6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Киләсәккә хатаһыҙ
07.11.08


       Ошо көндәрҙә бөтә Рәсәй өсөн мөһим ваҡиға булды. Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев ил башлығының традицион Мөрәжәғәтнамәһе менән Федераль Йыйылышҡа беренсе тапҡыр мөрәжәғәт итте. Уның сығышы сәғәт ярым дауам итте, илебеҙ сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнде, бер нисә белдереүҙәр яһалды.
       Һеҙгә, минең уйымса, рәсәйлеләр өсөн ил башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын аңлатып тороу кәрәкмәҫ.
       Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһе Федераль Йыйылышҡа ғына исемләнмәй. Уның мәғәнәһе һәм идеялары һәр рәсәйлегә аңлашыла. Һәр кеше, хатта сәйәсәт менән ҡыҙыҡһынмаған, етәксе беҙгә нәмә еткерергә теләгәнен белергә тейеш. Ә йәштәр бөтә ваҡиғалар курсында булырға тейеш, илдең киләсәге улар ҡулында бит.
       "Талантлы һәм эшлекле йәш кешеләргә юл асырға кәрәк. Улар - яңы, демократик Рәсәй тиҫтере. Уларҙа уның асыҡлығы, ирекле рухы, бар алдынғылыҡҡа ынтылышы. Йәштәр беҙҙең фундаменталь ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа яуаплы", - тиелә Мөрәжәғәтнамәлә. Тимәк, дәүләтебеҙҙәң эске сәйәсәте нәҡ йәштәргә йүнәлтелә.
       Баш ҡала йәштәре ил башлығының Мөрәжәғәтнамәһенә нисек ҡарай, уны нисек ҡабул итте? "БАШвестЪ" быны асыҡларға тырышты.
       Финанс көрсөгө тураһында
       Донъя иҡтисадын солғап алған глобаль финанс көрсөгө тураһында күп әйтелде һәм яҙылды. Донъяла күп кешеләр унан зыян күрҙе, миллиондарса кешеләр үҙҙәренең эшен юғалтты һәм йәшәү кәрәк-яраҡтарынан тороп ҡалды. Шуға күрә Дмитрий Медведев үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә килеп тыуған хәлдән ҡотолоу ысулдарына ҙур иғтибар бүлә.
       - 2008 йылдың хаталар һәм көрсөк һабағы бөтә яуаплы милләттәргә эш итергә ваҡыт етеүен иҫбатланы. Тышҡы хәүеф-хәтәрҙән беҙҙең иҡтисадты һаҡлау өсөн күп эшләнелде. Беҙ юҡҡа ғына алтын-валюта һәм бюджет резервтарын тупламаныҡ. Дәүләт халыҡ алдындағы йөкләмәләрен үтәйәсәк. Илебеҙ ауырлыҡтарҙы еңеп сығасаҡ һәм киләсәктә һәр тышҡы күренештәргә ҡаршы тора алырҙай үҙаллы финанс системаһы ойошторасаҡ.
       Лиана, 24 йәш, Өфө банкыһы хеҙмәткәре:
       - Финанс көрсөгө арҡаһында минең күп коллегаларым эш юғалтты. Мине лә шул уҡ хәл көтә. Күп таныштарым административ ялға китте. Бөтә донъя буйынса ошондай күңелһеҙ хәл. Әммә мин ышанам, киләсәктә хәлдәр яҡшырасаҡ. Финанс көрсөгө эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн дәүләт кимәлендә саралар ҡабул ителә бит. Әгәр ҙә эш намыҫлы башҡарылһа, бөтәһен дә төҙәтеп буласаҡ. Дөрөҫөн әйтәм, Мөрәжәғәтнамәне мин òóëûšûíñà тыңланым, әммә Медведевҡа тулыһынса ышанам, беҙҙең илебеҙ сәскә атасаҡ.
       Һүҙ ирке тураһында
       Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында аныҡ яҙылған: һәр кешенең һүҙ иркенә хоҡуҡы бар. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, беҙҙә әлегә тиклем цензура йәшәп килә. Чиновниктарҙы киң мәғлүмәт сараларын "тыныслыҡта ҡалдырыу" кәрәк тип өгөтләү файҙаһыҙ. Медведев бының менән килешә. Шуға ул был проблеманы хәл итеүҙә альтернатив алымын тәҡдим итә.
       - Өгөтләргә түгел, ә интернеттың һәм цифрлы телевидениеның буш аралығын әүҙемерәк киңәйтергә кәрәк. Бер ниндәй ҙә чиновник интернеттағы дискуссияларға ҡамасаулай алмаясаҡ.
       Мария, 25 йәш, Өфө йәштәр гәзите хәбәрсеһе:
       - Әгәр Медведевтың тәҡдимдәре ғәмәлгә ашһа, һәйбәт булыр ине. Мин журналистика өлкәһендә эшләй башлағас, актуаль нәмәләр тураһында ҡыйыу, әсе яҙырға теләгәйнем, асыҡланыуынса, бөтәһе ëә цензура аша үтмәй. Киң мәғлүмәт саралары власть контролендә. Әгәр Медведев башлаған эшен аҙағына тиклем еткерһә, ул абруй ҡаҙанасаҡ. Уйымса, минең менән күп журналистар килешер.
       Коррупция тураһында
       Беҙҙең илдә ялҡау ғына ришүәт алмай, һәм фәҡир генә уны бирмәй. Бөгөнгө көндә һәр ерҙә тиерлек ришүәт талап итәләр: бала табыу йорттарында, дауаханаларҙа, мәғариф учреждениеларында, хәрби комиссариаттарҙа, төрлө дәүләт учреждениеларында... Был исемлекте әллә күпме дауам итеп була. Коррупциянан арына алырбыҙмы?
       - Коррупция - ирекле, демократик һәм ғәҙел йәмғиәт өсөн беренсе дошман, - ти Дмитрий Медведев. - Коррупцияға ҡаршы эш итеү планына июлдә ҡул ҡуйылды, ә тейешле закондар пакеты Дәүләт Думаһына индерелде.
       Олег, 19 йәш, Өфө вузының икенсе курс студенты:
       - Сер түгел, юғары уҡыу йортона инеү өсөн гений булырға, йәки ҡабул итеү комиссияһына ҙур ғына сумма түләргә кәрәк. Минең вузға инеүем ата-әсәйгә 250 мең һумға төштө. Минең күп кенә курсташтарым ошондай юл менән инде. Медведевтың Мөрәжәғәтнамәһен тыңламаным, киләсәктә коррупцияның бөтөсәгәнә шикләнәм. Әгәр коррупциянан ҡотола алһаҡ, мин Медведевҡа үҙем һәйкәл ҡуясаҡмын.
       Идара итеүсе кадрҙар резервы тураһында
       Һуңғы ваҡытта өлкән быуын вәкилдәренән йыш ҡына "бөгөнгө йәштәр икенсе, ил менән идара итерҙәй аҡыллы йәштәр етешмәй, тимәк, киләсәктә Рәсәйҙе бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ көтмәй" тигәí үпкә һүҙҙәре ишетергә тура килә. Килешегеҙ, үкенесле. Әммә Рәсәй Президентының үҙ фекере бар.
       - Беҙгә Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә таланттарҙы системалы эҙләүҙе ойоштороðға кәрәк, - тип тәҡдим итә ил башлығы. - Шуға күрә Рәсәй Хөкүмәтенә һәм Президент хакимиәтенә 2008 йыл аҙағына тиклем Идара итеүсе кадрҙар резервын ойоштороу һәм әҙерләү программаһын эшләтеп ебәреү ҡушылды. Бөтә ил иң яҡшы идара хеҙмәткәрен белергә тейеш, тип һанайым.
       Илдар, 22 йәшлек студент:
       - Ил башлығының идеяһын хуплайым. Был программа һәләтле йәштәрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк, уларҙан яҡшы идара хеҙмәткәрҙәре "сығасаҡ".
       Мәғариф системаһы тураһында
       Һуңғы ваҡытта мәғариф системаһы үҙгәртеп ҡороу процесында. Һәм был кәрәк. Рәсәй мәғарифы донъя күрһәткесендә үҙенең позицияһын, конкуренцияға һәләтлелеген юғалта. Йәштәр йыш ҡына сит илгә уҡырға китә. Был проблема менән нисек көрәшергә?
       - Рәсәй мәғарифын үҫтереү стратегияһы тиҙҙән Хөкүмәт тарафынан раҫланасаҡ, - тине Дмитрий Медведев. - Уны тормошҡа ашырыу милли проект сиктәрендә дауам итәсәк. Беҙгә мәктәптәрҙә иң яҡшы педагогтарҙы һаҡлау һәм уларҙың квалификацияһын даими күтәреү өсөн мораль һәм матди дәртләндереү системаһын эшләргә кәрәк.
       Альбина, 29 йәш, башланғыс синыф уҡытыусыһы:
       - Мин Рәсәйҙә үткәрелгән мәғариф реформаһын хуплайым. Донъя үҙгәрә, тимәк, мәғариф та камиллашырға тейеш. Балаларға сифатлы белем алырға кәрәк, юҡһа уларҙың был донъяла юғалып ҡалыуы ихтимал. Рәсәйҙә 2010 йыл Уҡытыусылар йылы тип иғлан ителеүе ҡыуаныслы. Киләсәктә уҡытыусы профессияһы хөрмәт ҡаҙаныр, тип уйлайым.
       Рәсәй Президенты Мөрәжәғәтнамәһенең төп положениеларын яҡташтарыбыҙ нисек ҡабул итеүенә инандыҡ. Тимәк, өмөт бар.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал