6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Сит ил автомобилдәрен урлаусылар ҡулға алынды
06.11.08


       Өфөнөң Октябрь проспектында авариялар йыш була. Ағымдағы йылдың ун айында баш ҡаланың төп магистралендә 161 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ырымбур трактында 59 авария булған, Салауат Юлаев проспектында - 29. 2008 йылдың ғинуар-октябрендә баш ҡала юлдарында йәмғеһе 1866 авария булған. Был һандарҙы Өфө хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында Өфө буйынса эске эштәр идаралығы начальнигы Урал Аҡҡучуков килтерҙе. Матбуғат конференцияһы Милиция көнөнә ҡарата үтте. Идаралыҡ начальнигы баш ҡала милицияһы эшендәге иң актуаль мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
       Эске эштәр идаралығы начальнигы автомобиль темаһына ҙур иғтибар бүлде. Ул юлдарҙағы авария мәсьәләләрен, шулай уҡ автомобиль транспортын урлап ҡасыу һәм уны яндырыу кеүек көнүҙәк проблемаларҙы күтәрҙе. Өфөлә ағымдағы йылдың ун айы йомғаҡтары буйынса, юл-транспорт ваҡиғаһы, үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда, 131-гә күберәк булған. Юл аварияларында 75 кешенең ғүмере өҙөлгән, 2191 кеше йәрәхәтләнгән. Һәләк булыусылар араһында - бер бала, тағы ла 204 кеше йәрәхәтләнгән.
       Авария үҫеше, башлыса, автопарктарҙың даими артыуына бәйле.
       Ағымдағы йыл башында Өфөлә 253 меңдән ашыу еңел автомобиль теркәлгән. Һәр ай тиерлек 2 мең еңел автомобиль иҫәпкә алыныуын күҙ уңында тотҡанда, иҫәпләүе ауыр түгел, бөгөнгө көндә баш ҡалала еңел автомобилдәрҙең һаны 270 меңдән ашып китә.
       Мәскәүҙә автомобилдәргә ут төртөү серияһынан һуң, Өфөлә лә быға оҡшаш күренештәр булды. Идаралыҡ начальнигы һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл Өфөлә транспортҡа ут төртөү буйынса 39 енәйәт эше ҡуҙғатылған, шуның 2-һе судҡа тапшырылған.
       2007 йылда автомобиль транспортын урлап ҡасыу һаны артты. Быйыл был хәл бер аҙ тотороҡлана төшкән - ун айҙа урлап ҡасыу һаны, үткән йылдың ун айына ҡарағанда, 10 процентҡа кәмерәк: 370-кә ҡаршы 332. Ҡылынған енәйәттең 66,8 проценты асыҡланған. Күп осраҡта сит ил автомобилдәрен урлайҙар. Һуңғы айҙарҙа баш ҡалала ике "Лексус" һәм дүрт "Тойота Ленд Крузер" автомобилен урлағандар.
       - Әле был енәйәт асыҡланған, - тине идаралыҡ начальнигы. - Шиклеләр коллегаларыбыҙ тарафынан икенсе төбәктә ҡулға алынған. Бөгөнгө көндә баш ҡала милицияһы балиғ булмаған енәйәтселәр ҡылған өс эште тикшерә. Әйтергә кәрәк, бында һүҙ күп эпозодлы эштәр тураһында бара. Шулай итеп, Өфөнөң Орджоникидзе районында 17 йәшлек егет етәкселегендәге төркөм суд алдына баҫасаҡ, уның составында - өс үҫмер. Уларҙың иҫәбендә - һигеҙ тапҡыр автомобиль урлау.
       Үҫмерҙәр енәйәтселеге тураһында һөйләгәндә, бындай енәйәттәр һаны кәмей төшкән. Үткән йылда үҫмерҙәр тарафынан 446 енәйәт ҡылынған булһа, быйыл - 423. Улар араһында талауҙар күп - 73.
       Үҫмерҙәр араһында урлашыуҙар ҙа күп. Өфө милицияһы башлығû билдәләүенсә, бурҙар ишеккә асҡыс яратып, һәр өсөнсө фатирҙы талай. Бурҙар тәҙрәнән инеп, йә булмаһа ишекте емереп үҙ эшен эшләй.
       Кеҫә телефондарына килгәндә, быйыл телефондарҙы урлау һаны ике тапҡырға кәмегән - өс меңдән 1734-кә тиклем. Ҡылынған енәйәттең 40 проценты тирәһе асыҡланған.
       Баш ҡала милицияһы башлығы вәхшиҙәрсә үлтерелгән ике студент ҡыҙҙың эшенә лә туҡталды. "БАШвестЪ" Башҡорт дәүләт университетында уҡыған 18 йәшлек ике ҡыҙҙың мәйете баш ҡаланың Ленин районында табылыуы тураһында хәбәр иткәйне.
       - Әлегә ыңғай һөҙөмтәләр юҡ, енәйәтте тикшереү бара, хоҡуҡ һаҡлау органдары кеше үлтереүсене табыу өсөн барыһын да эшләйәсәк, - тине начальник.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал