6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Еңеүҙәр һәм уңайһыҙ хәлдәр: һайлау йомғаҡтары
23.03.04


       Ун дүртенсе март бөтә нескәлектәрҙе лә иҫтә тотоп Рәсәй х алҡы алдағы дүрт йылға үҙенең Президентын һайланы. Тарихтағ ы илбашлығын һайлау буйынса иң тыныс кампания үтеп тә китте.
       Илебеҙҙә киләсәктә беҙҙең менән кемдең идара итәсәгенә шикләнеүсе булмағандыр ул. һөҙөмтә алдан уҡ билдәле ине бит . Һорау ни бары "нисә процент" булыуынан ғибәрәт ине.
       Шул проценттарҙға Владимир Путиндың Рәсәй Президенты бул ырмы - юҡмы икәнлеге бәйле булды. РФ Үҙәк һайлау комиссияһын ың алдан алған мәғлүмәттәре буйынса, бында шикләнерлек урын юҡ. Владимир Путин халҡы ышанысын юғалтыу түгел, уның һанын ҡырҡа арттырыуға ирешкән ил башлығы булып сыҡты.
       Икенсе лайыҡлы урынды, йөҙҙәр алмашыуына ҡарамаҫтан, ко ммунистар партияһы вәкиле Николай Харитонов яуланы. Ул Дәүлә т Думаһына һайлауҙарҙа үҙ партияһына ҡарағанда ике миллионға
       күберәк тауыш йыйҙы. Дөйөм алғанда, был һөҙөмтә насар түгел , сөнки уға бер процент тауыш бирәсәк тип иҫәпләне ине. Ә үт кән һайлауҙар был күҙаллауҙарҙың хата булыуын һәм Харитоновт ың хатта өс процентҡа тиклем тауыш йыйыуын асыҡ күрһәтте. Бы л иһә, үҙ сиратында, коммунистар партияһының эшкә һәләтлеге хаҡында һөйләй. Тик бына сағыу эш алып барылһын өсөн етәксел екте алмаштырырға кәрәктер, моғайын.
       Сергей Глазьев өсөн 2003 йылдың декабрендә "Родина"ға би ргән тауыштар һанынан сығып иҫәпләгәндә, процент кәмей төшкә н. Ҡанаттары ҡайырылған ҡоштоң шулай булһа ла, йәрәхәттәре тартылғас, үҙе күрһәтеүе ихтимал. Әммә сәйәси юлдың бигерәк тә ҡытыршы булыуы арҡаһында аҙаҡҡы абруйын юғалтҡан сәйәсмән гә ышаныусылар табылырмы икән Юҡтыр, юҡтыр ...
       Сәйәси өлкә кешеһенә ҡарағанда ҡор - туйҙарығ "биҙәге" Ирина Хакамаданы, һайлаусылар дүртенсе урынға сығарып, танау ына сирттеләр, шикелле. Уның һуңғы ун йыл эсендә Чубайс һәм башҡа ышанысһыҙ шәхестәр менән дуҫлашыуын Рәсәй халҡы кисерм әне. Шулай уҡ уның барыһына ла ҡаршы тауыш бирергә саҡырыуҙа ры ла үҙенә ҡаршы ҡайтты, буғай. Президент һайлауҙарын сәйәс и үҫешенең сираттағы баҫҡысы итеп иҫәпләүҙәре нигеҙһеҙ булы п сыҡты. Элегерәк үҙ партияһын булдырырға хыялланған Ирина Х акамада был эшкә тотонормы икән хәҙер. Шикле, бик шикле.
       "Барыһына ла ҡаршы" кандидат, Олег Малышкин һәм Сергей Мироновты күпкә артта ҡалдырып, дүртенсе урынға сыҡты. ЛДПР вәкиле Олге Малышкиндың ни рәүешле ике процент йыя алыуы апт ыратмай ҡалдырмай. Владимир Жириновскийҙың ҡыҫҡа ғына ваҡыт
       эсендә охранниктан ҡараш түҙерлек Президентлыҡҡа кандидат
       өлгөртөүе маҡтауға лайыҡ, әлбиттә. Был факт уның оҫта пиа рсы булыуын күрһәтә. Бынан тыш Жириновский үҙенең 2000 йылд а йыйған һөҙөмтәләренең Малышкиндыҡынан түбән буласаҡ тип уй ламағандыр.
       Ә бына Федерация Советы ағзаһы Сергей Мироновты уҙыуы күңе лһеҙ хәлдәрҙең береһелер, моғайын. Сөнки ул дәүләтттең өсөнс ө кешеһе бит. Һайлауҙарҙа 0,8 процент тауыш алыу спикер өсө н оят ҡына түгел, ҡыҙғаныс та.Үҙен тәжрибәле сәйәсмән тип иҫ әпләгән спикерҙан халыҡ йыш ҡына "Уны, бахырҙы, кем унда улт ыртҡан икән һуң" тигән һорау менән йонсота.
       Рәсәй төбәктәренең иң эреләренең беоеһендә - Башҡортостан Республикаһында РФ Президентын һайлау үҙенсәлекле индикатор
       булды. 903 һайлаусы теркәлгән республикала халыҡ-ара күҙәте үселәр ҙә эшләне бит.
       Һуңғы һөҙөмтәләр тупланғандан һуң, аналитиктәр һәи сәйәсм әндәр үҙ һүҙҙәрен мотлаҡ әйтәсәк, әлбиттә. Әммә алдан шуны ә йтергә була: халыҡ илебеҙ 2000 йылда алған курсты ҡайтарыу т еләге менән янып йәшәй һәм яҡты тормошҡа ынтыла.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал