6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Хуш, Америкала етештерелгән ҡош бото!
12.11.08


       Һүҙебеҙ Рәсәйҙә етештерелгән ҡош ите тураһында. Рәсәй тауығы уның тормош юлын планлаштырған чиновниктарҙың оҙаҡ уйланыуы тураһында белһә икән! Был ҡош-ҡорт аҙыҡ тупланмаһында илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге өсөн беренсе сиратта яуаплы. Америкала етештерелгән боттоң Рәсәй баҙарына сығыу тураһында уйында булырға тейеш түгел, шуға күрә илебеҙҙә етештерелгән ҡош итен камиллаштырыу зарур. Рәсәй Хөкүмәте 2009 йылда ҡош итенә сит ил квотаһын планлаштырылғанса 200 мең тоннаға түгел, ә 300 мең тоннаға êœìåòåð㜠ниәтләй.
       Әлбиттә, был етди аҙым. Шулай булғас, ҡошсолоҡ òàðìàûíà был эштә реванш алырға кәрәк. Башҡортостан хужалыҡтары быны эшләй, дөрөҫ, бер ни тиклем минустар менән. Дөйөм алғанда, "Башптицесоюз" предприятиелары - ул республиканың бөтә ҡошсолоҡ тармағын берләштерә - йомортҡа һәм ҡош ите етештереү күләмдәрен хәтһеҙ арттыра ала. Тармаҡтың һуңғы йылдарҙағы динамикаһы ҡәнәғәтләнерлек. Ағымдағы йылдың 1 октябренә ауыл хужалығы предприятиеларында 5,6 миллион баш ҡош-ҡорт иҫәпләнгән. Был үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда 3,3 процентҡа күберәк. 2008 йылдың туғыҙ айында тере ауырлығындағы 18,9 мең тонна ҡош ите етештерелгән - 2007 йылға ҡарата плюс 58,3 процент. Йомортҡа етештереү буйынса күрһәткестәрҙең кәмеүе күҙәтелә: 583 миллион дана йомортҡа алынған - үткән йылға ҡарата минус 3,2 процент.
       Башҡортостан Республикаһында "Башҡортостан" ПТФ-ы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Знаменский ППС-ы" дәүләт унитар предприятиеһы, "Турбаҫлы бройлерҙары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Өфө ПТФ-ы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдынғыларҙан һанала. Һуңғыһы үткән йылдан ҡош èòå етештереү йүнәлеше буйынса эшләй.
       2008 йылда республика халҡына 5,7 миллион баш бер көнлөк себеш һатылған. "Башҡортостан" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Сәрмәсән", "Благовар" дәүләт унитар предприятиелары, "Бишбүләк", "Федоровка", "Әлшәй" инкубатор-ҡошсолоҡ станциялары етәкселәре был йүнәлештә тейешле кимәлдә эш алып бармай.
       Шәхси эшҡыуарҙарҙың, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының ҡошсолоҡҡа, атап әйткәндә, ҡаҙ үрсетеүгә ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алғанда, иҡтисади күҙлектән быны ғәфү итерлек түгел.
       Асылда, был эш моменты, сөнки ҡошсолоҡ тармағының пландары перспективалы. Миҫал өсөн, әле Әлшәй районында "Агрика. Тоҡомло ҡошсолоҡ" компаниялар төркөмө тарафынан тоҡомло ҡошсолоҡ буйынса уникаль проект тормошҡа ашырыла башланы. Унда йылына 3,5 миллионға тиклем итле тауыҡтар (бройлерҙар) үрсетеләсәк, 25 мең тонна ҡош ите һәм 75 миллионға тиклем дана йомортҡа етештереләсәк.
       Мәләүез районында "Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы" төҙөлә. Был ҡошсолоҡ фабрикаһында 15 мең тонна күркә ите етештереләсәк.
       Планда Благовар районында һыу ҡоштарын һуйыу буйынса эре цех төҙөү ҡаралған. Дәүләт эре ауыл хужалығы предприятиеларына булышлыҡ итеүҙән тыш, фермер хужалыҡтарына ла ярҙам күрһәтә. Быйыл ҡош ите етештереү менән мәшғүл булған фермер хужалыҡтары өсөн ҡатнаш аҙыҡты субсидиялауға дәүләт ҡаҙнаһынан средстволар бүленә. Был маҡсатҡа Рәсәй Федерацияһы бюджетынан 144 миллион һум аҡса бүленгән, республика ҡаҙнаһынан - 14 миллион һум.
       Тауыҡ, ҡаҙ, өйрәк, күркә, бүҙәнә, дөйәғош... Улар тураһында һандар теле менән оҙаҡ һөйләргә була. Һәр төрлө ҡош-ҡорт кәрәк. Ә шулай ҙа урындағы ҡошсолоҡ тармағына эште көсәйтеү талап ителә. Сит илдән ҡош ите һатып алырға теләүселәр ҙә юҡ түгел. Миҫал өсөн, Халыҡ-ара ҡулланыусылар йәмғиәттәре конфедерацияһы идараһы рәйесе Дмитрий Яхин, "импорт баҙарҙа булырға тейеш - ул аҙыҡ-түлектең конкуренцияһын, сифатын һәм уңайлылығын тәьмин итә", тип һанай.

Марият Артюхова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал