6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Ðок энерджайзеры Өфөлә
17.11.08


       Шәмбе көнөндә баш ҡалала Гарик Сукачевтың сираттағы концерты үтте. Мәҙәниәт һарайы халыҡ менән шығырым тулы, улар араһында 30 йәштәгеләр һәм унан äа өлкәндәр бар ине. Билет хаҡтарының ºèììœò булыуына ҡарамаҫтан - мең һум һәм унан да юғары, тамаша залында алма төшөр урын юҡ. Гарик ул шундай артист, уны сәғәт һайын тыңлап һәм ҡарап була, әммә ул Өфөлә йылына бер тапҡыр ғына була.
       Концерт башланыр алдынан Гариктың ижадын хөрмәтлеүселәр (ә улар араһында сикә сәстәре ағарған һәм тулылынған 80-се йылдар рокерҙары, мөләйем инәйҙәр, үтә йәш булмаған кешеләр, банкирҙар һәм хатта бер министр бар ине) ҡул саба башланы. Сәхнәләге фон йондоҙло һауаға оҡшатып яһалған, был шулай уҡ билдәле бер атмосфераны барлыҡҡа килтерҙе. Әйтергә кәрәк, Суêачев концерттарҙа үҙе һәм тик үҙе генә атмосфера булдыра.
       Ниһайәт, Гарик сәхнәгә сыға - ул үҙгәрмәй торған кепкала һәм джинсыҙа - һәм шунда уҡ залды дәртләндерә. Уның хәрәкәттәр энергетикаһы, дәртле һыҙғырған тауышы, гитарала виртуоз переборҙары - былар, моғайын, бер кемдә лә юҡтыр ул.
       Беренсе йырҙан һуң Гарик залды ысын күңелдән тәбрикләне. Һәм ул шунда уҡ мәғәнәһе буйынса үтә ауыр - "Икея" йырын ҡабатланмаҫ манерала башҡарҙы.
       - Хәҙер замана башҡа, ваҡытың бар икән, ресторанға, киноға барып була, балаларҙың майҙансыҡтарҙа уйнау мөмкинлеге бар... әммә мин был урындан тере сығырымды әйтә алмайым, - былар "Һәр кемдең һайларға хоҡуғы бар" тигән йырға Гарик әйткән сәйер аннотация йәки пролог.
       Гариктың "Коля-ут" тигән билдәле хиты, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бер тапҡыр ҙа концерттарҙа яңғырамаған. Был йыр "блат" стилендә яҙылған, әммә ул Сукачев башҡарыуында тәбиғи яңғырай, ул шансонға ҡаршы булыусыларҙы һис кенә лә үртәндермәй. Гарик Суêачев "Коля-ут" йырынан һуң "Оля" тигән йырҙы (был йыр уның ҡатынына арналған) башҡарҙы. Лирик композиция көйөнә түҙемһеҙҙәр, бәлки, улар араһында ғашиҡтар ҙа булғандыр, рәттәр араһындағы буш урынға вальсҡа төштө. Эх, үкенесле, концерт тығыҙ шарттарҙа үтте - халыҡтың ысын күңелдән бейейһе килгәйне лә бит, әммә урын тар ине.
       Аҙаҡ Гарик ҡулына гитара алды - "Гитара нимә хаҡында йырлай" көйөн ҡулға музыка ҡоралы алмайынса уйнап булмай.
       - Залда бер секундҡа ғына утты яндырырға яраймы? - тип һораны Гарик һәм залда ултырыусыларҙың йырҙың ҡушымтаһына ҡушылыуҙарын үтенде, залдағылар ҡуш ҡуллап ризалыҡ белдерҙе...
       - Бындай йырҙар өсөн беҙҙе йыш ҡына шансон йондоҙҙары менән бутайҙар, әммә (... цензура киҫте) улар бит күңелле! - тине Сукачев һәм күптән көткән "Ә тышта май айы" йырын башҡарҙы. Бейеү майҙансығы булмаған залдарҙың йырсы өсөн ÿðບûƒ булыуы (ә йырсы тамашасыларҙың бейеүен теләгән ине) тағы ла бер тапҡыр иҫбатланды. "Ә мин һөйгәнемде атлауынан таныйым" тигән йыр башланыу менән залда ултырыусылар үтеү юлына теҙелеп, бер-береһенең аяғын тапай-тапай бейей башланы, әммә áûíäà ниндәй берҙәмлек тойғоһо õ³ê³ì èòòå!
       - Хәҙер беҙ "Бригада С" йырын иҫкә төшөрәйек - был беҙҙән 80-се йылдар йәштәренә сәләм булһын, - тине Гарик Сукачев һәм "О, Белла, чао"ны уйнаны.
       Был композиция "һалҡын" тамашасыларҙы ла ҡыҙҙырҙы. Бындайҙар бер нисә булды, улар, күрәһең, концертҡа осраҡлы эләккәндер. Гарик сәхнәгә ҡурайсы Роберт Юлдашевты (таныштарымдың фекеренсә, ул ҡурай моңон донъя сәхнәһенә сығарған) саҡырғас, бында и¿ киткес тамаша булды. Ярай аппаратура көслө, юғиһә àëºûøòàð һәм залдағы тауыштар музыканы күмер ине. Әммә Гариктың концертында һәр саҡ шулай. "Минең өләсәйем төрөпкә тарта" композицияһы башланды.
       - Был лезгинка түгел, был твист! Бөтәһе лә бейей! - тип ҡысҡырҙы Гарик, ә халыҡ уны төрлө "па" менән (кем нисек булдыра) хупланы.
       Гардеробта мин аптырап ҡараған ябыҡ кәүҙәле инәй ҙә үтеү юлына бейергә төштө, был йыр уның тормошонда булған берәй ваҡиғаны хәтерләткәндер, ìîàéûí.
       Ике сәғәтлек концерт үтеп тә китте. Һәм бына һаубуллашыу минуттары. Әммә Гарик бында ла тиҙ генә китә алманы: "Һеҙгә хеҙмәттә һәм спортта уңыштар" тигән теләк белдерҙе. Бында ул беҙҙең хоккей командàһының уйындарын күҙ уңында тотҡандыр, моғайын. Был өфөлөләрҙең кәйефенә лайыҡлы финал тамсыһы булды. Концерттан һәр кем күтәренке күңел менән китте, тамашасыларҙың ыңғай кисерештәре рок оҫтаһының киләһе килеүенә тиклем етәсәк.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал