6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһе
06.11.08


       Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Федераль Йыйылышҡа ил башлығының традицион Мөрәжәғәтнамәһе менән беренсе тапҡыр сығыш яһаны. Президент ҡайһы бер программалар белдереүе яһап, сәғәт ярым эсендә дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Дмитрий Медведев Рәсәй Президентының һәм Дәүләт Думаһы депутаттарының вәкәләттәре мөҙҙәтен ярашлы рәүештә дүрт йылдан алты һәм биш йылға тиклем арттырырға тәҡдим итте. Дмитрий Медведев белдереүенсә, был Конституция реформаһы түгел, ә бары тик уны төҙәтеү генә. Рәсәй Конституцияһына килгәндә, быйыл уны ҡабул итеүгә 15 йыл була, тине Президент.
       - Рәсәй Конституцияһы үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы, ул эшләй, һәм уның база положениелары күп йылдар дауамында ныҡ булып ҡалырға тейеш, - тине Дмитрий Медведев.
       Рәсәй Президенты бер нисә белдереү яһаны, улар Рәсәй дәүләт власы системаһы кисерәсәк ҙур үҙгәрештәр хаҡында. Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте йыл һайын башҡарылған эш тураһында Федераль Йыйылыш алдында отчет бирәсәк.
       Алдан көтөлгәнсә, Мөрәжәғәтнамәлә Көньяҡ Осетия ваҡиғаларына һәм донъя финанс көрсөгөнә ҙур урын бирелде.
       Ил башлығы Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәре темаһына ҙур иғтибар бүлде. Беҙҙең Америка халҡы менән проблемалар юҡ, тине Дмитрий Медведев. "Америка Ҡушма Штаттарының яңы хакимиәте Рәсәй менән яҡшы мөнәсәбәттәр файҙаһына өҫтөнлөк бирер" тигән ышаныс белдерҙе.
       Медведев, алдан көтөлгәнсә, бюрократия һәм коррупцияға ҡаршы көрәш темаһын күтәрҙе. Был юлы илдең бөтә программа документтарының мәңгелек темаларына, иҡтисади блокка ҡарағанда, бәлки, иғтибар аҙыраҡ бүленгәндер.
       - Финàнс көрсөгө дауам итә, - тип һанай Медведев. Ил башлығы, дәүләт уның эҙемтәләрен еңеп сығыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да ҡабул итә, тип белдерҙе. "Рәсәйҙе эре донъя финанс үҙәгенә әйләндерергә һәм һумды нығытырға кәрәк. Һумдар менән иҫәпләүҙәргә күсергә кәрәк, айырыуса, нефть һәм газ булған ерҙә".
       Илдең оборона һәләтлелеге тураһында һөйләгәндә, "беҙҙе ныҡлыҡҡа һынайҙар" тигән фекер тыуа, тине Медведев. "Рәсәй ҡыҙыу ҡоралланыуға тартылмаясаҡ". Президент белдереүенсә, Ҡораллы Көстәрҙең тышҡы күренеше раҫланған. Козельскиҙа ракета дивизияһының өс полкы таратылмаясаҡ. Калининград өлкәһендә "Искәндәр" ракета комплексы йәйелдереләсәк.
       Дмитрий Медведев, сығышын тамамлап, аталған бөтә сараларҙы тормошҡа ашырыу аныҡ кешеләрҙән тора, тине. Ил башлығы "таланттар эҙләүҙе" тәҡдим итте. Президент, квалификациялы кадрҙар проблемаһын хәл итеү йәһәтенән, Рәсәйҙә 2010 йылды Уҡытыусылар йылы тип иғлан итте. Донъяла Рәсәй мәғарифының абруйы, үкенескә ҡаршы, ҡаҡшай. Юғалған позицияларҙы мәктәп эскәмйәһенән тергеҙә башларға кәрәк. Күп нәмә педагогҡа бәйле булыуын аңлап, дәүләт педагогтарға сифатлы эш өсөн мораль һәм матди дәртләндереү сараларын булдырыу, уҡытыусылар йәмғиәттә хөрмәткә лайыҡ шәхес булһын өсөн барыһын да эшләйәсәк, тине Медведев.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал