6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Әгәр банк "юҡҡа сыҡһа"...
12.11.08


       Финанс көрсөгө, урындағы властың һәм иҡтисади эксперттарҙың бөтә киң мәғлүмәт сараларында рәсми сығыш яһауына ҡарамаҫтан, халыҡ араһында яңынан-яңы һорау тыуҙырыуын дауам итә. Был аңлашыла: донъя масштабындағы финанс тотороҡһоҙлоҡ, асылда, һәр кешегә хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеү, акцияларҙың төшөүе арҡаһында средстволарҙың юғалыуы йәки һаҡламға һалынған аҡса банкыларының банкротлығы менән янай...
       Финанс системаһындағы киҫкен һынылышты һәр кем ниндәйҙер кимәлдә булһа ла контролдә тота. Бөгөнгө көндә банк секторында хәлдәр нисек? Белгестәр өфөләр биргән һорауҙарға яуап тотто. Беҙ уларҙы һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.
       Ғариза яҙырғамы?
       - Әгәр банк "юҡҡа сыҡһа", миңә договор йәки һаҡлыҡ кенәгәһе буйынса аҡса ҡайтарырҙармы йәки ҡайҙалыр ғариза яҙыу кәрәкме?
       - Эйе, махсус форма буйынса ғариза яҙыу кәрәк, һәм, әлбиттә, үҙең менән паспорт алырға кәрәк. Вкладтар буйынса түләүҙе алыу өсөн "Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ" дәүләт корпорацияһына йәки вкладтар буйынса түләүҙәргә йәлеп итеү өсөн банк-агентлығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Быны банкының банкротлыҡ процедураһын тамамлау көнөнә тиклем эшләргә кәрәк, ә Рәсәй банкыһы кредиторҙарҙың талаптарын ҡәнәғәтләндереү мораторийын индергән хәлдә - мораторий эшенең тамамланыу көнөнә тиклем. Әгәр һеҙ был срокты үткәргәнһегеҙ икән, ул Агентлыҡ идараһы ҡарары менән, Федераль законда күрһәтелгән шарттар булған осраҡта, тергеҙелә.
       Вәғәҙәне күпме көтөргә?
       - Банкылар бөлгөнлөккә төшкән осраҡта беҙгә аҡсаны тиҙ арала ҡайтарырҙармы? Беҙгә һәр көндө: "Иртәгә килегеҙ", тигән һүҙҙе ярты йыл дауамында ишетергә тура килмәҫме?
       - Вкладтар буйынса түләүҙәр банкыларҙың вкладсылар алдындағы йөкләмәләр реестрына ярашлы вкладсылар тейешле документтарын Агентлыҡҡа биргәндән һуң өс көн эсендә "Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ" тарафынан үткәрелә. Вкладсы Агентлыҡҡа документтар тапшырғас, уға уның вкладтары буйынса түләү күләме күрһәтелгән күсермә бирелә. "Рәсәй банкыһы хәбәрҙәре"ндә, шулай уҡ банк урыны буйынса матбуғат органында вкладсыларҙан ғариза ҡабул итеү урыны, ваҡыты формаһы һәм тәртибе тураһында мәғлүмәт бирелә.
       Кредит алыу кәрәкме?
       - Банктан кредит алырға теләйем. Килешеүҙә шундай пункт бар, унда "банк бер яҡлы тәртиптә түләүҙәр буйынса проценттар арттырыу хоҡуғына эйә" тиелә. Был миңә нимә менән янай? Ниндәйҙер сикләүҙәр бармы йәки арттырыу банктың теләгенә бәйлеме?
       - Әгәр һеҙ договорҙағы шарттар менән килешмәһәгеҙ, банкка килешеүҙән был пункттарҙы алып ташлау кәрәклеген белдерегеҙ. Кире яуап алған осраҡта башҡа кредит ойошмаларына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
       Хәүеф-хәтәр ҡайҙа аҙ?
       - Мин коммерция банкыһына ярты йылға 30 мең һум аҡса һалдым. Унда юғары проценттар вәғәҙә иттеләр. Бәлки, уларҙа хәүеф тә юғарыраҡтыр? Аҡсаны Һаҡлыҡ банкыһына күсереү кәрәкме?
       - Бөгөнгө көндә 936 банкылағы вкладтар вкладтарҙы страховкалау системаһы һағында. Уларҙың исемлеген "Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡ" сайтында ҡарап була. Әгәр һеҙҙең банк был исемлектә икән, тимәк, һеҙгә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Ошо уҡ сайтта страховка системаһынан сығарылған банктар исемлеге бирелгән, йәмғеһе 34 банк. "Банкының урынлашҡан урыны" графаһында Башҡортостан телгә алынмай, бәлки, был мәғлүмәт бер ни тиклем тынысландырыр.
       Өс счеттамы йәки өс банкыламы?
       - Мин фатир һаттым, аҡсаларҙы төрлө банкыларға һалдым. Бер вклад Һаҡлыҡ банкыһында ята, икеһе - коммерция банкыларында. Һәр береһе 700 мең һумдан кәм. Миңә был аҡсаларҙы ҡайтарырҙармы?
       - Һәр банкта ҡайтарып алыуға 700 мең һумға тиклем аҡса һалынған. Һеҙ һалған аҡсаларығыҙҙы аласаҡһығыҙ.
       Түләүҙәр күпме булыр?
       - Бер банкыла минең өс счетта 700 мең һумдан ашыу аҡса ята. Әгәр банк менән бер-бер хәл була ҡалһа, миңә средстволарҙы бер счет йәки бөтәһе буйынса ла түләйәсәктәрме?
       - Әгәр вкладсы бер банкыла бер нисә вкладҡа эйә булһа һәм дөйөм күләм страховка түләүҙәр суммаһынан арта икән, һәр вклад буйынса ҡаплатыу түләүҙәре уларҙың күләмдәренә пропорциональ түләнә.
       "Евро"ны бирерҙәрме?
       - Минең счетым еврола. Страховка осрағы килеп сыҡһа, миңә аҡсаны еврола бирерҙәрме?
       - Һеҙгә аҡсаны Үҙәк банкы курсы буйынса ҡайтарасаҡтар.
       Алтынға һалыу кәрәкме?
       - Финанс көрсөгө ваҡытында аҡсаны алтынға әйләндереп һаҡлау файҙалы, тиҙәр (банкты күҙ алдында тотам). Был осраҡта ниндәй ҡурҡыныс янай?
       - Бындай вкладтар аҡса средстволарына ҡарамай, шуға күрә страховкаланмай. Средстволарҙы төрлө типтағы вкладтар буйынса бүлеү тураһында уйлау кәрәк: бөр өлөшөн алтында, бер өлөшөн һумдарҙа, ә бер өлөшөн валютала.
       Вклад менән нимә булыр?
       - Минең вклад бер банкыла, һәм шунда уҡ фатир өсөн ипотека түләйем. Был банк бөлә ҡалһа, вклад буйынса аҡсамды ҡайтарырҙармы?
       - Әгәр банк вкладсыға ҡарата шулай уҡ кредитор сифатында сығыш яһаһа (вкладсыға кредит, ссуда бирһә), вкладтар буйынса ҡаплауҙар банкының вкладсы алдындағы йөкләмәләр суммаһы һәм был банкының вкладсыға ҡаршы талаптар суммаһы араһындағы айырмаһынан сығып билдәләнә. Әгәр вкладтар суммаһы 500 мең һум булһа, ә кредит буйынса бурыс - 200 мең һум, ул ваҡытта страховка түләү иҫәбе 500-200= 300 мең һум айырмаһынын сығып билдәләнә.
       "Версия" гәзите материалдары буйынса.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал