6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Кәүгәләү кәрәкмәй - түбәнәйеү артынан үҫеш
21.11.08


       Рәсәйлеләр - зирәк халыҡ. Илгә донъя финанс көрсөгөнөң беренсе тулҡыны килеп етеү менән (был август айында айырыуса киҫкен тойолдо), халыҡ шунда уҡ ҡыҙыҡ уйлап тапты: "Рәсәй 1998 йылдағы дефолттың 10 йыллығын донъя финанс көрсөгө менән билдәләргә ҡарар итте". Ярай әле, сираттағы дефолт түгел. Рәсәйҙең "властлы" структуралары дефолт булмаясағы хаҡында бер нисә тапҡыр белдерҙе. Тағы ла бер тапҡыр ышанып ҡарайыҡ. Именлек дәүеренең тамамланыуын бөтәһе лә аңлай.
       Рәсәйҙең яғыулыҡ-энергетика комплексы һәм металлургия бер нисә ай элек үҙенең үҫешенә, шулай уҡ көнбайыш компаниялары акцияларына средстволар һала ине, ә хәҙер дәүләттән субсидиялар һорай. Төҙөлөш комплексының бер йыл элек табышлылығы 600-700 процентҡа етә ине, ә хәҙер уның әйләнеш средстволары юҡ. Рәсәй продукцияһын донъя баҙарына үҫтереү өсөн булдырылған дәүләт корпорациялары хәҙер һалым льготалары көтә. "Бәләкәй бизнестан ҡулығыҙҙы алығыҙ, беҙ үҙебеҙ эшләп табабыҙ!" - был бәләкәй бизнестың девизы ине. Хәҙер ул да средстволарға мохтаж, ә уны банкыларҙан алып булмай. Әлегә хәлдәр шулай, һәм киләһе йыл ауыр буласаҡ - финанс-иҡтисади күрһәткестәр кәмей, инфляция үҫеүен дауам итә, донъя финанс баҙарында тотороҡлолоҡ көтөлмәй.
       Кем иҫкәртелгән, шул ҡоралланған, тиҙәр. Башҡортостанда киләһе йылға ҡабул ителгән төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау, республиканың иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко һүҙҙәренә ҡарағанда, консерватив. Бынан алдағы үҫеш сценарийҙары менән сағыштырғанда күҙаллау күрһәткестәре айырым позициялар буйынса ике-дүрт, ун (тауар әйләнеше) процентҡа кәмегән. Ошо күҙаллау нигеҙендә бюджет ҡабул ителде.
       Евгений Евтушенко һүҙƒәренә ҡарағанда, октябрь айында күп күрһәткестәр үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда кәмегән. Миҫал өсөн, ун айҙа республика ойошмаларының әйләнеше 1,5 триллион һум тәшкил итте, үткән йылдың ун айы менән сағыштырғанда 29,8 процентҡа күберәк, ә быйыл октябрҙә әйләнеш үҫеше үткән йылдың һаны менән сағыштырып ҡарағанда ни бары 15,8 процент тәшкил иткән.
       Ун айҙа сәнәғәт етештереүе индексы 110,4 тәшкил иткән, октябрҙә - 109 процент.
       Ағымдағы йылдың октябрендә инвестициялар күләме шулай уҡ кәмегән - 5,6 процентҡа тиклем (үткән йылдың күрһәткестәре менән сағыштырғанда), ун айҙа инвестициялар күләме 130,5 миллиард һум тәшкил иткән, был үткән йылдың күрһәткестәренән 7,6 процентҡа юғары.
       Октябрҙә торлаҡ төҙөлөшө буйынса һандар яҡшы - октябрҙә торлаҡ "квадраты" үҫеше үткән йылдың октябре менән сағыштырғанда 73 процент тәшкил итте. Ун айҙа торлаҡ төҙөлөшө, үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 15,6 процентҡа күберәк.
       Министр һүҙҙәренә ҡарағанда, киләһе йылда төҙөлөш комплексы предприятиеларына, сауҙаға һәм бәләкәй бизнесҡа ауырға тура киләсәк. Быға аңлатмалар бар. Башлыса, был өлкœләр кредит ресурстары иҫәбенә йәшәй: төҙөүселәр эштәр башҡарыу өсөн заемдар ала, сауҙаға тауарҙар өсөн средстволар талап ителә, бәләкәй бизнес та средстволарға мохтаж. Әле ҡайһы бер банкылар кредит биреүҙе туҡтатты. Әммә һанап кителгәндәргә генә түгел, ә эре предприятиеларға ла кредит биреү туҡтатылды. Банкылар предприятиеларҙың финанс хәле ҡәнәғәтләнерлек дәрәжәлә булмауына, кәрәк булмаған залог менән тәьмин итеүгә, банкының кредит ресурстарының булмауына нигеҙләнә. Әйләнештәге тауарҙарҙы залог итеп кредиттар биреү туҡтатылды. Бынан тыш, бөгөнгө көндә күсемһеҙ милек һәм предприятиеның ер участкалары залог сифатында кредиттарҙы тәьмин итеүҙә өҫтөнлөклө төр булып тора. Хәл үҙгәрмәй тороп, банкыларға иҫәп тотоп булмай.
       Әммә бөтәһе лә күңелһеҙ түгел бит. Билдәле булыуынса, һынылыш ваҡыттары - был кем өсөндөр үрләү мөмкинлеге áóëäû, ә кем быны булдыра алмаíû... Комментарийһыҙ. Башҡортостан, бөтә Рәсәй кеүек, 1991 һәм 1998 йылдар көрсөгөн үткәрҙе, һәм унан һуң республикала хәлдәр күпкә яҡшырҙы. Иң мөһиме, министр фекеренсә, эшкәртеүсе производстволарҙы үҫтереүгә, һәм юғары өҫтәлгән ҡиммәт экспорт тауарҙарына иҫәп тотоп, ресурстарҙы һөҙөмтәле һәм урынлы файҙаланырға, производствоға инновацияларҙы әүҙем индерергә өйрәнергә кәрәк, шулай уҡ ҡулланыусылар тауарҙарын етештереү секторҙарын тиҙ үҫтереү өсөн шарттар булдырырға кәрәк, беренсе сиратта бәләкәй һәм урта бизнес иҫәбенә.
       Ул ваҡытта көрсөк ауыртыуһыҙ үтәсәк. Эксперттар һәм аналитиктар киң мәғлүмәт сараларын ғәйепләй, улар көрсөктөң кире эҙемтәләрен күпертә һәм кәүгә тарата, имеш. Әммә бында паникаға бирелергә кәрәкмәй - иҡтисад цикллы үҫешә - әле үҫә, әле түбәнәйә. Һәм әлеге хәлде түбәнәйеү тип һанаһаң, уның артынан үҫеш көтөлә.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал