6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Ташламалар булмай, әммә льготалар ҡала
07.11.08


       Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҙгәртеп ҡорола, төрлө яҡлап субсидияларҙан һәм натураль льготаларҙан ҡотола. Тарифтар үҫәсәк - бер ни эшләп булмай, әммә халыҡтың социаль яҡланмаған өлөшө элеккесә дәүләт ярҙамы менән файҙаланасаҡ. Дөрөҫ, хәҙер бер ни тиклем икенсе формала.
       Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, инвалидтарға, инвалид балалы, күп балалы ғаиләләргә бюджет аҡсаларына торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә ярҙам итәләр. Әле уларға ташлама яһайҙар. 2009 йылдың 1 ғинуарынан ташламалар булмаясаҡ. Әммә аҡсалар буласаҡ. Реаль. Бюджет средстволарын үҙҙәренең сығымдарын ҡаплау өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен ҡуйыусылар түгел, ә граждандар үҙҙәре аласаҡ. Шуға күрә льготалар тулыһынса бөтөрөлә тигән имеш-мимештәр раҫланмай. Льготалар буласаҡ, әммә тере аҡсалар рәүешендә.
       Тарифтарҙы күтәреү шарттарында бурыс мәсьәләһе тағы ла киҫкенләшә. Башҡортостанда ғаиләләрҙең 15 процентының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары күрһәткән хеҙмәттәргә бурыстары бар. Өфөлә, миҫал өсөн, бурыстар суммаһы - 284 миллион һум. Льготалы граждандарҙың бурысы - 34,9 миллион һум.
       Түләмәүҙәр һәр саҡ яуапһыҙлыҡ һәм онотоусанлыҡ менән аңлатылмай. Ҡай саҡ кешеләрҙең аҡсаһы булмай сыға. Ауыр хәлдән ҡотолоу юлын табып була - үҙ хоҡуҡтарыңды һәм ҡайһы бер юридик механизмдарҙы белеү ҙә етә. Социаль хеҙмәттәр ауыр финанс хәлгә тарыған ғаиләләргә бурыстарын асыҡлауҙа ярҙам күрһәтә.
       Өфөлә йәшәүсе Сафиндар ғаиләһендә һигеҙ бала. Ғаилә тулы түгел. Әсә - 2 төркөм инвалиды. Уларҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса 73 мең һумдан ашыу бурысы бар. Сафиндар ғаиләһенең финанс хәле ауыр. Социаль хеҙмәт ярҙам итте. Әле ғаиләлә ике өлкән бала эшләй. Әсәгә инвалидлыҡ бирелгәс, өлкән улдары кескәй балаларƒы опекунлыҡҡа алған. Һөҙөмтәлә Ñàôèíäàð ғаиләšåíå¾ килеме артҡан һәм айына бер кешегә 4741 һум тәшкил иткән.
       Бурыс йылдар дауамында йыйылған. Дәүләттән льгота һәм пособие рәүешендә алынған ярҙам йыйылған бурысты бер аҙ кәметте, әммә ҡалған 42 мең һум бурысты әлегә күп балалы ғаилә ҡаплай алмай. Был сумманың яртыһы - пенялар. Сафиндар субсидия ала алмай, сөнки бурыстары бар. Субсидияһыҙ бурысты ҡаплап буламы?
       Был хәл БР Хөкүмәтендә селектор кәңәшмәһендә ҡаралды. Вице-премьер, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, бындай ғаиләләргә иғтибар бүлергә һәм уларға мөмкин булғанса ярҙам күрһәтергә кәрәк, тип белдерҙе.
       - Был ғаиләнең проблемаһын хәл итеп була, - тине ул. - Бының өсөн торлаҡ-коммуналь, социаль һәм башҡа хеҙмәттәр үҙ-ара килешеп эш итергә тейеш: һалынған пеняларҙы иҫәптән сығарып була, бурысты ҡаплау графигын төҙөргә, хәйриә счеттарынан средстволар йәлеп итергә кәрәк.
       Бар шундай ғаиләләр, улар финанс ярҙам хоҡуғына эйә, әммә улар был турала хатта белмәйҙәр. Үҙ хоҡуҡтарыңды белергә кәрәк, закон ярҙам сараларын ҡарай бит. Республика буйынса халыҡтың уртаса 4,8 проценты субсидия менән файҙалана. Ә ҡайһы бер райондарҙа был процент түбән - был кешеләрҙең етеш тормошта йәшәй тигән һүҙ түгел. Миҫал өсөн, Нефтекама халҡының 2,3 проценты субсидия ала, Өфөлә - 1,8, Учалыла - 2,6, ә Асҡын районында - 0,9 процент.
       - Закон менән ҡаралған түләүҙәр һәм пособиелар тәғәйенләнеүселәргә барып етергә тейеш, урындарҙа булған ресуðстарҙы йәлеп итеү мөһим. Был эште социаль хеҙмәттәр, хакимиәт менән бергә эшләргә кәрәк, - тине Фидус Ямалетдинов.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал