6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Саймондан ҡурҡмағыҙ, ул КХЛ-ды ярата
06.11.08


       Был матч ысын ҡаты алыш булырға тейеш ине. Ғәйрәтле, әммә арыған батырҙар ялҡауҙарға, әммә бәйләнсек "Витязь" хоккейсûларына ҡаршы - кем көслөрәк?
       Йомғаҡ протоколына ҡараһаң, уйын ҡыйыу ¼òòå. Башта беҙҙекеләр аптырашта ҡалдырҙы, аҙаҡ улар яуап итеп һөжүм яһаны, һәм һөҙөмтәлә боҙ хужалары еңеү яуланы.
       Матчты икенсе яҡтан ҡараһаң, ысынлап та, ул ҡыҙыҡ килеп сыҡты. "Витязь" командаһының баш тренеры Сергей Гомоляко юҡҡа ғына Өфөнәнме - ул Өфөгә ҡаршы яҡшы уйнаған ҡапҡасы Волковты түгел, ә ветеран Тортуновты үҙенең тыуған командаһына ҡаршы ҡуйҙы. Беҙҙә Александр Еременко яңы шлемда уйнаны.
       Данлыҡлы ҡотортоусылар һәм йоҙроҡ күрһәте¼селәр - Дарси Веро һәм Натана Перро булманы, әммә тупаҫлыҡ һәм аяуһыҙлыҡ йондоҙо - бөйөк һәм көслө Крис Саймон үҙе булды. Нисек, һеҙ Крис тураһында ишеткәнегеҙ юҡмы? Артабан уҡығыҙ - ул мәҙәк кеше.
       Һеҙ ҡайҙа тыуғанһығыҙ? Өфөлә, Мәскәүҙә, Новосибирскиҙа, әллә Омскиҙамы? Бер ҙә сәйер түгел. Ә Саймон Уауала (йәки Вава) тыуған. Был атаманан серлелек һәм боронғолоҡ бөркөлә. Уауа - индеецтар ҡалаһы, Саймон оджибве ҡәбиләһенән, ул ҡыҙыл тәнле.
       Саймонға 36 йәш. Имәндәй ныҡ Кристы башта НХЛ-дың "Филадельфия" клубы һайлап ала, әммә яҙмыш кирелектәре уны "Квебек" клубына алып килә. Ул фарм-клубында миҙгелдең мөһим өлөшөн үткәрә, ләкин йырып сыға алмай, әммә алдағы өс миҙгел Саймон өсөн уңышлы була. 1995-1996 даими чемпионат Саймон өсөн ысынлап та уңышлы була - Крис, 205 минут штраф йыйып (14 уйын), уға 34 мәрәй өҫтәп (16+18), НХЛ элитаһына инә, ә "Колорадо" Стэнли кубогын яулай.
       Саймон "Эвеланш" менән уңыштан һуң, "Вашингтон" клубында уйнай, бында ул, фирма стилендә эш итеп, "Кэпиталз" клубына тура килде. Ул команда һөжүмендә әкренләп һиҙелерлек роль уйнай. "Вашингтон" 98-99 миҙгелендә Стэнли кубогы финалына тиклем етте, әммә Саймон йәрәхәтләнә, ә команда унһыҙ ҡалыша. Киләһе йылында Саймон 75 матчта 29 шайба индереп, көтмәгәндә "Вашингтон"дың иң яҡшы снайперы була. Аҙаҡ, Саймон "Чикаго" һәм "Рейнджерс" аша транзит менән "Калгари" ға килеп сыға, һәм уның менән дә Стэнли кубогы финалына тиклем барып етә. Саймон "Айлендерс" һәм "Миннесоте"ла берәр миҙгел үткәрә, аҙаҡ, һөжүм итеүсе КХЛ-ға күсеп, үҙенең НХЛ карьераһын тамамлай.
       Саймонды квалификацияһынан мәхрүм итеү (8 тапҡыр) - айырым статья. 1997 йылда Саймондың "Нефтселәр" форварды исеменә әйткән әсе һүҙе өс матчтан мәхрүм итә. 2000 йылда Саймон ҡул менән ҡылынған эше өсөн уйындан ситләтелә. 2001 йылда Крис "Детройт" клубы һаҡлаусыһы Андерс Эриксонға ҡаршы терһәк менән уйнағаны өсөн дә ике матчтан мәхрүм ителә. 2004 йылда Саймон тағы ла ике тапҡыр уйындан ситләтелә. 2007 йылда Крис "Айлендерс" һәм "Рейнджерс" матчында Райан Холлвегтың битенә сәкән менән һуға. Саймон был ғәйебе өсөн ғәфү үтенә, әммә 25 матчтан ситләштерелә. Киләһе миҙгелдә, 2007 йылдың декабрендә, Крис боҙға йығылған НХЛ-дың беренсе ҡотҡо башы Яркко Руутуның аяғына конькийы менән һуға. Саймон бының өсөн дә квалификацияһынан мәхрүм ителә. Был НХЛ тарихында оҙайлылығы буйынса икенсе яза.
       Был аңлашыла, бына ни өсөн Саймон шундай ҡаты холоҡло икән? Крис - донъялағы иң хәтәр индеец. Ул Рәсәйгә килгәс, "үҙ хатаһын аңлап, башҡа улай булмаясаҡ" тип белдерә. Әммә уға ышаныусылар аҙ, һәм, күренеүенсә, "юлаевсылар" ҙа бик ышанып бармай.
       Беҙ, журналистар, уңайлы өҫтәлдәр артында ултырып, Саймондың уйнағанын күҙәтәбеҙ. Крис оҫта уйынсы. Ул уйын барышында берәй нәмә менән ҡәнәғәт булмаһа, шунда уҡ асыҡларға керешә.
       Михаил Чернов Саймонға ҡаршы эш итергә уйлаған ғына ине - шунда уҡ алышҡа "саҡырыу" алды. Әлбиттә, Черновтың алышырға уйында ла юҡ ине. Ғөмүмән, был матчта Өфө клубы уйынсылары Саймондан ситкә тайпылдылар, һәм дөрөҫ эшләнеләр. Уларҙы клуб һәм йыйылма өсөн күп матч көтә бит.
       Саймон уйында партнерға һөҙөмтәле тапшырыуы менән айырылды. Дөйөм алғанда, "Витязь" уйынсылары лайыҡлы эш итте. Был командала лайыҡлы башҡарыусылар бар. Әлбиттә, егеттәр "Салауат"ҡа тиң түгел.
       Был кисте Өфөлә революция булды тиерһең - ағалы-энеле уйнанылар. Уларҙың Игорь Радуловы беҙҙең Александр Радуловҡа ҡаршы. Егеттәр икеһе лә хатта бер төрлө шыуҙы, әммә Александр һөҙөмтәле тапшырыу яһап, шайба индерҙе, ә Игорь булдыра алманы. Радуловтар уйын башында ла һәм унан һуң да аралашты. Сашаның тағы ла күрешеп һөйләшәһе килде - һәм ул автобус янында Игорҙы табып, Рәсәй йыйылмаһына сәфәре алдынан ағаһынан фатиха алғандай булды.
       Матч "Салауат Юлаев" файҙаһына тамамланды, 5:3. Алексей Терещенко, Александр Пережогин, Михаил Чернов, Александр Радулов һәм йәнә Александр Пережогин оҫта уйнаны. "Салауат Юлаев" хоккей клубының баш тренеры Сергей Михалев:
       - Иҫәп 1:3 булған мәлдә ҡунаҡтар өҫтөнлөк итте. Ярышташсы насар уйнаманы, алға барҙы, уның физик хәле яҡшы ине. Әммә беҙ тиҙ шайба индерергә, иҫәпте 2:3 итергә өлгәштек, ә аҙаҡ ярышташсыны әкренләп кенә уҙа башланыҡ һәм һөҙөмтәлә ауыр уйында еңеү яуланыҡ. Беҙ һуңғы ике айҙа чемпиондар лигаһын индереп, 25 матчта ҡатнаштыҡ. Былар барыһы ла ҙур көс талап итә, әлбиттә, команда арыны. Беҙ һуңғы уйындарҙа хаталар ҙа ебәрҙек. Беҙҙең ҡапҡа артында күп тапҡыр ут янды, был чемпионаттың беренсе матчы өсөн хас түгел. Хәҙер тәнәфес, аҙ ғына булһа ла ял итергә кәрәк ине, әммә беҙҙең биш уйынсы Рәсәй йыйылмаһына саҡырыла, ике уйынсы - Чехияға. Шуңа ҡарамаҫтан, беҙ йәштәрҙе йыясаҡбыҙ һәм әҙерләйәсәкбеҙ...
       Уйындан һуң Александров-Еременко, Пережогин һәм Радулов, шулай уҡ Виталий Прошкин, Игорь Щадилов һәм Алексей Терещенконы автобус менән аэропортҡа алып киттеләр. Улар Рәсәй йыйылмаһына ингән. Беҙ Еременконың шлемында төшөрөлгән һүрәтте күрә алмай ҡалдыҡ.
       Саймонды, әлбиттә, көтөп алдыҡ һәм әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул матбуат менән итәғәтле аралашты, йылмайҙы, хәлдәрҙе һорашты.
       - Уйын шәп үтте, - ти КХЛ-дың иң хәтәр легионеры. - Артабан яҡшыраҡ уйнаясаҡбыҙ.
       - "Юлаевсылар" һеҙҙән ҡурҡманымы?
       - Юҡ, - тип яуаплай һалды Саймон. Тик улар ҡаты уйнарға теләмәне, әммә улар яҡшы уйнаны. Һәйбәт команда.
       - Һеҙ КХЛ-да бер нисә матч үткәрҙегеҙ. Тәьҫораттар ниндәй?
       -КХЛ-ды яратам. Мин бында килдем. Бында барыһы ла һәйбәт.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал