6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Мәүлетбай Ғәйнетдинов: йырсынан актерлыҡҡа
10.11.08


       Йәкшәмбе кисендә Башҡорт дәүләт филармонияһында эстрада йырсыһы Мәүлетбай Ғәйнетдиновтың концерты үтте. Ул йырсының 70 йәшенә арналды. Мәүлетбай Ғәйнетдинов үҙенең юбилейын быйыл 14 майҙа билдәләгәйне.
       - Концертта мин бер композиция ғына башҡарҙым, - ти Мәүлетбай Сөләймән улы. - Концертта минең коллегаларым - артистар, йырсылар сығыш яһаны, программа шулай төҙөлдө. Улар үҙҙәренең йырҙары һәм бейеүҙәре менән мине ҡотланы.
       Мәүлетбай Ғәйнетдинов һәр көн тиерлек концерт биргән ваҡытты һағынып иҫкә ала. Был тауыш өсөн етди һынау булды, йырсы план буйынса кварталына 60 концерт бирергә тейеш ине, - ти Ғәйнетдинов.
       - Минең тауышым яҡшы яңғырай ине, - тип һүҙен дауам итә Мәүлетбай Сөләймән улы. - Әммә тарамыштарға операция үткәргәс, табиптар уны һаҡларға тәҡдим итте.
       Ҡасандыр үҙе лә табип булырға хыялланған Мәүлетбай Ғәйнетдинов табиптарҙың һүҙен тыңлай. Әммә уның медицина юғары уҡыу йорто тураһындағы хыялы тормошҡа ашмай ҡала. Уның атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, шуға ла уға һигеҙ синыфты ғына тамамларға тура килә - өс баланы бер үҙе тәрбиәләгән әсәšåíә ярҙам итә. Ғәйнетдинов бәләкәй саҡтан уҡ үк матур йырлаған, ауылдағы бер байрам да унһыҙ үтмәгән. Әммә артист булырмын тип бер ваҡытта ла уйламаған.
       - Мин Өфө сәнғәт училищеһына инергә ҡарар иттем, - тип һөйләй Мәүлетбай Сөләймән улы. - Өфөгә килеп төшкәс, туранан-тура документтарҙы тапшырырға киттем. Училищеға индем, вахтершанан бөтәһен дә һораштым һәм бында артист булыу теләге менән килеүемде әйттем. Ә ул миңә: "Үҙең йәш, мыҡты егет күренәһең, йырларға булдыңмы, ауылда ла эш етерлек бит" ти яуапланы. Минең шунда уҡ башҡа "ул хаҡ" тигән уй килде, һәм мин училищенан сығып киттем. Юл буйынса уйлап киләм, миңә берәй педагогҡа күренергә кәрәк ине, бәлки, ул миңә берәй кәңәш биргән булыр ине... Яңынан училищеға килеп, педагогты эҙләп таптым. Ул мине тыңлап ҡараны һәм 19 йәш тулғас, кил тине.
       Мәүлетбай Ғәйнетдинов тыныс күңел менән өйөнә ҡайта. Армия сафында хеҙмәт иткәс, яңынан училищеға килә, әммә ул һуңлай - ул ваҡытта һайлап алыуҙар тамамланған була. Ғәйнетдинов баш ҡала урамдары буйлап белдереүҙәрҙән йәшәү өсөн мөйөш һәм эш урыны эҙләй.
       - Янғын часына армияла хеҙмәт иткән егеттәрҙе йыялар ине, - ти Мәүлетбай Сөләймән улы. - Бәхетемә күрә мине алдылар, һәм мин хәтерләйем, ул ваҡытта мин ныҡ шатландым, тимәк, минең йәшәү урыным һәм аҡсам да буласаҡ.
       Әлбиттә, эш ауыр булған. Мәүлетбай Ғәйнетдинов ике тапҡыр янғында саҡ-саҡ һәләк булмаған - беренсеһендә ул төтөнгә тонсоғоп, аңын юғалта, бәхеткә күрә уны ҡотҡаралар, икенсеһендә - ут солғап алған мал аҙбарына инеп, асыҡ баҙға ҡолап төшә. Уға тәрән баҙҙан үҙ көсө менән сығырға тура килә.
       Совет осоронда һәр ойошма һәм предприятиела тиерлек үҙешмәкәр художество түңәрәге эшләй ине. Мәүлетбай Ғәйнетдинов унда ҙур теләк менән шөғөлләнгән. Һәм ул Мәскәүҙә профессиональ булмаған коллективтар фестивалендә беренсе урынға лайыҡ була. Талантлы йырсыны күреп ҡалалар һәм эшкә саҡыралар...төҙөлөш идаралығына. Уны концерт үткәреү маҡсаты менән слесарь ставкаһына алалар. Әммә Мәүлетбай Ғәйнетдиновҡа гел йырлап йөрөү уңайһыҙ була, шуға күрә ул балта һәм көрәктәр үткерләү менән шөғөлләнә.
       - Ниһайәт, мин был эште ҡалдырып, ғаиләле булыуыма ҡарамаҫтан, уҡырға барырға ҡарар иттем, - ти Ғәйнетдинов. - Һәм 28 йәшемдә сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килдем.
       Мәүлетбай Ғәйнетдинов башта яңғыҙ йырлай, аҙаҡ "Йәдкәр" фольклор ансамблендә сығыш яһай. Мәүлетбай Ғәйнетдинов оҙон көйлө башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ танылыу яулай. Уның репертуарында халыҡ музыкаль-поэтик классикаһының күренекле өлгөләре - "Буранбай", Урал", "Сибай", "Бейеш", "Аҡһаҡ ҡола" һәм башҡалар.
       Мәүлетбай Ғәйнетдинов хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, уны онотмайҙар, әленән-әле төрлө ижади проекттарға саҡыралар. Шулай итеп, билдәле башҡорт режиссеры Айсыуаҡ Йомағолов "Ел аулаусы" тигән тулы метражлы нәфис фильмдә уға роль тәҡдим итә.
       - Башта мин аптырап ҡалдым - минән ниндәй актер сыҡһын, мин йырсы бит... - ти Мәүлетбай Сөләймән улы. - Киностудияға килдем. Режиссер менән һөйләшеү булды. Ул миңә иғтибар менән ҡараны ла нәфис фильмда ауыл ҡартын уйнаясағым тураһында әйтте.
       Был фильмда Ғәйнетдинов тормошо мөғжизәгә бай булған ябай ауыл ҡартын - Әхмәт бабай ролен башҡара. Ауыл ҡарты күпте күргән, күпте кисергән, әммә ул әле лә изге һәм асыҡ күңелле булып ҡала, Әхмәт бабай яҡын кешеһенә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Әхмәт бабай ҡомһоҙ банкирҙы үҙ урынына ултырта һәм үҙ ғаиләһендә ысын бәхет табырға ярҙам итә.
       - Фильмда мин бандиттар менән алышам, атта сабам, - ти Мәүлетбай Сөләймән улы.
       "Ел аулаусы" фильмы киләһе йылдың яҙында киң экранға сыға.
       Әле таҫма өҫтөндә эш тамамланыуға яҡынлаша. Мәүлетбай Ғәйнетдинов һәр көн "Башҡортостан" киностудияһына килә - фильмды тауышлы итеү бара.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал