6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Ғүмерлеккә баян менән
17.11.08


       27 ноябрҙә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Шаляпин залында танылған баянсы, аккомпаниатор, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Владимир Сухановтың юбилей концерты үтә.
       "БАШвестЪ" хәбәрсеһе артистың 60 йәше алдынан Владимир Павлович менән осрашты.
       - Владимир Павлович, бөтәһе лә нимәнән башланды?
       - Өфөнөң Дим районында урынлашҡан 3-сө балалар музыка мәктәбенән. Башта мин скрипка класына индем, ә аҙаҡ баян класына күстем.
       - Тимәк, һеҙҙе ата-әсәйегеҙ музыкаға көсләп уҡытманы?
       - Юҡ. Улар бәләкәй саҡтан уҡ минең музыкаға тартылғанымды күрҙе. Атайым, әле лә хәтерләйем, йыш ҡына бик күп пластинкалар алып ҡайта торғайны, уларҙы мин ҙур ҡәнәғәтлек менән тыңлай инем. Һәм шуға күрә, мин "тейешле йәшкә" еткәс, мине бер һүҙһеҙ музыка мәктәбенә бирҙеләр.
       Мәктәпте тамамлағандан һуң мин Өфө сәнғәт училищеһына (Луиза Ҡасим ҡыҙы Әхтәмова класына) уҡырға индем. Уны мин 1968 йылда тамамланым һәм Өфөлә яңы ғына асылған сәнғәт институтына (хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы) профессор Вячеслав Филиппович Беляков класына уҡырға индем.
       - Концерт эшмәкәрлеге ҡасан башланды?
       - Бәлки, бала саҡтандыр. Мин мәктәп йылдарында уҡ художество үҙешмәкәр смотрҙарҙа әүҙем ҡатнаштым. Студент булғас та, шулай уҡ төрлө концерттарҙа һәм конкурстарҙа ҙур теләк менән сығыш яһаным.
       - Атап китегеҙ әле, һеҙ кемдәргә ҡушылып уйнанығыҙ?
       - Мин егерме йылдан ашыу республиканың популяр опера йырсыһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Радик Гәрәев менән эшләнем. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, республиканың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев менән дә шунса ваҡыт эшләйем. Миңә Георгий Коробов, Рәйсә Ғәлимуллина, Алексей Медведь, Вәхит Хызыров, Геннадий Радионов, Әлфиә Кәримова, Татьяна Никанорова, Владимир Белов кеүек танылған башҡарыусылар менән бергә эшләргә тура килде.
       - Бөтә Рәсәй кимәлендә башҡарыусыларға ҡушылып уйнарға тура килдеме?
       - Эйе. Беренсе сиратта Рәсәйҙең халыҡ йырсыһы Татьяна Петрованы әйтеп үтер инем, уның ижадын күптәр ярата. Һәм, әлбиттә, Рәсәйҙең халыҡ артисы Борис Штоколовтың исемен телгә алмай булмаҫ, мин уға, әйтергә кәрәк, көтмәгәндә, бер ниндәй әҙерлекһеҙ тигәндәй ҡушылып уйнаным. Миңә, йырсының сығышына тиклем күпмелер ваҡыт ҡалғас, шылтыраттылар һәм ярҙам һоранылар. Мин риза булдым һәм бөгөнгө көнгә тиклем концерт программаһын һаҡлайым. Унда халыҡ артисы былай тип яҙған: "Володя, рәхмәт! Әйтерһең дә ғүмер буйы һинең менән эшләгәнмен".
       - Һеҙҙең оҫталыҡ сере нимәлә?
       - Миңә үҙем тураһында һөйләргә ҡыйын. Минең уйымса, тыумыштан уҡ билдәле бер тойоу булырға тейеш, сөнки бында аккомпаниатор башҡарыусы менән бер бөтөн барлыҡҡа килтерергә тейеш. Нәҡ бындай тандем булғанда гармонияға нигеҙләнгән ижад атмосфераһы булдырып була.
       Ғөмүмән, беҙҙең һөнәр кешеләре өсөн юғары тауышлы ғына түгел, ә гармоник яҡшы ишетеү һәләтенә эйә булыу мөһим. Рәссамдар кеүек гармоник ишетеү һәләтенә эйә булыусылар бөтә төҫтәрҙе лә дөрөҫ сағылдыра ала.
       Әлбиттә, аккомпаниатор хәҙерге һәм классик репертуарҙы белергә тейеш. Күп кенә баянсыларҙың аккомпаниатор булаһы килмәй, сөнки улар быны башҡарыусының "күләгәһендә" ҡалыу тип һанай. Әммә бөтәһе лә солист булып бөтмәй бит - ундайҙар күп түгел.
       - Килешәм, әммә был хәлдән сығыу юлы ҡайҙа һуң?
       - Минең уйымса, беҙҙең һәр беребеҙгә үҙеңде бөтә ипостасдарҙа һынап ҡарарға һәм дөрөҫ һайлап алырға кәрәк. Шуға күрә йәштәр, әйтәйек, классик музыка башҡарыуҙан тыш, үҙҙәрен башҡа эшмәкәрлек өлкәһендә лә - дирижер, аккомпаниатор, солист, ансамблист сифатында һынап ҡараһын ине. Тормош күп төрлө, унда һиңә нәмә кәрәк булырын бер ҡасан да белеп булмай, шуға күрә барыһына ла әҙер булырға кәрәк. Мин үҙемдең студенттарыма был фекерҙе еткерергә тырышам. Үкенескә ҡаршы, бөтәһе лә ҡолаҡ һалып бармай...
       - Әйткәндәй, уҡыусыларығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле. Концерт эшмәкәрлегенән тыш, тағы ла нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?
       - Мин күп кенә коллегаларым кеүек педагогик эшмәкәрлегемде үҙемдең сығыштарым менән уңышлы алып барам, тип уйлайым. Бынан тыш, мин Өфө дәүләт сәнғәт академияһында музыка ҡоралында башҡарыу факультеты деканы булып торам, "Метелица" тигән инструменталь ансамблде етәкләйем. Ансамбль составында алты кеше - балалайсылар, думбырасылар һәм баянсылар - улар бөтәһе лә сәнғәт академияһы студенттары.
       - 16 ноябрҙә һеҙҙең ансамбль Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыровтың концертында ҡатнашты. Уҡыусыларығыҙ менән ғорурланаһығыҙмы?
       - Әлбиттә! Минең ике студентым "Донъя кубогы" музыка конкурсында (сара төрлө ваҡытта үтте) еңеүсе булды. 1997 йылда Александр Ғатауллин был исемгә лайыҡ булды, ә үткән йылда тағы ла бер уҡыусым - Линар Дәүләтбаев Вашингтондан абруйлы награда менән ҡайтты. Әйткәндәй, академияла әлегә бындай наградаға лайыҡ булыусылар һаны - 3, шуның 2-һе - минең уҡыусыларым. Әлбиттә, бындай конкурстар музыканттарға мораль көс өҫтәй.
       - Башҡа уҡыусыларығыҙ тураһында нимә әйтерһегеҙ?
       - Бөтәһен дә, әлбиттә, һанап китергә ваҡыт етмәҫ, шуға күрә бер нисәһен генә әйтеп үтәйем. Миҫал өсөн, мин үҙемдең студентым - композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов менән ғорурланам. Ул әлеге ваҡытта Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләй.
       Минең уҡыусыларым араһында республикала ғына түгел, әммә сит илдә лә уҡытыусы булып эшләүселәр бар.
       - Әйткәндәй, сит ил тураһында. Ниндәй илдәрҙә концерт менә ­ булдығыҙ?
       - Күп булырға тура килде. Әгәр БДБ илдәрен һанамағанда, мин Германия, Финляндия, Дания, Италия, Төркиә, Греция, Израиль, Монголия һәм хатта Перу һәм Шри-Ланкала ижади сәфәрҙә булдым. Быйыл Парижда булырға тура килде, унда делегация составында ЮНЕСКО-ла Башҡортостандың халыҡ-ара презентацияһында ҡатнаштым.
       - Әйтегеҙ әле, һеҙҙең башҡараһы эштәрегеҙ бармы?
       - Мин әлегә бөтәһен дә уйнаманым, яҙманым шикелле... Ҡушылып уйнау китабына үҙ фекеремде теркәргә теләйем. Мин бер аҙ һыҙмалар эшләнем инде...
       - Һәм һуңғы һорау: һеҙҙең 27 ноябрҙә үтәсәк юбилей кисәһендә кемдәр ҡатнашасаҡ?
       - Концертта "Метелица" ансамбленән тыш, Татьяна Никанорова, Владимир Белов һәм Әлфиә Кәримова ҡатнаша. Һәм, әлбиттә, мин үҙем яңғыҙ сығыш яһаясаҡмын. Кисәгә килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ! Юбилей кисәһе 18 сәғәттә башлана. Инеү - бушлай.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал