6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

"Салауат"ҡа баҫым яһап
11.11.08


       Рәсәй йыйылмаһы (уның составында "Салауат Юлаев" командаһынан алты уйынсы бар) Карьяла кубогына Европа турының беренсе этабында еңеү яуланы. Өс матчтың һәр береһендә хоккейсыларға маҡтанырға урын бар.
       Был нимә тураһында һөйләй? Уйымса, был ҡапҡа һаҡсыһы Александр Еременко биҙәлгән яңы шлемында ла үҙенең оҫталығын күрһәтте тигән һүҙ. Һаҡсылар Виталий Прошкин һәм Игорь Щадилов, шулай уҡ үҙәкфорвард Алексей Терещенко оборонала "яҡшы"ға уйнай ала. Әйләнеп ҡайтҡас, "Салауат Юлаев"та ла быны күрһәтһендәр.
       Рәсәй йыйылмаһының Карьяла кубогына бер матчта ғына атака уйыны булды. Шуға күрә билдәләп китергә мәжбүрбеҙ, был турнирҙа һөжүм итеүселәр - Пережогин һәм Радулов һәйбәт уйын күрһәтмәне. Рәсәйҙә шәп һөжүм итеүселәр күп, "юлаевсылар" быны оноторға тейеш түгел.
       Был егеттәргә тағы ла бер мөмкинлек бирерҙәрме? Моғайын, - эйе, Радуловтың был этаптарға саҡырыу алыу һәм чемпионатҡа барыу мөмкинлеге юғары. Был уйынсы әлеге тренерҙар етәкселегендә донъя чемпионы булды. Әгәр Радулов клубта Пережогинға ҡарағанда аҙыраҡ шайба индерһә лә, тренерҙарҙың уға ҡарата булған йылы ҡарашы үҙгәрмәйәсәк, сөнки Радулов эштә һыналған.
       Пережогинға, әлбиттә, көнләшерлек түгел, әммә Радулов та үҙен тыныс тоя алмай - уның йыйылмала ла, һәм НХЛ-да ла көслө конкуренттары бар.
       Александр Хищник, әле ваҡыт бар, оҫталыҡта үҫһен, "Салауат Юлаев"тың ысын лидеры булһын. Ул әлегә Өфө өсөн - бары тик яҡшы һөжүм итеүсе генә. Тәкәббер уйынсы ҙур нәмәләр хаҡында хыялланырға тейеш. Радулов яңы кимәлгә сыҡмай икән - яҙын, күптәр чемпионатҡа барған осорҙа, уға ҡыҙарырға тура киләсәк. 2010 йылдағы Олимпиада тураһында һөйләп тороу кәрәкмәҫтер. Унда Рәсәй элитаһы ғына барырға тейеш...
       Беҙ беренсе матч тураһында һөйләгән инек, унда шведтар менән уйнаныҡ, 1:0. Ваҡыт етте, Финляндиялағы хәлдәргә күсәйек.
       Хужаларға ҡаршы матчта күп шайба индерҙек - хатта алты шайба. Шуның яртыһы "юлаевсылар"ҙың сәкәне ярҙамында инде - Александр Радулов дубль яһаны, Алексей Терещенко Александр Пережогин ярҙамында бер шайба индерҙе.
       Александр Еременко ни бары ике шайба үткәрҙе. Әммә бында уны ғәйепләргә ҡыйын.
       Рәсәй йыйылмаһы уйынсылары уйындан аҙыраҡ ситләштерелгән булһа, уларҙың гол индереү мөмкинлектәре ҙур ине.
       Икенсе осорҙа Денис Куляш айырылды. Төп ваҡыт аҙағына тиклем 20 минут ҡалған осорҙа иҫәп - 3:1, был көсһөҙлөккә сәбәп түгел. Һәм Радулов дубль яһай. Ул Константин Горовиков менән ҡапҡаға сығып, шайбаны ала һәм хужалар ҡапҡаһы артында ут  тоҡандыра, 4:1.
       Аҙаҡ Ҡазандың билдәле звеноһы - Зарипов-Зиновьев-Морозов - шәп комбинация үткәрә, һәм Зиновьев бишенсе шайбаны индерә.
       Бына хәҙер "һүлпән" уйнарға була ине. Финдар күпселектә уйнаған осорҙа бер шайба индерә, аҙаҡ беҙҙекеләр ҙә шулай яуап бирә - Терещенко Пережогиндан уңайлы тапшырыу ала, иҫәп - 6:2.
       6:2 - иҫәп ҡурҡыта. Әммә чехтар икенсе матчта, улар араһында КХЛ-дан ун уйынсы бар, үҙҙәрен көслө уйынсы итеп күрһәтте һәм һуңғы осорға тиклем еңергә маташты. Төп һәм бирелгән өҫтәмә ваҡыт мәлендә шайба индермәнеләр. Рәсәйлеләр бер яҡтың да еңмәүе менән килешә ине, сөнки улар Карьяла кубогын яуланы инде. Әммә беҙҙең хоккейсыларыбыҙ буллиттар буйынса барыбер еңеүгә өлгәште.
       Александр Еременко был уйында ял итте. Тренерҙар уның дублерына - Константин Барулинға уйнарға бирҙе. Һуңғыһы шәп уйнаны, һәм хәҙер "Юлаев" Сашаһы, Костик уның юлына арҡыры төшмәһен өсөн, шулай уҡ тырышып эшләргә тейеш.
       Шулай итеп, Европа турының сираттағы этабында еңеү яуланды, тимәк, элекке хоккей донъяһындағы сағыштырмаса яңы традицияларҙа әлегә бер нәмә лә үҙгәрмәй. Рәсәй йыйылмаһы 19 матч дауамында еңелеүгә дусар ителмәне.
       Рәсәй йыйылмаһының еңеүҙәренә аптырарлыҡ түгел. Рәсәй "атҡа" менеп атланды һәм ул унда, Ағиҙел буйындағы Салауат Юлаев йәки "Салауат Юлаев" хоккей командаһы чемпионатта еңеү яулағандан һуң наградланғандағы кеүек, ғорур һәм ышаныслы ултыра.
       Әйткәндәй, беҙҙең йыйылма хоккей тирәһе эштәрендә лә айырылып тора. Хәҙер беҙҙең команда рейс самолеттарында түгел, ә чартер менән оса. Тағы ла бер яңылыҡ стилгә ҡарай - хоккейсылар боҙҙа ғына берҙәм форма кеймәй - улар хәҙер һарайҙан тыш, ҡара пальто, ҡара костюм һәм шундай уҡ ботинка, шулай уҡ күк күлдәк кейә һәм Рәсәй хоккей федерацияһы эмблемаһы ò³ø³ð³ëãœí галстук таға.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал