6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Даталар

Календарҙың ҡыҙыл көнө
07.11.08


       День седьмого ноября -
       Красный день календаря.
       Погляди в свое окно:
       Все на улице красно.
       Самуил Маршактың был шиғыры күптәргә таныш. Совет осоронда был шиғырҙы балалар баҡсаһында бөтәһе лә ятланы. Әлбиттә, ул Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнөнә арнала. Дөрөҫ, хәҙер ул үҙенең актуаллеген юғалтты.
       Күптән инде 7 ноябрь көнө календарҙа ҡыҙыл көн түгел. Әммә был көн әле лә хәтерҙә, айырыуса өлкән быуын кешеләре йөрәгендә йәшәй. Улар был көндө һағынып иҫкә ала. Өлкәндәр демонстрацияла ҡатнашыуҙарын, партия лидерҙарының телмәрҙәрен, революцияға арнап йырлаған йырҙарын онотмай.
       Әлбиттә, йәш быуын быны аңлап та бөтөрмәҫ. Йәштәр өсөн революция - ул тарих дәреслегенән бер бүлек, уны ятлап була һәм бер ни тиклем ваҡыт үтеү менән оноторға ла була. Әммә тотош бер быуын кешеләре өсөн 1917 йылдың Октябрь революцияһы ҙур әһәмиәткә эйә.
       Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы Рәсәй һәм донъя тарихында боролошло ваҡиға булды. Был, һис шикһеҙ, XX быуатта булған үҙәк ваҡиғаларҙың береһе. Тарих дәреслектәренән 1917 йылдың 7 ноябрь төнөндә Петроградта ихтилал булыуын, Ваҡытлыса Хөкүмәттең емерелеүен һәм Советтар власының иғлан ителеүен хәтерләйбеҙ. 1991 йылға тиклем 7 ноябрь СССР-ҙа илдең төп байрамы рәүешендә билдәләнде. 7 ноябрҙә Ҡыҙыл майҙанда хәрби парад ойошторолдо, бөтә ҡалаларҙа демонстрациялар үткәрелде.
       Әммә Советтар Союзы тарҡалғас, революция тураһында оноторға ҡарар иттеләр. Бөгөнгө көндә тик Белорусияла ғына Октябрь революцияһы көнө билдәләнә. 7 ноябрь был илдә ял көнө һәм дәүләт байрамы булып ҡала.
       Рәсәйҙә 7 ноябрь Татыулыҡ көнө тип билдәләнде, ә аҙаҡ ул бөтөрөлдө. Ял көнө 4 ноябргә күсерелде - был көн Халыҡтар берҙәмлеге көнө тип билдәләнә.
       Был көн рәсәйлеләрҙә һорау тыуҙыра. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән һорау àëûóƒàð быны иҫбатлай. Кешеләр байрамды күсереүгә күнегеп бөтә алмай. Күрәһең, күпмелер ваҡыт үтергә тейештер, беҙҙең илдә бөтә үҙгәрештәргә лә аңламаусанлыҡ һәм ышанмаусанлыҡ менән ҡарайҙар. Рәсәй халҡы өсөн 7 ноябрь байрам түгел, 4 ноябрь көнө лә байрам түгел, бары тик ял көнө генә.
       Әммә Рәсәйҙә 1917 йылдағы Октябрь революцияһының йыллығын 7 ноябрҙә билдәләргә теләгән кешеләр бар. Үткәрелгән һорауҙарға ярашлы, Рәсәй халҡының яртыһы тиерлек революцияны ыңғай тарихи ваҡиға тип ҡабул итә. Улар өсөн Мәскәүҙә һәм илдең башҡа төбәктәрендә традицион демонстрациялар ойоштороласаҡ.
       7 ноябрь - Рәсәйҙең хәрби дан көнө. Шуға күрә Ҡыҙыл майҙанда хәрби парад үтәсәк.
       1917 йылдың Октябрь ваҡиғаларына ҡарата беҙҙең ҡараш төрлө. Революция - ул Рәсәй тарихының эпохаль ваҡиғаһы. Беҙ быны танырға, уны онотмаҫҡа тейешбеҙ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал