6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Даталар

Өфөнөң иң яҡшы милиционерына - фатир
18.11.08


       Ятаҡхана бүлмәһенән үҙ фатирыңа: Өфө милиционеры Реваль Сœббœхов ғаиләһе өй туйлай. Баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендәге ике бүлмәле фатир уның профессиональ ҡаҙаныштарын таныу билдәһе ул.
       Реваль Сœббœхов милицияның "халыҡ" подразделениеһында - участка вәкиле хеҙмәтендә эшләй. Сœббœхов эске эштәр органдарына 14 йыл элек килә. Ул бөгөнгө көндә майор, Өфөнөң Октябрь районы буйынса эске эштәр идаралығында өлкән участка вәкиле булып хеҙмәт итә. Сœббœхов әлегә тиклем ҡатыны һәм дүрт йәшлек ҡыҙы менән ятаҡõàíаëà йәшәгән.
       Фатир - Өфө участка милиционерҙары араһында йыл һайын үткәрелгән конкурста яуланған беренсе урын өсөн бүләк. Бындай ҡиммәтле бүләкте ҡала хакимиәте финанслай. 1999 йылдан баш ҡаланың иң яҡшы участка милиционеры айырым торлаҡҡа эйә була - ҡала властары һәм милиция етәкселәре тәртип һағында намыҫлы хеҙмәт итеүселәрҙе шулай дәртләндерә. Традиция буйынса 17 ноябрҙә ордер һәм фатир асҡыстары тапшырыла, был көндө участка вәкилäœðå хеҙмәте тыуған көнөн билдәләй.
       17 ноябрҙә был хеҙмәт үҙенең 85 йыллығын билдәләне. 1923 йылдың 17 ноябрендә РСФСР НКВД-һы приказы менән "Участка һаҡсыһы инструкцияһы" раҫлана, унда "участка һаҡсыһы" - "милиция - вазифалы кеше" тигән төшөнсә индерелә. 17 ноябрҙә Реваль Сœббœховтың күп коллегалары награда алды. Шулай итеп, Сибайҙан өлкән участка вәкиле Ғәлимйән Тимербулатов ВАЗ-2115 автомобиле менән бүләкләнде. Милиция майоры 16 йыл инде эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. Ғәлимйән Тимербулатов Чечняла командировкала булған, Кизлярҙа хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан.
       - Беҙҙең эштә иң мөһиме - ул түҙемлек, - ти Тимербулатов, һәм тағы - асарбаҡмы, пенсионермы йәки эре бизнесменмы - бөтәһе менән дә уртаҡ тел таба белеү.
       Участковыйҙың бурысы - ведомство ҡарамағындағы территорияла йәмәғәт тәртибен күҙәтеү. Ҡалала һәр участкала уртаса 3-3,5 мең кеше йәшәй. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге участковый алдына бурыс ҡуя: граждандар үҙенең участковыйын йөҙгә танырға тейеш. Бының өсөн Башҡортостанда бер нисә йыл рәттән "Һаумыһығыҙ, мин милицияның участка вәкиле" тигән акция үткәрелә. Акция көндәрендә участковыйҙар ¼ƒƒœðåíå¾ территорияһында йәшәүсе граждандарҙың фатирына бара, таныша һәм үҙенең координаталары менән визиткалар тарата. Ҡалаларҙа участковыйҙың халыҡ менән шәхси танышыуы проблема тыуҙыра, ә ауыл ерендә шәхси танышыу проблемаһыҙ үтә тиерлек. Миҫал өсөн, Ҡырмыҫҡалы районының милиция бүлеге вәкиле Сергей Красноборцев һүҙҙәренә ҡарағанда, ул участковый сифатында эшләгән бөтә ауылдарҙа ла уны таныйҙар. Өс ауылда алты меңгә яҡын кеше йәшәй. Майор Красноборцев, 15 йыл хеҙмәт стажы булған милиционер профессиональ ҡаҙаныштары өсөн ê¼êðœêêœ таға торған билдә менән наградланды. Уның тағы ла ике коллегаһы - Өфө һәм Әлшәй райондарынан - милиция подполковнигы исеменә лайыҡ булды. Әйтергә кәрәк, участковыйҙар араһында был дәрәжәгә тиклем хеҙмәт итеүселәр - һирәк. Бөгөнгө көндә республикала 1,5 мең участковый эшләй һәм шуның 19-ы - подполковник. БР буйынса Эске эштәр министрлығының Ìилиция участка вәкилäœðåíå¾ эшмәкәрлеген тәьмин итеү šœì бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса ïîäðàçäåëåíèåëàð áóéûíñà идаралыº начальнигы Фәнүз Солтанов әйтеүенсә, кадрҙар даими алмашынып тора.
       - Әлбиттә, участковый булып тормош тәжрибәһе менән аҡыл йыйған кешеләр эшләһен ине, уларға йыш ҡына тормош мәсьәләләрен, ғаилә проблемаларын хәл итергә тура килә бит, - ти Солтанов. - Беҙгә бөтә мәсьәләләр буйынса ла мөрәжәғәт итәләр, уларҙың ҡайһы берҙәре хатта беҙҙең вазифаға инмәй - миҫал өсөн, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ линияһы буйынса мөрәжәғәттәр күп.
       Кадрҙар даими алмашына. Сәбәбе - эш күп һәм хеҙмәт хаҡының аҙ булыуы. Шуға күрә был хеҙмәт өсөн махсус рәүештә айырым дәртләндереү системаһы ҡаралған. Фәнүз Солтанов һүҙҙәренә ҡарағанда, биш һәм унан күберәк хеҙмәт стажы булғандарға хеҙмәт хаҡына 100 процент өҫтәмә ҡаралған, ун йылдан ашыу хеҙмәт стажына - 150 процент. Республиканың баш участковыйы билдәләүенсә, Өфөлә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү күп йылдарға һуҙыла. Реваль Сœббœховтың был проблемаһы уңышлы хәл ителде. Әммә бындай уңыуға ирешергә кәрәк: 14 йыл милицияла участковый вазифаһында. Дим районының милиция бүлеге участковыйы икенсе урынға лайыҡ булды һәм "Жигули" автомобиле менән бүләкләнде, ә уның коллегаһына (Өфөнөң Ленин районы буйынса эске эштәр идаралығы) өсөнсө урын өсөн 25 ìå¾ šóìëûº ҡиммәтле бүләк тапшырылды.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал