҙа, профилакторийҙарҙа, ял йорттарында дауаланыу мөмкинлеге булһын, ғаилә ялы программалары әүҙем индерелһен, тине вице-премьер.
       Миҫал өсөн, Ғафури районындағы шифаханала, директор урынбаҫары Раушания Аллаярова һүҙҙәренә ҡарағанда, ял итеүселәр араһында популярлаша барған "ял турҙары", "әсә һәм бала" кеүек ял формалары практикаға индерелә.
       Аңлашыла, төрлөлөк ял итеүселәрҙе йәлеп итә. Беҙҙең шифаханаларыбыҙҙа ял итеүселәр һаны йылдан-йыл арта.
       Бөгөнгө көндә республикала санатор-курорт системаһында 14 объект төҙөлөшө бара. 2009 йылда ун объект төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла. Средстволарҙың күп өлөшөн республика бюджеты бүлә. Шифаханаларҙың конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү өсөн сифатлы инфраструктура булдырырға кәрәк.
       Әммә шул уҡ ваҡытта был мәсьәләлә хәл ителмәгән проблемалар ҡала.
       - Үҙ мөмкинлектәреңде үлсәп, артабанғы төҙөлөш өҫтөнлөктәрен билдәләргә кәрәк, - тине Фидус Ямалетдинов. - Үкенескә ҡаршы, бөгөн күп шифаханалар тамамланмаған объекттар күләменә эйә, йылдан-йылға был картина үҙгәрмәй. Шуның менән бергә зыян килтереп, шифахана ла үҫешмәй, һәм республика финанс һалыуҙар һәр саҡ һөҙөмтәле файҙаланылмай.
       Беҙҙең шифаханалар - улар, моғайын, һаулыҡ һаҡлау объекттары түгел, ә тулы ҡиммәтле предприятиелар, уларƒû¾ òàáûøû насарƒàí ò¼ãåë. Һәм бында табыш путевкалар һатыуҙан ғына түгел, әммә минераль һыу һәм ҡымыҙ һатыуҙан, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүҙән дә килә.
       Хәҙерге иҡтисади хәл, беренсе сиратта кешегә йүнәлтелгән социаль өлкәһендәге яңы маҡсаттар бурыстар ҡуя, улар республиканың санатор-курорт системаһы өсөн дә актуаль булырға тейеш.
       Иң мөһиме, БР Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, һәр шифахананың комплекслы үҫеш планына өҫтөнлөктәр урынлаштырырға һәм төҙөтмәләр индерергә кәрәк. Үҙеңдең киләсәгеңде күҙалламай, иҡтисади анализ күрһәткестәренә эйә булмай тороп, предприятиеларҙың береһе лә уңышлы үҫә алмай.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал