6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Тышҡы бәйләнештәр

АҠШ консулы Өфө менән танышты
10.11.08


       Америка Ҡушма Штаттарының Екатеринбургтағы Генераль консулы эш сәфәре менән Өфөлә булып китте. Республика менән АҠШ араһында күп йүнәлештәр буйынса эшлекле хеҙмәттәшлек күҙаллана. Быға Генераль консул Тимоти Сэндаски ышана. Был вазифала ул ни бары өс ай.
       Дипломат Өфөгә беренсе тапҡыр килде. Ул туранан-тура булмаған мөнәсәбәттәр һәм потенциаль хеҙмәттәшлеккә ҡараған мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһына. Тимоти Сэндаски республика Президенты Мортаза Рәхимов, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, Өфө хакимиәте етәкселәре менән осрашты.
       Дипломаттың башҡорт ерендә беренсе рәсми осрашыуы республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығында үтте. Был министрлыҡ - үҙенә күрә республиканың рәсми "ҡапҡаһы". Бында сит ил делегациялары менән алдан һөйләшеүҙәр үтә, сәфәрҙең маҡсаты һәм пландар билдәләнә. Генконсулдың һәм ведомство башлығы Борис Колбиндың осрашыуы мауыҡтырғыс һәм эшлекле үтте.
       Осрашыуҙың беренсе минуттарында Сэндаски әфәнде Урал ерендәге тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Генконсулдың һүҙҙәренә ҡарағанда, Урал уны таң ҡалдырған. Сэндаски был вазифаға тиклем төбәктең байлығы, уның ҡеүәтле иҡтисади потенциалы тураһында хәбәрҙар булмаған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Америка төрлө өлкәләрҙә - мәҙәниәттә, мәғарифта һәм бизнеста хеҙмәттәшлеккә ынтыла.
       Дөйөм тәьҫораттар менән уртаҡлашҡандан һуң, дипломат Башҡортостандың партнерлыҡ урынлаштырыу һәм сит ил инвестицияларын йәлеп итеүгә ҡараған пландары менән ҡыҙыҡһынды.
       Республикала инвесторҙарға урын бар. Перспективалы проекттар бюрократик волокиталарҙан дәүләт кимәлендә яҡлана. Инвестицион эшмәкәрлек тураһында республика законы ғәмәлдә. Закон сығарыусылар төбәк өсөн мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыусы сит ил компаниялары өсөн льготалар булдырған. Атап әйткәндә, инвесторҙарға һалым билдәләү һәм алыу процесы мәсьәләләрендә йомшаҡлыҡ күрһәтелә. Быға миҫал - уникаль производстволар: Учалыла Чехия инвесторҙары ярҙамында эзбиз-цемент комбинаты төҙөлә, Төркиә компанияһы Өфөлә шешә заводы төҙөлөшөн ойошторҙо һәм башҡалар.
       Республикала эшмәкәрлектең инвестициялар талап итеүсе өлкәләре бар. Ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү өлкәһендә күп эшләп була. Сеймал күп, уның айырым төрҙәре буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында тора, ә эшкәртеү "аҡһай". Урман эшкәртеү мәсьәләһе лә шәптән түгел. Республика урманға бай, әммә ҡырҡыу өсөн билдәләнгән урман участкаһын иҫәпләү үҙләштерелмәй. Тейешле сифаты булмаған үҙағастың күләме ҙур. Сифатһыҙ үҙағас ҡиммәтле технологиялар ярҙамында тәрән эшкәртеүгә мохтаж. Шуға күрә сеймал эшкәртеү мәсьәләһе етди капитал һалыуҙарҙы талап итә. Тәҡдимдәр бар, әммә күләмдәр етерлек түгел. Урман сәнәғәте комплексы үҙағас сеймалын лайыҡлы кимәлдә тәрән эшкәртеүгә алып сығырҙай һәләтле инвесторҙар көтә.
       Төҙөлөш материалдары сәнәғәтенең дә перспективалары ҙур. Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре буйынса Рәсәйҙә - алдынғылар рәтендә. Иҡтисадта һәм социаль өлкәлә яңы объекттар барлыҡҡа килә. Бөтә ерҙә лә кирбес, цемент һәм башҡалар кәрәк. Төҙөлөш күләмдәре йылдам үҫә - ярашлы рәүештә төҙөлөш материалдары ла күп талап ителә. Республика инвесторҙар менән һөйләшеү алып барырға әҙер.
       Генераль консул беҙҙең шифаханаларыбыҙ менән дә ҡыҙыҡһынды. Башҡорт еренең уникаль тәбиғи дауалау факторҙары республиканан ситтә лә билдәле. Урындағы шифалы сығанаҡтар күп ауырыуҙарҙы дауалау. Дауалауҙың юғары һөҙөмтәлелеге, заманса корпустарҙың уңайлылығы - былар башҡорт шифаханаларын данлай.
       Сэндаски әфәнде һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан һәм Америка бизнесының үҙ-ара килешеп эш итеү буйынса мәсьәләләре оператив рәүештә хәл ителәсәк - Генераль консуллыҡ партнерҙарға ҡулдан килгән тиклем ярҙам күрһәтәсәк.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал