6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Рәсми хроника

Эшләр өсөн мөмкинлек бар.
22.03.04


       Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең киңәйт елгән ултырышында агросәнәғәт комплексының 2003 йылдағы эш й омғаҡтары тикшерелде һәм 2004 йылға бурыстар билдәләнде. Улт ырышта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, министрлыҡ һ әм ведомстволар етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре башл ыҡтары, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре
       ҡатнашты. Сараны республика Премьер - министры Рафаэль Байд әүләтов алып барҙы.
       Башта агросәнәғәт комплексының 2003 йылға эш һөҙөмтәләре һәм 2004 йылға бурыстар тураһында доклад менән Премьер - мин истр урынбаҫары Шамил Вәхитов сығыш яһаны. Уның һүҙҙәре буйы нса, үткән йыл аграр сектор 52,1 миллиард һумлыҡ ( 2002 йыл кимәленә ҡарата 105,3 процент) ауыл хужалығы продукцияһы ете штергән, уның 18,1 миллиард һумы ( 102,6 процент) - ауыл хуж алығы предприятиеларына, 32,2 миллиарды ( 105 процент) - шәх си хужалыҡтар, 1,8 миллиарды ( 159,2 процент) - крәҫтиән фер мер хужалыҡтары иҫәбенә тура килә. Башҡортостан Рәсәйҙә һөт етештереү буйынса - беренсе, ит етештереү буйынса - икенсе, иген йыйыу буйынса өсөнсө урында биләй.
       2003 йылда республика баҫыуҙарында 3840,4 мең тонна иген , 748,6 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө, 94,4 мең тонна көнбағыш, 1303,2 мең тонна картуф һәм 382,1 тонна йәшелсә үҫтерелгән.
       Малсылыҡ тармағына килгәндә, тотороҡлолоҡ һәм үҫеш күҙәте лә. Былтыр бөтә төр хужалыҡтарҙа 2002 йыл менән сағыштырғанд а һөт - 9 процент, ит - 2,3, йомортҡа - 5,4, йөн һәм бал 10 проценттан ашыуыраҡ етештерелгән.
       Республика агросәнәғәт комплексында техника етешмәүе һиҙе лә. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда тракторҙар - 5 процентҡа, иген комбайндары - 19, мал аҙығы әҙерләү комбайндары - 13, сәскес тәр - 13, культиваторҙар - 17 процентҡа кәмегән.
       Шуға күрә машина - технология станцияларының хеҙмәтен фай ҙаланыу техникаға булан ихтыяжды ҡәнәғәтләндерергә ярҙам итә сәк.
       Шамил Вәхитов үткән йыл ауыл хужалығы предприятиеларының
       финанс хәле яҡшыра төшөүен билдәләне. Уларҙың 78 проценты (
       2002 йылда 65 процент) табыш алған.
       Хөкүмәттең киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Презмдент ы Мортаза Рәхимов йомғаҡлау һүҙе менән сығыш яһаны. Ул аграр
       өлкәнең тотороҡло үҫеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ауыл хужалығ ы эшсәндәренә рәхмәтен белдерҙе.

Марият Артюхова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал