6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Кәрәкле бүләк
18.11.08


       Бөтә донъя шәкәр диабетына ҡаршы көрәш көнөнә ҡарата шәкәр диабеты менән ауырыған 39 балаға бүләк тапшырылды. Улар Салауат һәм Ишембайҙа йәшәй. Балалар өсөн, уларҙың иң кесеһенә өс йәш тулған, инсулин помпаһы бүләк булды. Уның ярҙамында спорт менән шөғөлләнеп була, улàð күҙҙең насарайыуы һәм йөрәк ауырыуы êå¼åê өҙлөгөүҙәрҙән ºîòîëîðà ÿðƒàì èòœ.
       "Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте ауырыу балаларға 39 инсулин помпаһы һатып алыу һәм тотона торған материалдарƒû¾ сығымäàðын ҡапланы. Предприятие етәксеһе Дамир Шәүәлиев һүҙҙәренә ҡарағанда, "Салауатнефтеоргсинтез"да эшләгән һигеҙ хеҙмәткәрҙең балаһы I тип шәкәр диабеты менән сирләй, һәм ошо һигеҙ балаға ғына ярҙам ҡулы һуҙыу ғәҙел булмаҫ ине. Шуға күрә Салауатта һәм күрше Ишембайҙа етди ауырыу менән ауырыған балаларға инсулин помпаһы һатып алырға ҡарар ителгән.
       БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова һүҙҙәренә ҡарағанда, төбәктә I тип шәкәр диабеты менән ауырыған балалар һаны - 660. Инсулин помпаһы ҡиммәт тора - бер прибор 60 мең һум òèðœšå, ә тотона торған материалдарға ай һайын дүрт мең һум кәрәк. Аңлашыла, бындай суммаға һәм тотона торған материалдар һатып алыуға даими һалыуҙарға бер дәүләттең генә көсө етмәй. Был мәсьәләне предприятиелар яғынан бағыусылар ярҙамынан башҡа хәл итеп булмай.
       "Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте республиканың иң эре ойошмалары араһында тәүге бағыусы булды. Әйткәндәй, был бөтә Рәсәйгә тәүге осраҡ: предприятие бер-ике инсулин помпаһы ғына һатып алманы, ә унлаған сирле баланы был аппарат менән тәьмин итте һәм, өҫтәүенә, уларҙың һәр береһенең тотона торған материалдарының ярты йыллыҡ хаҡын түләне.
       БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш балалар эндокринологы, профессор Олег Малиевский һүҙҙәренә ҡарағанда, инсулин помпаһы, ябай шприцҡа ҡарағанда, күпкә яҡшыраҡ. Бөгөнгө көндә инсулин помпаһы - көндәлек инъекцияларға берҙән-бер альтернатива. Һәр помпа инсулин өсөн һыйҙырыштан, катетерҙан, гормон óның аша кеше организмына үтә, дистанцион идара итеү пультынан тора.
       - Беҙ "Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселегенә рәхмәтлебеҙ, беҙҙең балаларыбыҙ уларҙың ярҙамы менән инсулин помпаһы ала, - ти Рәлиҙә Шакирова. - Һәр ата-әсә үҙенең балаһына бындай аппаратты һатып ала алмай һәм аҙаҡ ай һайын тотона торған материалдарға дүрт мең һум түләй алмай. Беҙҙә бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырҙай предприятиеларҙың булыуы ҡыуандыра.
       39 инсулин помпаһынан тыш, уларҙы тапшырыу Конгресс-холда ойошторолдо, быйыл баш ҡала бюджетынан Өфө балалары өсөн тәғәйенләнгән һигеҙ ошондай инсулин помпаһы һатып алыуға средстволар бүленгән. Малиевский һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай аппаратты алыу өсөн балаларҙы һайлап алыу медицина күрһәткестәре буйынса үткәрелә.
       I тип шәкәр диабеты менән ауырыған балалар һаны йыл һайын яҡынса 60 кешегә арта. Шуға күрә ауырыу балаларға ҡулдан килгән тиклем ярҙам күрһәтергә ҡарар иткән предприятиеларҙың артыуына өмөт бағлайыҡ. "Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дамир Шәүәлиев һүҙҙәренә ҡарағанда, предприятие яҡын арала 18 инсулин помпаһы һатып аласаҡ, был ярҙам Мәләүез кескәйҙәре өсөн тәғәйенләнә.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал