6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Николай Цискаридзе Карменға тоғрî ҡала
20.11.08


       Өфөлә Николай Цискаридзе - Ҙур театрҙа төп бейеүсе етәкселегендә хәҙерге балет донъяһы элитаһы сығыш яһаны. "Бейеү королдәре" - проект шулай атала, уның әлеге составына Николай Цискаридзенан башҡа, Америка балет театрының ике премьеры - кубин Хосе Мануэль Корреньо һәм Дэвид Холберг, шулай уҡ солистар - Хоакин де Лутц (" Нью-Йорк Сити Бэллет") һәм Дмитрий Гуданов (Ҙур театр) ингән. "Áейеү королдәре" - 5...
       "Бейеү королдәре" проекты 2006 éûëäà Сергей Данилян инициативаһы буйынса Америка Ҡушма Штаттарында барлыҡҡа килә. Бер спектаклдә бер нисә төп бейеүселәрҙе йыйыу идеяһы нәҡ унда тыуа. Бейеүселәр әкренләп бер-береһен алмаштыра, һәм беренсе составтан бөгөн бер Николай Цискаридзе генә ҡалған.
       "Бейеү королдәре"нең "үҙенсәлеге" шунда, төрлө балет мәктәптәрен бер бөтөн гармониялы итеп уңышлы берләштерергә тырышыу. Бында бер нисә балет мәктәбе тәҡдим ителә бит: рус, кубин һәм американ.
       Ҙур театрҙың төп бейеүсеһе Николай Цискаридзе фекеренсә, балет мәктәптәрен бүлеү дөрөҫ булмаҫ ине.
       - Балет мәктәбе берәү генә - француз, - ти Цискаридзе журналистар менән әңгәмәһендә. - Балетты француздар уйлап сығарған. Һәр милләттең үҙенең нескәлектәре бар: кемдер ҡулдар, кемдер янбаштар, ә кемдер яурындар менән эш итә. Балет сәнғәтен өйрәнә башлаған кешелә, әлбиттә, үҙенең эске, милли колориты мотлаҡ була бит. Һәм был бөтәһен дә саҡ ҡына башҡаса биҙәй...
       Оҫтаның был фекере менән бәхәсләшмәйек, ул хаҡлы. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына килгән Өфө тамашасылары нимә ҡарай алды икән?
       Тамашасылар күп түгел. Быға билет хаҡтарының ҡиммәт булыуы тәьҫир иткәндер, моғайын. Залда иң ҡиммәтле урындың хаҡы 10 мең һумға еткән. Һәр кеше бындай сумманы кеҫәһенән сығарып бирә алмай...
       Арзан хаҡҡа билет алыусыларҙың залдың үҙәгенә күсеп ултырыу һәм сәхнәлә барған тамашаны ләззәтләнеп ҡарау мөмкинлеге булды.
       Нимә ғәжәпкә ҡалдырҙы? Бәлки, сәскәләрҙең булмауы, улар традиция буйынса оҡшаған артистарға бүләк ителә бит. Бөтә аҡсалар ҙа билет һатып алыуға киткәндер, моғайын. Шулай итеп, сәхнә артистарына розалар, хризантемалар һәм баш сәскә гөлләмәһе бүләк итеүселәр булманы. Тик бер õàíûì ғына артистар янына үтеп, үҙенең гөлләмәһен тапшырырға уйлағайны, әммә уны киң яурынлы һаҡсы тиҙ генә сәхнә янынан ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Ханым сәскәһен бейеүсенең аяғына ташларға, бәлки, оялғандыр.
       Һаҡсылар, әлбиттә, күп ине - һәр ишектә тиерлек. Балет йондоҙҙары быға күптән күнегеп бөткән һәм шуға күрә улар был күренешкә иғтибар итмәй. Уларҙың ҡайһы берҙәре Рудольф Нуриевтың музейына инеп сыҡты, һәм мәшһүр бейеүсенең әйберҙәрен һәм фотографияларын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.
       Хәҙер "Бейеү королдәре" проектына күсәйек. Әйтергә кәрәк, тәҡдим ителгән программа мауыҡтырғыс килеп сыҡҡан. Ул өс өлөштән, шартлы әйткәндә, өс бүлектән тора.
       Беренсе бүлектә танылған дүрт бейеүсе бер юлы йәлеп ителгән. Франц Шуберт музыкаһына спектакль юҡҡа ғына "For Four " ("Дүртәүгә") тип аталмағандыр. Әйткәндәй, уны "Бейеү королдәре" проекты өсөн донъя хореографы Кристофер Уилдон ҡуйған.
       Икенсе бүлек "Дәрес" тигән бер актлы спектаклде үҙ эсенә алған. Уны Эжен Йонеско пьесаһы буйынса дат Флеминго Флиндт ҡуйған. Спектаклдә ике бейеүсе йәлеп ителгән.
       Ҙур театрҙың төп солисы Инна Купцова (ул "Дәрес" спектаклендә уҡыусы ролен башҡара) матбуғат конференцияһында әйтеүенсә, Хоакин де Лутц ул шул тиклем мөләйем, "мәҙәксе" кеше. Лутц сәхнәлә уҡытыусы-маньяк ролен башҡара. Үҙенең яуыз остазынан ҡурҡҡан, ҡыйырһытылған уҡыусы образына инеүе бейеүсегә еңелдән булмаған.
       Һәм, ниһайәт, "Бейеү королдәре"нең финал бүлеге яңғыҙ башҡарыуҙарҙы тәҡдим итте. Атап әйткәндә, Ролан Пети Николай Цискаридзе өсөн Жорж Бизе музыкаһына "Кармен Соло" мини-балет булдырған. Унда Николай өсмөйөшлө мөхәбәттең бөтә персонаждарын алмаш-тилмәш һүрәтләй. Илдең иң яҡшы бейеүсеһе ике йыл инде испан һылыуына тоғро ҡала - проект сиктәрендә ул тик "Кармен Соло"ны ғына башҡарҙы.
       Ҙур театрҙың тағы ла бер премьеры - Дмитрий Гуданов Алексей Ратманскийҙың ("Япония тураһында төштәр" - "Ҡыҙ-торна" балетынан соло) эшен үҙенә һайлаған.
       Хосе Мануэль Корреньо "Синатра сюита" балетының финал өлөшөн иҫ киткес бейене. Әйткәндәй, был балет ҡасандыр Михаил Барышников өсөн махсус ҡуйылған...
       Өфө тамашасылары Дэвид Холбергты "Орфей һәм Эвридика" операһынан "Яңғыҙ йәндәр бейеүе"ндә күрҙе.
       Улар бөтәһе лә ысынлап та төрлө, сағыуҙар, янып торалар һәм, бәлки, таланттарының сиге, берлектәге эштән һуң, Өфө сәхнәһендә сағыуыраҡ балҡығандыр. Артистар үҙҙәре әйтеүенсә, улар цех буйынса коллегаларының бейеүен күреп, үҙҙәре өсөн ниндәйҙер яңылыҡ аса, бер-береһенән өйрәнә.
       - "Бейеү королдәре" - ул ҙур тәжрибә, - ти Хоакин де Лутц. - Беҙ төрлө-төрлө, әммә шул уҡ ваҡытта сәхнәлә нәмәлер бар, ул беҙҙе берләштерә... Хоакин де Лутц матбуғат конференцияһында бейеүселәр араһынан иң күп аралашҡаны булды.
       "Áåéå¼ êîðîëäœðå" ïðîåêòûíäà ºàòíàøûóñûëàð á³òœšå ëœ ²ô³ãœ беренсе тапҡыр килгән һәм, бер бейеүсенең әйтеүенсә, был ҡала улар өсөн билдәле урын һанала. Өфө - "уларҙың табынған кешеһе - Рудольф Нуриев"тың тыуған төйәге, һәм улар мәшһүр бейеүсе исеме менән бәйле урындарҙа сығыш яһауҙарына шат.
       Һүҙҙе тамамларға булыр ине. Әммә уҡыусы, ышанам, көтә: ә Цискаридзе нисек, балет сәнғәтенең бөгөнгө кумиры нисек йәшәй? Уның телевизион шоуҙа ҡатнашыуы төп профессияһына ҡамасауламаймы? - тип һораны Николайҙан бер журналист.
       - Һеҙ күрәһегеҙ бит, хәҙер мин ҡайҙамын. Нисек уйлайһығыҙ, эштән ситләштерәме? Телешоуҙа ҡатнашҡан өсөн күп түләйҙәр, ышанығыҙ...
       - Һеҙҙең яратҡан спектакль ниндәй? - тип һораны икенсе журналист.
       - Диванда.
       - Ҙур театрҙа йыш ҡатнашаһығыҙмы?
       - Айына ике спектаклдә. Бөтәһе лә репертуарға бәйле. Миңә оҡшамай икән, мин сәхнәгә сыҡмайым. Әгәр мин процестан ҡәнәғәтлек алмаһам, тамашасы ла уны ала алмай...
       - Һеҙҙә фильмотека бай, тиҙәр. Ниндәй фильмдарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
       - Мин һәр саҡ кәйефкә ҡарап һайлайым. Әгәр ìèíå¾ кисен спектакль йәки кәйефем насар икән, тимәк, миңә ыңғай эмоция кәрәк, мин йәнһүрәт ҡарайым.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал