6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Олимпия уйындары

Рәсәй спортына хеҙмәт итәм!
12.11.08


       Өфөнөң Конгресс-холында Пекинда үткән Олимпиÿ һәм Параîлимпиÿ уйындарында еңеүселәр тәбрикләнде. Ñағыу флагтар менән биҙәлгән çàë халыҡ ìåíœí шығырым тулы. Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов спортсыларға һәм тренерҙарға ордендар, миҙалдар, Почет грамоталары, аҡсалата бүләктәр тапшырҙы.
       Ойоштороусылар Башҡортостан вәкилдәре араһынан - "Олимпиада-2008"ҙә ауыр атлетика буйынса көмөш призер Дмитрий Клоковòû һәм "Параîлимпиада-2008"ҙең өс тапҡыр чемпионы Оксана Савченконы уйындың төп геройы яһаны. 13 тапҡыр Параîлимпиада чемпионы Римма Баталова йылы һүҙҙәр менән айырым билдәләнде, ул Пекинда ике тапҡыр дүртенсе булды. Әммә беҙҙең тәжрибәле спортсыбыҙ үҙен ысын ярышсы итеп күрһәтте.
       Тантаналы программа ҡыҫҡа композициянан башланды. Сәхнәлә бер үк ваҡытта "Йәшлек командаһы" йыры башҡарылды һәм республикала үҫеш алған спорт төрҙәре күрһәтелде. Хәрәкәтсән сығыш булды - боксерҙар үҙ оҫталығын күрһәтте. Спорт бейеүселәре, велосипедистар сығыш яһаны. Улар сәхнәлә бер-береһен тиҙ алмаштырҙы, һәм тамаша килешле йыр менән оҙатылып барҙы.
       Башҡортостан Республикаһының физик культура, спорт һәм туризм министры Владимир Самородов тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны. Аҙаҡ Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов трибунаға күтәрелде:
       - Бөгөн Башҡортостан вәкилдәре республиканың юғары спорт абруйын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы, Рәсәйҙең дөйөм ҡаҙаныштарына ҙур өлөш индерҙе, тип әйтеп була. Һеҙ Олимпиада уйындарында бер көмөш һәм ике бронза миҙал яуланығыҙ, ә Параîлимпиадала - дүрт алтын һәм биш бронза миҙал.
       25 спортсының һәр береһе, һис шикһеҙ, мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләне. Һеҙ ғәҙел спорт көрәшендә көслөләр рәтенә инеү хоҡуғын күрһәттегеҙ, - тине Президент. - Республика халҡы яҡташтарының сығышын айырыуса иғтибар менән күҙәтте. Беҙ һеҙҙең өсөн көйҙөк, һәр еңеүгә шатландыҡ. Һеҙ беҙҙең ярҙамды тойғанһығыҙҙыр, тип ышанам.
       Шикләнергә урын юҡ. Президент, республика халҡы кеүек, көйәрмән һәм ярыштарҙы күҙәтеп бара. Мортаза Рәхимов наградлау тантанаһында күп спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы таныны һәм улар менән аралашты.
       Дзюдосы Олег Крецул һәм еңел атлет Елена Паутова Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланды. Ауыр атлет Дмитрий Клоков, марафонсы Илдар Помыкалов, йөҙөүселәр Оксана Савченко һәм Андрей Строкин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Параîлимпиада уйындарында ҡатнашҡан башҡа спортсылар һәм тренерҙар Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы һәм Отличие билдәһе менән наградланды. БР Физик культура, спорт һәм туризм министрлығы вәкилдәренә Президенттың Ðәхмәт хаты тапшырылды.
       Тантаналы наградлау аҙағында спортсылар Мортаза Рәхимовҡа "БР командаһы капитанына Олимпиада һәм Параîлимпиада уйынсыларынан" тигән яҙыу менән кубок һәм спорт сумкаһы тапшырҙы. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, ғәҙәттә, бүләктәрҙе шунда уҡ ярҙамсыларына бирә, әммә бында ул үҙе сумканы һәм кубокты ҡулына алды. Бындай ҡиммәтле бүләктәр менән сәхнәлә тороп булмаҫ, тигәндәй, сәхнә артына ашыҡты.
       - Рәсәй спортына хеҙмәт итәм! - тине Президент. Зал, әлбиттә, алҡышланы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал