6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Даталар

Милицияға - 90 автомобиль
11.11.08


       10 ноябрҙә Милиция хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҙур бүләк алды. Кисә баш ҡаланың Совет майҙанында республиканың эске эштәр органдарына 90 автомобиль тапшырылды. Сит ил автомобилдәре республика һәм Өфө юл-патруль хеҙмәте полктары ҡарамағында буласаҡ һәм улар бөгөндән үк хеҙмәткә әҙер.
       Милиция хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселәре килгәйне.
       - Республиканың эске эштәр органдары дәүләт власы системаһында мөһим роль уйнай. Милиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсел ҡул һуҙыуҙан дәүләтте һәм йәмғиәтте һаҡлау буйынса көндәлек бурыстарын уңышлы хәл итә. Һәм бөгөн республика буйынса Эске эштәр министрлығының личный составы, граждандарҙың тыныс тормошон һәм ижади хеҙмәтен ышаныслы һаҡлап, үҙҙәренең һөнәри байрамын поста тороп ҡаршылай, - тине үҙенең сығышында Мортаза Рәхимов. - Дөйөм алғанда, республика министрлығы Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында эштең бөтә төп күрһәткестәре буйынса даими беренсе урынды биләй һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында иң тәүге бишәү иҫәбендә. Республика етәкселеге, ҡала һәм район хакимиәттәре эске эштәр органдарына һәм подразделениеларына даими ярҙам күрһәтә, уларҙың матди-техник базаһын нығытыуға булышлыҡ итә. Бөгөнгө көндә эске эштәр органдарын финанслау буйынса бурыстар юҡ.
       Бөтә автомобилдәр ҙә махсус ҡорамалдар, видеояҙмалы приборҙар, "Федераль эҙләү базаһы", "Автомобиль", "Адмпрактика" кеүек мәғлүмәттәр базаһына тоташтырылған ноутбок менән йыһазландырылған. Шулай итеп, инспектор реаль ваҡыт режимында автоматлаштырылған GPS системаһы ярҙамында водитель тураһында тулы мәғлүмәт ала ала.
       Һәр машинала радиокациялы "Визир" тиҙлек билдәләү ҡоролмаһы ла ҡуйылған. Ул автомомилдәрҙең тиҙлеген үлсәү һәм ҡағиҙә боҙоу осрағын видеотаҫмаға теркәү өсөн ҡулланыласаҡ.
       Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы бындай ҙур партияла автомобилдәрҙе беренсе тапҡыр ала. Был автомобилдәрҙе һатып алыу һәм йыһазландырыу республика ҡаҙнаһына 60 миллион һумға төшкән. Республика етәкселеге Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының автопаркын артабан да киңәйтеү кәрәклеген билдәләй.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал