6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Кадрҙар

Министрҙы онотмайҙар
10.11.08


       10 ноябрҙә Рәсәй милиционерҙары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Был көндө, ғәҙәттәгесә, милиция хеҙмәткәрҙәре, ветерандар тәбрикләнә һәм тәртип һаҡлауҙа һәләк булàíäàð иҫкә алына.
       Шулай итеп, Милиция хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Ҡыйғы районында республиканың элекке эске эштәр министры, милиция генерал-майоры Рауил Закирйән улы Фәйрүзовҡа һәйкәл асылды. Ул 1995-1996 йылдарҙа башҡорт милицияһын етәкләне. Бронзанан эшләнгән бюст Үрге Ҡыйғы ауылында урындағы милиция бүлексәһе алдында урынлаштырылды. Уның скульпторы - Хәниф Хәбибрахманов.
       Мемориалды асыу көнөндә ауылдың төп урамы Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы оркестры башҡарған тантаналы маршҡа күмелде. Сараға министрлыҡ етәкселәре, Рауил Закирйән улының хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, яҡындары һәм тыуған-тыумасалары килгәйне.
       - Башҡортостан милицияһы үҙҙәренең бурысын намыҫ менән башҡарûóñû хеҙмәткәрҙәргә һәр саҡ бай булды. Нәҡ улар хоҡуҡ һаҡлаусы һалдаттар өсөн выждан һәм намыҫ өлгөһө булып тора. Милиция генерал-майоры Рауил Закирйән улы Фәйрүзов ошондай кешеләрҙең береһе булды, - тине үҙенең сығышында отставкалағы милиция генерал-лейтенанты Рафаил Диваев.
       Рауил Фәйрүзов 1949 йылдың 2 апрелендә Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. Бында буласаҡ генералдың бала сағы үтә, бынан ул армия сафына алына. Демобилизациянан һуң Өфөлә сәнәғәт предприятиеларында эшләй. Комсомол ул осорҙа традиция буйынса производство алдынғыларын милицияға хеҙмәт итергә оҙатºаí. 1973 йылда Рауил Закирйән улы тормошҡа ошондай уҡ путевка ала.
       1977 йылда Фәйрүзов Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. 1985 йылда Рауил Закирйән улы Өфөнөң Октябрь районы эске эштәр бүлеге начальнигы була. Уның феноменаль эшкә һәләтлелеге һәм профессиональ әҙерлеге Октябрь районы эске эштәр бүлеген ҡалала иң яҡшылар исемлегенә индерә.
       1989 йылда, илдә криминоген хәлдәр киҫкенләшкән осорҙа, Рауил Закирйән улы Эске эштәр министрлығының яңы ойошторолған подразделениеһын - ойошҡан енәйәтселек менән көрәш буйынса бүлеген етәкләй. Рауил Фәйрүзов етәкләгән легендар "алтынсы бүлек" хеҙмәткәрҙәре йөҙҙәрсә бандит төркөмөн ҡоралһыҙландыра. 1991 йылда ул үҙенең ҡаҙаныштары өсөн министрҙың беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, ә 1995 йылдың апрелендә генерал-майор Фәйрүзов республиканың Эске эштәр министрлығын етәкләй. Был вазифала Фәйрүзов 1996 йылға тиклем эшләй: Рауил Фәйрүзов 1996 йылда ваҡытһыҙ вафат була.
       Коллегалары билдәләүенсә, төбәктә ул етәкселек иткән ҡыҫҡа осорҙа территориаль эске эштәр органдарының эше яҡшырған, милиция кадрҙарына талап көсәйгән, енәйәтселеккә, айырыуса уның ойошҡан формаларына ҡаршы көрәш әүҙемләшкән, урамдарҙа һәм йәмәғәт урындарында тәртип булған.
       Рауил Фәйрүзов республиканың Эске эштәр министрлығы етәксеһе посында эшмәкәрлеген БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты эше менән бергә алып барған һәм ул Ðеспублика именлеге советы ағзаһы булған. Уның яҡташтары тормошондағы был этабын яҡшы хәтерләй. Рауил Закирйән улы үҙ еренең ысын улы булып ҡалды.
       - Фәйрүзов, депутат булып эшләгән осорҙа, ауылдаштарын онотманы. Районды төҙөкләндереү, газ үткәреү, юлдар төҙөү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Рауил Закирйән улы беҙҙең проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам итте, - тип һөйләй Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Закир Абдуллин.
       Мәшһүр генерал хөрмәтенә ауыл урамына уның исеме бирелде, урындағы милиция бүлеге музейында уға лайыҡлы урын бүленде, ә хәҙер мемориал асылды.
       - Минең иптәшем яуаплы кеше ине. Ул үҙенең бөтә көсөн Эске эштәр министрлығына бирҙе. Иптәшемә ҡуйылған һәйкәл - был уның хеҙмәтенә баһа. Мин Эске эштәр министрлығы етәкселегенә Рауил Закирйән улына мемориал асҡандары өсөн рәхмәтлемен, - тине Лидия Фәйрүзова.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал