6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Субсидиялар бөтөрөлә
11.11.08


       Киң мәғлүмәт саралары һәм чиновниктар күптән инде беҙгә "дәүләт биргән рәхәтлектәр өсөн тулыһынса түләмәйбеҙ, беҙ бурыста йәшәйбеҙ" тигән фекерҙе әйтеп килә. Был "насар" холоҡто күптән "файҙалыға" үҙгәртергә кәрәк тә бит.
       Бөгөнгө көндә демократик Америкалағы хәлде уйлағанда, улар ул тиклем үк насар түгел. Һәм хәҙер маҡталған "финас үҙаллылығының" өҫтөнлөктәре асыҡтан-асыҡ күренеп тормаған кеүек.
       Финанс көрсөгө темаһын беҙ арҡырыһынан буйына өйрәндек, һәм бөгөн, бәлки, беҙ уға әйләнеп ҡайтмабыҙ. Ә коммуналь түләүҙәр тураһында һөйләшербеҙ.
       Эйе, нисек кенә үкенесле булмаһын, 2009 йылда йылылыҡ һәм электр энергияһына хаҡтар артасаҡ. Был турала Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Валентин Александров йәмәғәтселеккә белдерҙе. Дөрөҫ, Валентин Александров, граждандар чиновниктарҙы һәм дәүләтте, беренсе ҡарашҡа, "популяр булмаған" ҡарар өсөн ғәйепләргә ашыҡмаһын, тип иҫкәртте. Комитет рәйесе һүҙҙәренә ҡарағанда, был ҡарар "иҡтисади нигеҙләнә". Был нимә аңлата һуң? Асыҡлап ҡарайыҡ.
       Беренсенән, республика халҡы белергә тейеш: 2009 йылда ҡала халҡы электр энергияһының бер киловатт-сәғәте өсөн 159 тин түләйәсәк - 2008 йылда 126 тин тәшкил иткән. Шулай итеп, үҫеш - 26 процент.
       Әйтеп китергә кәрәк, яңы тариф Тарифтар буйынса федераль хеҙмәттең приказы булдырған айырым коридор сиктәрендә ҡабул ителде - киловатт-сәғәте өсөн 158 тиндән 160 тингә тилем.
       Икенсе мөһим белдереү - 2009 йылда түбән коэффициент (уның менән йорттары электр плитәләр менән йаһазландырылған ауыл кешеләре файҙалана) элекке кимәлдә һаҡлана - 0,7. Һөҙөмтәлә халыҡтың был төркөмө электр энергияһын 111 тин менән аласаҡ.
       Шул уҡ ваҡытта, йорттары электр плитәләр менән йаһазландырылған ауыл кешеләренең ҡыуанысы оҙаҡҡа бармаясаҡ - 2010 йылдан был ғәҙел айырма бөтөрөләсәк.
       "Бындай "яза" саралары ҡайҙан килә?" - тип һорар ҡулланыусы. Ә бына ҡайҙан - эш шунда, Рәсәй Федерацияһында халыҡ өсөн тарифтар кәмелтелгәндә лә әлегә тиклем төрлө яҡлап субсидиялау практикаһы ҡулланыла. Ә сәнәғәт предприятиелары һәм башҡа ҡулланыусылар өсөн тарифтар - киреһенсә, саманан тыш арттырылған.
       - Магазин йәки, миҫал өсөн, тегеү оҫтаханаһы түбән энергия ҡулланғанда киловатт-сәғәтенә 260 тин түләй. Ә халыҡ - 159. Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеү фонды тураһында законға ярашлы, нәҡ ошо айырманы 2010 йылға тиклем бөтөрөргә кәрәк, - тип аңлата Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Валентин Александров.
       Валентин Александров һүҙҙәренә ҡарағанда, тарифтарҙы күтәреү - был энергетиктарҙың талымы түгел. Иң эре энергия компанияһының табышлылығы ни бары 2,5 процент тәшкил итә! Йыл аҙағына тиклем был сумманан бер ниҙә ҡалмай - бөтәһен дә инфляция ашай. Иҡтисадтың башҡа секторҙарында йәлеп ителгән күп кенә компанияларҙың табышлылыҡ кимәле 15-17 процент тәшкил итә.
       Дөйөм алғанда, Башҡортостанда, Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда, электр энергияһына иң түбән тариф һаҡлана. Миҫал өсөн, Татарстанда тариф күләме - 207, Һамар өлкәһендә - 215, Мәскәүҙә - 301.
       Бынан тыш, электр энергияһын һаҡсыл ҡулланып була, бының өсөн ике төрлө иҫәп системаһын файҙаланырға кәрәк. Шулай итеп, төнгө ваҡытта (23 сәғәттән иртәнге 7-гә тиклем) электр энергияһының киловатт-сәғәте 98 тингә тиклем кәмей, тимәк, һеҙҙең һыуытҡыс, телевизор йәки кер йыуыу машинаһы электр энергияһын аҙ ашаясаҡ. Дөрөҫ, бының өсөн электр счетчигын алмаштырырға тура киләсәк.
       Ә хәҙер йылылыҡ энергияһы тарифтарына күсәйек - улар ҙа 2009 йылда артасаҡ. Шулай итеп, 2009 йылда халыҡ өсөн бер гигакалория 412 һум 54 тин тәшкил итәсәк. ЖЭУ йылылыҡ энергияһын ҡуйыусыларҙан нәҡ ошо хаҡ буйынса һатып аласаҡ.
       "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә бер гигакалорияны етештереү 513 һум тирәһе тора. Шулай итеп, дәүләт һәр граждан өсөн 100 һум күләмендәге айырманы түләй. Ә ҡайһы бер ҡалаларҙа йылылыҡ етештереүҙең үҙҡиммәте юғары (миҫал өсөн, Мәләүездә - 600 һум). Шуға күрә баш ҡала халҡына зарланырға урын юҡ. Улар өсөн тарифтарҙың үҫеше ни бары 27,1 пðоцент тәшкил итә.
       Индивидуаль торлаҡ хужаларына килгәндә, 2009 йылда "Индивидуаль торлаҡ йорттар" тигән льготалы төркөм бөтөрөлә. Һөҙөмтәлә был граждандар өсөн йылылыҡ хаҡы 58,8 процентҡа (Өфө буйынса) артасаҡ, башҡа ҡалалар буйынса - 111,7.
       Башҡа ҡулланыусылар тураһында һөйләшәйек. Бюджет ойошмалары (мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары һәм башҡалар) өсөн тарифтар 29 процентҡа күтәрелә, селтәр аша йылылыҡ алыусылар өсөн - 13-29 процентҡа, коллекторҙар аша йылылыҡ алыусы ойошмалар өсөн тарифтар 13 проценттан 24 процентҡа тиклем күтәрелә.
       Аҙағында шуны ла әйтеп китәйек, тиҙҙән Өфөлә тариф көйләү буйынса төбәк-ара семинар үткәреләсәк. Унда коммуналь түләүҙәргә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе асыҡлап була.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал