6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Рәшит Ғабрахманов: "Мин социаль яуаплы бизнес яҡлы"
13.11.08


       Өфөлә шундай предприятие бар, уның хәле үҙенә бер төрлө, сөнки уның контингенты - физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр: һуҡырҙар һәм һаңғырау-телһеҙҙәр. Был 2002 йылға тиклем Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Өфө уҡыу-производство предприятиеһы ине. Ул әле лә Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенә ҡарай, дөрөҫ, предприятие милек формаһын үҙгәртте, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә әйләнде, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты булды.
       Предприятиеның генераль директоры Рәшит Ғабдрахманов һүҙҙәренә ҡарағанда, завод эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше - инвалидтарҙы производство менән бер рәттән социаль реабилитациялау.
       Бөгөнгө көндә инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу тураһында уйлаған кеше аҙ. Физик яҡтан сәләмәт һәм квалификациялы белгескә лә инвалидҡа яраҡлы эш табыуы еңелдән түгел.
       - Мин социаль яуаплы бизнес яҡлы, - ти Рәшит Ғабдрахманов. - Инвалидтарҙы кем, беҙ булмай, эш менән тәьмин итер, матди хәлен яҡøыртыу мөмкинлеген бирер? Инвалидлыҡ буйынса пенсияға йәшәүе ауыр, быны бөтәһе лә аңлай. Беҙҙә эш хаҡы юғары түгел, әммә беҙҙең хеҙмәткәрҙәр өсөн ышаныслы икмәк киҫәге ул. Һуҡырҙар өсөн аралашыу, үҙеңде коллективта, йәмғиәттә кәрәкле кеше итеп тойоу мөһим.
       Рәшит Ғабдрахманов социаль реабилитация тураһында һөйләне. Был мәҙәни, спорт һәм һауыҡтырыу сараларының тулы комплексы. Физик яҡтан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йорт хужалығы нигеҙҙәрен, ҡалала һәм тәбиғәт ҡосағында юлды таба белеү сараларын өйрәнә. Предприятиела хеҙмәткәрҙәрҙең уңайлылығы өсөн Республика һуҡырҙар китапханаһы филиалы эшләй, даими эшләүсе медицина пункты асылған. Инвалидтар ҡыҫҡа эш көнө режимында - ете сәғәт эшләй. Физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар: һаулыҡ бүлмәһе тренажерҙар һәм инвентарҙар менән йыһазландырылған.
       - Шуныһы үкенесле, етештереү күләмдәрен ҡыҫҡартыу арҡаһында, беҙ инвалидтарҙы эшкә йөрөтөү өсөн үҙебеҙҙең автотранспортты тота алмайбыҙ, - ти Рәшит Фикри улы. - Әммә, финанс көрсөгөнә ҡарамаҫтан, беҙ киләсәккә ышанабыҙ.
       Заводтың тарихына күҙ һалайыҡ. Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу тураһында ҡарар Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ҡабул ителә. Ул ваҡытта күптәр фронттан инвалид булып ҡайта. 1949 йылда Өфөлә күреү буйынса I һәм II төркөм инвалидтар өсөн уҡыу-производство оҫтаханалары асыла.
       Был оҫтаханаларҙың төп бурысы табыш алыуға ҡайтып ҡалмай. Предприятие эшләгән беренсе йылдарҙа һуҡырҙар һөнәрселәр оҫтаханаһында эшләй. Улар подвалда урынлашҡан бүлмәләрҙә һалабаш бумалалар, балауыҙ шәмдәр һәм башҡа ваҡ нәмәләр етештерә.
       1958 йылда оҫтаханалар Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Өфө уҡыу-производство предприятиеһына берләштерелә. Заводҡа дөйөм майҙаны биш мең квадрат метрлыҡ ҡала үҙәгендә урынлашҡан өс ҡатлы бина бүленә. Станоктар һәм башҡа ҡорамалдар һуҡырҙар өсөн һайлап алына.
       - Беҙҙең продукция, предприятие эшенең үҙенсәлегенә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең эре автомобиль компаниялары, республиканың сәнәғәт предприятиелары яғынан танылыу яулай, - ти Рәшит Ғабдрахманов.
       Быйыл Рәшит Фикри улы "Рәсәй таянысы" дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһына инде. Уның фекеренсә, был яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең мөһим проблемаларын хәл итергә булышлыҡ итәсәк. Инвалидтар тырыша, әммә улар үҙҙәренең юғары булмаған хеҙмәт етештереүсәнлеге менән табышлы компаниялағы сәләмәт коллегалары менән тиң эшләй алмай. Заводтың льготалары бар (утҡа һәм йылылыҡҡа бюджет ойошмалары кеүек түләү рөхсәт ителгән), бөтә һалымды ваҡытында түләргә кәрәк. Шулай булғас, үҫеүгә аҡса ҡалмай тиерлек. Ысынын да, закон бындай предприятиеларға субсидиялар бүлергә рөхсәт итә, сөнки улар социаль миссия үтәй - инвалидтарҙы эшкә урынлаштыра.
       - Юғары инстанцияларға тиклем етергә һәм беҙҙең социаль проекттарҙы финанслауҙы өлгәшеүгә теләйем, - ти Рәшит Фикри улы. - Совет осоронда быға оҡшаш предприятиеларға дәүләт яғынан ярҙам күрһәтелгән. Ә әле Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте генә булышлыҡ итә, ә уның средстволары күп түгел: бөтәһе лә һуҡырҙарҙы реабилитациялауға китә.
       Заводта үҙ хеҙмәткәрҙәренең ҡаҙаныштары менән ғорурланалар. Уларҙың ҡай берәүҙәре спортта ла яҡшы һөҙөмтәләргә иреште - улар еңел атлеттар Рима Баталова, Сергей Севостьянов, дзюдосылар Вениамин Мичурин һәм Михаил Яковлев. Улар Рәсәй, Европа, донъя һәм Паралимпиада уйындарында күреү буйынса инвалидтар араһында үҙҙәренең спорт төрҙәрендә бер нисә тапҡыр чемпион һәм призер булды. Улар халыҡ-ара ярыштарҙа уңышлы сығыш өсөн "Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры" тигән почетлы исемгә лайыҡ булды.
       Предприятие хеҙмәткәрҙәре араһында ысын артистар ҙа бар. Улар "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән исем менән наградланған.
       Һуҡырҙар донъяның матурлығын күреүҙән мәхрүм, ә яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте - тормош проблемалары диңгеҙендә ҡотҡарыусы майҙан. Ул һуҡырҙарға өмөт нуры бирә.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал