6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Мөхәррир Гри-Гри
13.11.08


       "Советская Башкирия" гәзитенең мөхәррире Григорий Григорьевич Михеевты журналистар хөрмәт менән ҡыҫҡа ғына Гри-Гри тип йөрөттө. Был баҫма ошо исем менән илле йылдан ашыу донъя күрҙе - 1950 йылдың 15 сентябренән 2000 йылдың 31 декабренә тиклем. Әле был гәзит "Республика Башкортостан" исеме аҫтында сыға. Минең иҫәпләүҙәр буйынса ("Гәзит быуаты йылъяҙмаһы" китабында баҫылған), "Советская Башкирия" гәзитен ун мөхәррир етәкләне. Талантлы ҡәләм оҫтаһы, журналист Г.Г. Михеев был поста иң оҙаҡ эшләгән мөхәррир булғандыр, моғайын. Ул ун биш йыл дауамында баш мөхәррир булды - 1961 йылдан 1976 йылға тиклем. Икенсе мөхәррир Николай Петрович Каменев был "рекордҡа" саҡ-саҡ ҡына етә алманы - ул ун бер йыл мөхәррир булып эшләне.
       Григорий Григорьевич Михеев 1912 йылдың 12 ноябрендә Екатеринбург губернаһының Афанасьев ауылында тыуған. Ул һигеҙ йәшендә етем ҡала. Урал автомобиль-юл институтының эшселәр факультетын тамамлай. Урман сәнәғәтендә эшләй. Өс йыл Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. "Советская Башкирия" гәзите мөхәрриренең эшсе-крәҫтиән биографияһы шундай. Аҙаҡ ул "Омская правда" өлкә гәзитендә эшләй. 1939 йылда башлап яҙыусы журналист Башҡортостанға килә һәм республика гәзитендә эш башлай. Ул ваҡыттағы баҫма "Красная Башкирия" тип атала. Бында Григорий Михеев журналист быҫҡысын әҙәби хеҙмәткәрҙән алып бүлек мөдиренә тиклем үтә. Талантлы гәзитсегә Юғары партия мәктәбендә журналист белеме алыу мөмкинлеге бирелә. Уны тамамлағандан һуң Михеев Стәрлетамаҡ ҡала гәзите мөхәррире посында һәләтен күрһәтә. Аҙаҡ "Советская Башкирия"ға әйләнеп ҡайта. Бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары булып эшләй, ә 1961 йылдан 1976 йылдың декабренә тиклем - мөхәррир.
       Григорий Михеев "Советская Башкирия" гәзитенең яуаплы баҫма булыуын аңлай. "Советская Башкирия" гәзите үҙенең башланғысын 1906 йылдың октябренән, Уралда большевиктарҙың тыйылған "Уральский рабочий" тигән беренсе гәзитенән ала бит. Рәсәйҙә күп революционерҙарҙың биографияһы "Уфимский листок", "Уфимский рабочий", "Вперед!", "Власть труда" кеүек гәзиттәр сығарыу менән бәйле. Александр Цюрупа, Алексей Свидерский, Людмила Сталь, Николай Брюхановты иҫкә төшөрөү ҙә етә...
       Михеев йыш ҡына иҫке гәзиттәр төпләмәһенә мөрәжәғәт иткән. Ул былай тигән:
       - Мин коллегаларымдың беренсе рус революцияһы йылдарындағы эшен, Совет власын нығытыу һәм урынлаштырыу өсөн көрәшен эҙмә-эҙлекле өйрәнергә теләнем. Гәзиттең һарғайған биттәре индустрияның беренсе төҙөлөш майҙандарындағы кәйлә һәм сүкеш һуғыуын, баҫыуҙарҙағы беренсе тракторҙарҙың гөрөлдәүҙәрен хәтерләтте. Өлкән коллегаларыбыҙ гәзит сығарыу өсөн күпме көс һалған.
       Григорий Григорьевич хыялланырға яратҡан:
       - Йыл артынан йыл үтә, беҙҙең хеҙмәт тураһында нимә әйтерҙәр, беҙҙән журналист эстафетаһын кем алыр? Улар, беҙҙең көндәрҙә сыҡҡан гәзиттәрҙе ҡарап, үҙҙәренең коллегаларын иҫкә алһындар һәм беҙҙең турала йылы һәм изге һүҙҙәр әйтһендәр ине...
       Беренсе сиратта бындай йылы һүҙҙәргә Г.Г. Михеев үҙе лайыҡлы. Ул редакцияның ижади коллективын тупланы, эш принциптарына, яуаплылыҡҡа дисциплинаға өйрәтте.
       Ни өсөн уға "Беҙҙең Гри-Гри" тигәндәр һуң? Бына ни өсөн: Михеев кешегә ҡарата үҙенең йомартлылығы, кешелеклелеге һәм асыҡ күңеле менән айырылып торған. Шуға ла уны яратҡандар һәм хөрмәт иткәндәр.
       Редакцияла эштәр алға барған. 1969 йылда "Советская Башкирия" гәзитенең тиражы 200 мең данаға еткән. Әле республикала сыҡҡан бөтә гәзиттәрҙең тиражы был кимәлгә етә алмай. Дөрөҫ, бөгөн заман да башҡа.
       Редактор, редакцияла ныҡлы тыл булдырып, йыш ҡына ижади командировкаларға, хатта сит илгә сығыу, ә аҙаҡ сағыу материалдар менән гәзит биттәрендә сығыш яһау мөмкинлеге ала. Ул бер нисә очерктар һәм юл яҙмалар китабы авторы. Миндә уның "Дуҫлыҡ" һәм "БАМ" нефть үткәргес төҙөлөшө, ГФР-ға командировка, "Вперед" гәзите мөхәррире Людмила Сталь тураһында күләме буйынса ҙур булмаған очерктар китабы һаҡланған.
       Григорий Григорьевичты мин һуңғы тапҡыр Матбуғат йортонда күрҙем. Коридорҙа осраштыҡ. Ул минең тыуған яҡ буйынса сыҡҡан һуңғы китабымды маҡтап телгә алды. Журналистика ветеранынан бындай маҡтау һүҙе ишетеү минең өсөн ҡыуаныслы булды.
       1994 йылдың 16 июлендә "Советская Башкирия" гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең элекке шефы хаҡында хушлашыу һүҙен әйтте:
       "Республиканың билдәле журналисы, гәзитебеҙҙең элекке мөхәррире Григорий Григорьевич арабыҙҙа юҡ. Быға ышаныуы ҡыйын. Ул редакцияның телефон номерын йыймаясаҡ һәм "Советская Башкирия" гәзитенең үткән аҙнала сыҡҡан һандары буйынса бер һүҙ ҙә әйтмәйәсәк..."
       Григорий Григорьевич эшлекле һәм әүҙем кеше булды. Бөгөнгө көндә гәзит редакцияһында эшләүселәр Григорий Григорьевичҡа уның профессонализмы һәм тормош фәне өсөн тәрән рәхмәтле.
       Гәзит уҡыусылар ҙа Григорий Григорьевичты хөрмәтләп иҫкә алырҙар, тип ышанам. Улар ҡәләм оҫтаһының очерктарын, репортаждарын, моғайын, хәтерләйҙер. Ул мөхәррир дәрәжәһенә еткәнгә тиклем редакцияның бөтә баҫҡыстарын үтә. Михеев мөхәррир булыуына ҡарамаҫтан, командировкаларға йыш сыҡты, ул гәзит биттәрен мауыҡтырғыс һәм мөһим материалдар менән байытты.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал