6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Бергә-бер көрәш

Костылев, ä³ì᜿ëœ!"
20.11.08


       Шаҡ ҡатырғыс ваҡиға! "Салауат Юлаев"тан, "Урал"дан һәм башҡа клубтарҙан бер генә минутҡа булһа ла ситкә боролоғоҙ һәм республикабыҙҙы данлаған спортсыға ҡарағыҙ. Башҡортостанда көслө һәүәҫкәр боксер барлыҡҡа килде. Уның олимпия чемпионы былыу өмөтө бар. 19 йәшлек Леонид Костылевтың был титулға юлы ауырҙан буласаҡ. Уны ул үтә алырмы?
       Беҙ, әлбиттә, уның ҡаҙаныштарын күҙәтеп барасаҡбыҙ. Ә хәҙергә хәбәр итәйек, Леонид - ысынлап та беҙҙеке. Ул ситтән килмәгән, уны Октябрьский ҡалаһында әҙерләгәндәр, ул шунда тыуып үҫкән, уның ата-әсәһе лә шунда йәшәй.
       Бөгөнгө көндә иң мөһиме - Костылевтың беренсе ҙур ҡаҙанышы бар. Ул Ливерпулдәге Европа чемпионатында ышаныслы еңеү яуланы. Леонид яңы ғына "өлкәндәр"гә күсеп, ауыр көрәштә үҙенең оппоненттарын еңде. Әлеге классик бокс төйәгендә иң яҡшыларҙан булды.
       Башҡортостандың һуңғы 30 йылда Европа чемпионатында алтын яулағаны булманы. Костылевҡа тиклем бындай уңышҡа өлгәшкән, бокс буйынса өс тапҡыр Европа чемпионы булған, Олимпиада уйындарында ҡатнашҡан беҙҙең берҙән-бер боксер - Валерий Лимасов булды. Ветеран-чемпион йәш боксер тураһында нимә ти?
       - Әлбиттә, уға үҙ өҫтөндœ эшләргә кәрәк. Ливерпулдә Костылев ныҡышмалылыҡ иҫәбенә еңеүгә өлгәште. Әммә мөһим бер факторҙы билдәләп үтәйем - Леонид был ауырлыҡта Рәсәй йыйылмаһының беренсе номеры булып тора. Ҡалғандар, булдыра алһалар, уны юҡҡа сығàрып ҡараһындар.
       - Пекинда Олимпиада уйындарында ҡатнашыусы Альберт Селимов нисек? (Ул 57 килограмға тиклем категорияла сығыш яһаны, әммә аҙаҡ ауырыраҡ ¼ëñœì㜠күсергә ҡарар итте).
       - Ул Олимпиадала украин менән көрәштә еңелде. Альберт киләһе олимпия циклы дауамында Костылев менән ярыша алырмы - быныһы инде икенсе мәсьәлә.
       - Пекинда 60 килограмға һәм Афинала 57 килограмға тиклем ауырлыҡта Олимпиада чемпионы Алексей Тищенко Костылевты белмәй, шуға күрә "кем ул Костылев?" ти. Ул нисек?
       - Тищенко артабан сығыш яһаймы әллә юҡмы - әлегә билдәһеҙ, әгәр сығыш яһай икән - әйләнеп ҡайтҡастыр. Шуға күрә әлегә Костылев - беренсе номер...
       Ливерпулдәге Европа чемпионына тиклем Костылевтың халыҡ-ара ярыштары күп булманы, һәм ярышташсылары бөтәһе лә яҡын сит илдән булды. Әммә Леонид һәр ярышты лайыҡлы кимәлдә үткәрҙе.
       Октябрьский егетен Европа дебютында "юбка", дөрөҫөрәге - килт көтә ине. Беренсе осрашыуҙа шотланд Стивен Шаруди үҙенең паегын алды - 9:5.
       - Европа чемпионаты алдынан йыйылмалар - ҡыҫҡа, ә турнир үтә ауыр булды, - ти Костылев. - Шотланд беренсе алышта уңайһыҙ ярышташсы булды. Башта тигеҙ барҙыҡ, ә аҙаҡ тәжрибәлә мин 3-4 мәрәйгә өҫтөн булдым.
       Икенсе алышта Костылев француз Рәшид Аззединды еңә - 9:3.
       - Француз ауыр ярышташсы булды. Бар көстө һалырға тура килде, - ти Леонид Костылев.
       Ярымфиналда венгр Миклош Варга бик ҡаты дөмбәҫләнә, 11:2.
       Леонид финалда тәжрибәле белорусты - Вазген Сафарьянцты (ул Леонидтан туғыҙ йәшкә өлкән) еңә.
       - Был чемпонаттағы иң ауыр алыш булды. Көйләнеүе ауырға тура килде, - ти Европа чемпионы, - әммә финалға Рәсәй көйөрмәндәре килгәйне. Улар беҙгә көс бирҙе, ә мине: "Костылев, íûûðຠä³ì᜿ëœ!" тип дәртләндерҙеләр.
       - Уң битеңдә ниндәй тәрән яра?
       - Ярышташсы финалда бирсәткәһенең "йәбешкәге" менән киҫте. Мин был яраны алыштан һуң күрҙем.
       Бокс буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының өлкән тренеры Юрий Шокуровты тыңлайыҡ:
       - Ëåîíèä øîòëàíäºà ºàðøû áåðåíñå àëûøòà óº õàðàêòåð šœì î¿òàëûº күрһәтте. Венгрға ҡаршы ярымфинал 11:2 иҫәбе менән тамамланды, ул иң матур алыш тип танылды. Аҙаҡ беҙҙең янға килделœр һәм беҙҙе ҡотланылар.
       Белорусияның 28 йәшлек тәжрибәле боксерына ҡаршы финалда алыш ауыр булды. Костылев, башҡа финалистар кеүек, тиҙлекте юғалта. Өсөнсө осорҙа ҡыҙыҡ хәл була. Леонид һәм белорус башҡа ныҡлы һул һуғыу менән алмаша, әммә судъя беҙгә генә иҫәп аса.
       - Был ҡәҙимге һуғыу булды, ә нокдаун түгел, - ти Костылев.
       - Ул ваҡытта судъя Леонидҡа ҡараған була, һәм иҫәп аса, - тип аңлата "Динамо" Бөтә Рәсәй бокс үҙәк клубының судъялар коллегияһы рәйесе Сергей Морозов. - Һөҙөмтәлә Костылев еңә, минең уйымса, дәғүәләр булырға тейеш түгел.
       Секундант Шокуров:
       - Тәжрибәле ярышташсы алышта түҙә алмаҫ, бирешер, тип фаразлағайныҡ, һәм дөрөҫ һиҙенгәнбеҙ. Быны беҙ икенсе раундтан һуң белдек һәм был турала Костылевҡа әйттек. Дүртенсе раундта беҙ тағы ла Леонидҡа: "Әйҙә, ул арыны", тинек. Һәм егетебеҙ юғары класс күрһәтте, был арауыҡта 3:0 иҫәбе менән еңде. Һөҙөмтәлә иҫәп - 7:3.
       - БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сәлих улы Сарбаевҡа ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт белдерәм, - ти Леонид Костылев.
       - Леонид, әйт әле, Александр Лебзяк һиңә нимә тине, уның менән нисек эшләнең?
       - Александр Борисович беҙҙе бер команда булырға, бер-берең өсөн көйөргә, ярҙам итергә өйрәтте.
       - Был ҡалала футболға барҙыңмы?
       - Юҡ, яйы килеп сыҡманы. Ваҡыт булманы. Мин, әйткәндәй, элек футбол менән етди шөғөлләнә инем. Егеттәр бер матчҡа эләкте, ә минең был көндө дебют алышы булды.
       - Мәҙәни программа булдымы?
       - Беҙҙе ике сәғәт дауамында урындағы "Диснейленд"ҡа алып барҙылар, әммә беҙ барып еткәнсе, ул ябылған ине.
       - Һөйгән ҡыҙың бармы?
       - Эйе, бар.
       - Һин спортты беренсе сиратҡа ҡуяһың. Өйләнһәң... һәм оҫталыҡҡа үҫеүҙән туҡтаһаң?
       - Юҡ. Һөйгән ҡыҙым бар икән - был әлегә бер нәмә лә аңлатмай.
       БР физик культура, спорт һәм туризм министрының беренсе урынбаҫары Владимир Иванушкин һүҙҙәренә ҡарағанда, республика Костылевты һигеҙ мең евро менән бүләкләйәсәк. Европа чемпионының шәхси тренеры Василий Савкин да аҡсалата бүләкләнәсәк. Остаз үҙенең тәрбиәләнеүсеһе тураһында былай ти:
       - Ул беҙгә килгәндә уға 11 йәш ине. Уның ул саҡта ҡорһағы кәпәйеп тора ине, тәмле ашарға ярата торғайны. Мин уны тиҙ күреп ҡалдым һәм коллегама был егеткә иғтибар итергә кәңәш бирҙем. Бер йылдан һуң Леонид үҙенең көсөн күрһәтте. Ул 40 килограмға тиклем категория буйынса барҙы. Әле ул, әлбиттә, форма тота... Бына шулай. Талант ул 11 йәштә ҡорһаҡ менән дә бына тигән перспективаларға эйә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал