6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ни өсөн гимназия сәскә атты?
12.11.08


       Өфө ирҙәр гимназияһы ойошторолоуына - 180 йыл. Ирҙәр гимназияһы 1828 йылдың 11 ноябрендә ойошторола. Харап икән, тиер ҡай берәүҙәр. Бөгөн Башҡортостанда йыл һайын бер нисә уҡыу йорто асыла бит.
       Ул ваҡытта Өфө өсөн ҙур ваҡиға була. Дөрөҫ, 1799 йылдан ҡалала биш йыл уҡыу срогы менән дүрт класлы халыҡ училищеһы эшләй. Әммә ул урта белем бирмәне һәм училищены тамамлаусылар юғары уҡыу йортона инә алманы.
       Өфө дворянлығы, балалар тулы белем ала алмай, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. 1816 йылда дворяндар Өфөлә беренсе гимназия асыу тураһында юллай. Рөхсәт алына. Әммә гимназия өсөн йорт төҙөлөшөнә средстволар булмай, һәм Өфө дворянлығы төҙөлөшкә ун мең һум аҡса бүлә. Алпауыт Петр Тоузаков гимназияның кәрәк-ярағына мең һум иғәнә бирә. Башҡа средстволар ҙа табыла. Шулай итеп, 1820 йылда Өфөлә гимназия төҙөлөшө проекты Эске эштәр министрлығының төҙөлөш комитетына ҡарауға инә.
       Ильин урамындағы ҙур йортта (хәҙер Зәки Вәлиди) ирҙәр гимназияһын асыу тантанаһы була. Беренсе уҡыу йылында (1828-1829) гимназияға 18 уҡыусы ҡабул ителә (дворяндарҙың балалары - 14, икå - сауҙагәр балаšû, 1 - мещан балаһы һәм 1 крәҫтиән балаһы). Әммә гимназияның бүлмәләре иркен була - 52 бүлмә. Гимназистарҙың һаны ла йылдан-йыл арта бара. 1836 йылда уларҙың һаны 112-гә етә, 1847 йылда - 198, 1861 йылда - 185 кеше. Уҡыу процесы формалары үҙгәрә. Башта уҡыу курсы дүрт йыллыҡ була, 1835 йылдан - ете йыллыҡ. Программа ауыр һәм бай эстәлекле була. Гимназияла рус, латин, француз, немец теле, физика, география, тарих предметтары, рәсем төшөрөү, черчение, таҙа яҙыу, Хоҙайҙың закондары уҡытыла. Аҙаҡ философия, нәфис фәндәр, сәйәси иҡтисад башы, коммерция фәндәре нигеҙҙәре, логика һәм статистика өҫтәлә.
       Әле уҡыу йорттарында туған телде уҡытыу кәрәклеге тураһында күп һөйләйҙәр. 1851 йылдан Ырымбур генерал-губернаторы Перовскийҙың юллауы буйынса Өфө ирҙәр гимназияһында татар теле уҡытыла башлай (һәр класта аҙнаһына өс дәрес). Дөрөҫ, бының өсөн математика, тарих һәм башҡа предметтар буйынса дәрестәр һанын кәметергә тура килә. Губернатор яңылыҡ индереүҙе губернала төрки халҡының күп һанда булыуы, ә телде белгән чиновниктарҙың аҙ булыуы менән аңлатҡан. 1861 йылдан гимназияға мосолман балалары ла ҡабул ителә башлай.
       Беҙҙең тормошҡа Өфө ирҙәр гимназияһы тарихынан нимә инеп ҡалды?
       Мәктәп уҡыусыһының ранец тағып йөрөүенә күнектек буғай. Бындай яңылыҡ 1873 йылда нәҡ Өфө ирҙәр гимназияһында индерелгән бит: элек гимназия уҡыусылары дәреслектәрен һәм яҙыу кәрәк-яраҡтарын төйөнсөктә йөрөткән. Дөрөҫ, ранецтар ҡиммәт булған. Ауырлыҡтар менән, әммә берҙәм гимназия формаһы индерелгән.  Иң яҡшы гимназистарға маҡтау ҡағыҙҙары, китаптар, миҙалдар тапшырылған. Был, ниндәйҙер кимәлдә, беҙҙең көндәлек тормошҡа ингән.
       Өфө ирҙәр гимназияһы 1835 йылға тиклем Дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә эшләй, аҙаҡ - ҡаҙна һәм уҡыу өсөн йыйылған средстволар иҫәбенә. 40-сы йылдарҙа түләү 15 һум тәшкил итêәí, 1898 йылда - 50 һум.
       Әлбиттә, гимназия дворяндарҙың һәм алпауыттарҙың матди ярҙамынан башҡа эшләй алмаҫ ине.
       Гимназия асылған ваҡытта үтә лә ауыр була. Мебель, ҡорамалдар, уҡыу әсбаптары етешмәй. Гимназияның директоры хәлле өфөлөләргә "бер мең һум иғәнә биргән байҙың портреты гимназияның бер залында урын аласаҡ, ә биш мең һум өсөн бюст ҡуйыласаҡ" òèãœí мөрәжәғәт менән сыға.
       Быуындан-быуынға килгән почетлы гражданин Сергей Сахаров асылған гимназия сиркәүен кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. Гимназистарға кейем-һалым һәм уҡыу кәрәк-яраҡтары өсөн аҡсалата пособие бирелә.
       Ирҙәр гимназияһы үҙенең китапханаһы менән дан ала. Китапхана фонды йыл һайын 230-ар том менән тулыландырыла. Өфө байҙары ла китапханаға үҙҙәренең китаптарын бушлай бирә.
       Гимназия ҡарамағындағы йылылыҡ станцияһы ла меценаттар ярҙамы менән эшләй. Баҡса булдырыла. Гимназистар өсөн гимнастика, хореография сәнғәте дәрестәре бирелә. Гимназия врачы уҡыусыларҙың һаулығы өсөн яуаплы була.
       Октябрь революцияһына тиклем ирҙәр гимназияһы 70 сығарылыш яһай, 785 уҡыусы өлгөргәнлек танытмаһы йәки аттестат ала.
       Өфө ирҙәр гимназияһын тамамлаусылар Рәсәйҙә танылыу яулай. Улар уҡыу йортонда уҡ Өфөнөң 300 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнаша. 1900 йылдың 5 майында полководец Александр Суворовты, 1902 йылда Николай Гоголде иҫкә алыу сараларында ҡатнаша. Гимназияны тамамлаусылар, моғайын, Александр Пушкинға һәм Лев Толстойға арналған сараларҙы хәтерҙә ҡалдырғандыр...
       Тарихсы Поликарпов Александр Пушкин тураһында былай тип яҙа: "1887 йылдың 29 ғинуарында, А.С. Пушкиндың вафат булыуының 50 йыллығы көнөндә, панихиданан һуң гимназия сиркәүендә уҡытыусы Зеленецкий шағирҙың мөһимлеге тураһында телмәр тотто, гимназия хоры тейешле гимн башҡарҙы, ә уҡыусылар шағирҙың шиғырҙарын яттан һөйләне. Аҙаҡтан шағирҙың бюсына сәскәләр һалынды".
       Гимназия уҡыусыларының тормошонан тағы ла бер ваҡиға: "1910 йылдың 9 ноябрендә һигеҙенсе синыф уҡыусылары Толстойҙың үлемен ауыр кисерә һәм дәрестән китергә ҡарар итә. Был турала улар үҙҙәренең иптәштәре аша директорға әйтергә ҡуша. Улар артынан етенсе һәм һигеҙенсе синыф уҡыусылары ла дәрестән китә. Педсовет, ҡылынған эште ҡарап, был хәлдең "йәмәғәтселек кәйефе" тәьҫирендә килеп сығыуын ул аңлай, һәм бер ниндәй ҙә сара ҡабул итмәй".
       Өфө ирҙәр гимназияһы Октябрь революцияһына тиклем эшләй. Граждандар һуғышы йылдарында гимназия уҡыусыларының бер өлөшө аҡтар хәрәкәтендә ҡатнаша, ә бер өлөшө - ҡыҙылдар яғында.
       1920 йылда Өфө ирҙәр гимназияһының элекке бинаһында 2-се Өфө совет мәктәбе асыла. Уның эшен Менделеев урамындағы Сергей Аксаков исемендәге 11-се гимназия дауам итә.
       Хәҙер бында педагог-тыуған яҡты өйрәнеүсе Елена Ивановна Никуличева һаҡлаған "Мәктәп тарихы" музейы эшләй. Музейҙа дүрт меңдән ашыу экспонат иҫәпләнә, улàрҙың күбеһе уникаль. Был музей "Иң яҡшы мәктәп музейы" исеменә лайыҡ.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал