6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күсемһеҙ милек

Көрсөк хаҡтарға "һуға"
11.11.08


       Эксперттарҙың күҙаллауҙары аҡлана башланы - финанс көрсөгө торлаҡ хаҡтарына "һуға". Бына дүртенсе аҙна рәттән Өфөнөң икенсел күсемһеҙ милек баҙарында хаҡтар түбәнгә тәгәрәй.
       Ноябрь башында бер бүлмәле фатирҙың бер квадрат метры 54,38 мең һум тәшкил итте, ике бүлмәле фатирҙың бер "квадраты" - 50,3 мең һум. Өс бүлмәле фатирҙың бер квадрат метрын 48,68 мең һумға тәҡдим иттеләр, ә күп бүлмәле фатирҙың бер "квадратын" - 52,07 мең һумға. Һәм был, аналитиктар фекеренсә, сик түгел. Киләһе йылдың яҙында бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 43 мең һум тәшкил итеүе ихтимал.
       Эксперттар донъя финанс көрсөгөн ғәйепләй. Билдәле, банкынан алынған заем ярҙамында ғына торлаҡ һатып алып була, уртаса эш хаҡы алып эшләгән кеше фатир һатып алыу өсөн аҡса йыя алмай. Әммә финанс көрсөгө нәҡ банк секторында башланды. Рәсәйҙең кредит ойошмалары көнбайыш баҙарҙарынан заем средстволарын йәлеп итеү мөмкинлегенән мәхрүм, ә кредит таратыу өсөн үҙҙәренең ликвидлылығы етмәй. Шуға күрә Рәсәйҙең күп кенә банкылары ипотека кредиттары биреүҙе бөтөнләй туҡтатты, йәки заемсылар өсөн шарттар булдырҙы - заем алыу - мөмкин түгел. Әле банкыларға ипотека кредиты һорап мөрәжәғәт итеүсе ун заемсының икеһе генә уны ала ала. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаны ла кәмегән. Иҡтисадтың күп өлкәләрендә штаттарҙы ҡыҫҡартыу тураһында һүҙ барғанда, һәр кем үҙенең килемен 10-15 йылға планлаштырмай, ә ипотека кредиты нәҡ ошо срокка алына бит.
       Торлаҡҡа һорау кәмемәй. Хәлле кешеләр күсемһеҙ милекте әүҙем һатып ала башланы. Әлеге финанс көрсөгө мәлендә күсемһеҙ милек, күптәрҙең фекере буйынса, булған капиталды иң ышаныслы һаҡлау ысулы булып ҡала. Уға хаҡтар төшкән хәлдә лә, стеналар, әйтәләр бит, барыбер ҡаласаҡ. Бынан тыш, күсемһеҙ милекте ҡуртымға биреп, аҡса эшләп була.
       Шулай итеп, Өфөлә фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡы уртаса 16 процентҡа төшкән. Атап әйткәндә, бер бүлмәле фатирҙы 10640 һумға ҡуртымға алып була - 15,8 процентҡа осһоҙланған, ике бүлмәлене - 14100 һумға (8,2 процентҡа осһоҙланған), өс бүлмәлене - 16800 һумға, ярашлы рәүештә 18,3 процентҡа осһоҙланған. Ҡуртым ставкаларының кәмеүе аңлашыла - бер һәм өс бүлмәле фатирҙарға тәҡдимдәр һаны артты. Баҙарҙа был фатирҙар ҡайҙан килеп сыҡҡан? Быны аңлатып була. Бының өсөн фатир алыусыларҙы асыҡлау етә. Улар - баш ҡалала белем алыусы студенттар, йәки йәштәр, йә булмаһа ата-әсәһенән айырым йәшәргә ҡарар иткән йәш өфөлөләр. Бынан тыш, фатир хужалары элек тапшырмаған торлаûí ҡуртым баҙарына сығаðà башланы.
       Шулай итеп, Өфөнөң күсемһеҙ милек баҙарында "күперткеләр" әкренләп төшә башланы. Миҫал өсөн, 2007 йылдың башында икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар уның һөҙөмтәле инвестицион ҡиммәтенә ҡарата 70 процентҡа күтәрелгәйне, ә ағымдағы йылдың ноябрь башына - ни бары 20 процентҡа.
       Финанс көрсөгө күсемһеҙ милектең беренсел баҙарында ла сағылды. Октябрҙә торлаҡтың бөтә төрҙәре буйынса уртаса хаҡтар 1,1 процентҡа кәмене. Атап әйткәндә, ноябрь башында бер áүлмәле фатирҙың бер квадрат метры уртаса 46,2 мең һум тәшкил итте - унан алдағы айға ҡарағанда 2,3 процентҡа кәмерәк. Ике бүлмәле фатирҙың бер "квадраты" 0,2 процентҡа төшкән - 47,6 мең һумға тиклем. Өс бүлмәле фатирҙың бер квадрат метры үҙгәрешһеҙ ҡалған - 46,6 мең һум.
       2008 йылдың ғинуар-ноябрендә рәсми инфляция 13 процент тәшкил иткән, ә был ваҡытта яңы төҙөлөштәр 1 процентҡа ҡиммәтләнгән. Шулай итеп, төҙөлөп ятҡан торлаҡтың арзанайыуы, был осорҙа "аҡсаның ҡиммәтенә" ҡарата 12 процент тәшкил итә.
       Әгәр банкылар ипотека кредиттары бирә башлаһа, хаҡтар ошо кимәлдә ҡаласаҡ. Ә төҙөүселәр башҡа төҙөлөш майҙандарын үҙләштереү йәки туҡтатылған төҙөлөштө тамамлау өсөн дәүләт ярҙамы йәки кредит ойошмаларынан заем алыу мөмкинлеге аласаҡ. Юғиһә, төҙөүселәр булған яңы төҙөлөштө демпинг хаҡтары буйынса һатырға мәжбүр буласаҡ. Был бер ни ваҡытҡа хаҡтарҙы төшөрөүгә килтерәсәк. Һуңынан, төҙөүселәрҙең яңы торлаҡ төҙөлөшөнә средстволары булмаһа, яңы күсемһеҙ милек һаны кәмейәсәк, һәм һорау тәҡдимдән тағы ла артасаҡ. Ул ваҡытта торлаҡҡа хаҡтарҙың артыуы ихтимал.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал