6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Ғаилә

Мине өйгә ал!
05.11.08


       Лилиә Зөфәр ҡыҙы Яхина кескәй Марат менән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортонда таныша, унда ул тәрбиәсе булып эшләй. Балалар йортона "гемофилия" (нәҫел ауырыуы) диагнозы менән ингән малайға ни бары дүрт йәш була.
       Приютта тәрбиәләнеүселәр һәр йәй балалар лагерында ял итә, әммә Марат үҙенең ауырыуы арҡаһында бер ергә лә бара алмай.
       Шуға күрә тәрбиәселәр, шулай уҡ Лилиә Зөфәр ҡыҙы, Маратты йәйге каникул осоронда үҙҙәренә өйҙәренә ала ине.
       - Марат патронат ғаилә хаҡында белгәс, ул минең яныма килеп, уны үҙ ғаиләмә алыу тураһында үтенде, - тип һөйләй Лилиә Зөфәр ҡыҙы. - Беҙ ғаилә менән уйланыҡ та бер фекергә килдек.
       Шулай итеп, Марат үткән йылдың июненән беҙҙең ғаиләлә каникул осоронда ғына түгел, ә даими йәшәй.
       Марат даими индивидуаль тәрбиәгә мохтаж, шуға күрә Лилиә Зөфәр ҡыҙы 1-се балалар йортонда эшләүен туҡтата һәм был балалар учреждениеһының патронат тәрбиәсеһе була.
       - Бер нисә көн элгәре Маратҡа ун йәш тулды, - ти Лилиә Зөфәр ҡыҙы. - Башта, каникул осоронда уны үҙемә алып, ул ваҡытта балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр ҡала ситендә ял итә ине, мин уға ярҙам итергә теләнем. Ә аҙаҡ, ул беҙҙең ғаилә ағзаһы булып китте...
       Мараттың Яхиндар ғаиләһендә даими булыу һөҙөмтәһе - малай йыш ауырымай. Ул баш ҡаланың 99-сы мәктәбендә уҡый. Марат художество түңәрәгенә йөрөй, бында һүрәт төшөрөүҙән тыш, сәйлән менән әйберҙәр үреү менән дә шөғөлләнәләр. Марат күптән түгел Лилиә Зөфәр ҡыҙы өсөн муйынсаҡ йыйҙы.
       Марат йәйге осорҙа, Лилиә Зөфәр ҡыҙы тәрбиәсе булып эшләгән ваҡытта, Яхиндар ғаиләһендә бер нисә тапҡыр "ҡунаҡ" була, шуға ла ул ғаиләгә еңел яраҡлашҡан. Лилиә Зөфәр ҡыҙына: "Малайҙы тәрбиәләүҙә ҡыйынлыҡтар бармы?" тигән һорау бирәбеҙ. "Марат башҡа балалар кеүек. Ул ҡәҙимге балаларҙан шуның менән айырыла, Марат махсус уколдарға даими мохтаж", - ти патронат тәрбиәсе.
       Берҙән-бер проблема - санатор-курорт дауаланыуға ҙур сират. Марат өс йыл элек шифаханала булған, ул яңынан һауыҡтырыу курсы үтһә, әлбиттә, яҡшы булыр ине. Үкенескә ҡаршы, әлегә бындай мөмкинселек юҡ.
       Балалар йортонан алынған балаға дәүләт бер ни тиклем аҡса бүлә. Әммә был аҡса баланы кейендереүгә һәм ашатыуға етәме? Лилиә Зөфәр ҡыҙы Марат һәм үҙенең өлкән улы - Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты менән өс бүлмәле фатирҙа йәшәй. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Лилиә Зөфәр ҡыҙына уның ата-әсәһе матди яҡтан ярҙам күрһәтә.
       Яхиндар ғаиләһенең Өфөнән йыраҡ түгел баҡсаһы бар, улар бында бергәләшеп ял итә, көс йыя.
       - Быйыл беҙҙең хәл - нәҫелдән килгән ауырыу менән сирлеләр өсөн укол ҡуйыуҙар яҡшыра төштө, - ти Лилиә Яхина. - Хәҙер  дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса проблемалар хәл ителде. Үткән йылда кәрәкле уколдар алыу буйынса етди проблемалар булғайны.
       - Әйткәндәй, хәҙер, - тип һүҙен дауам итә Лилиә Зөфәр ҡыҙы, - мин венаға ла үҙем укол ҡаҙай алам. Элек беҙҙең поликлиника байрам һәм ял көндәрендә эшләмәгән осорҙа Маратҡа укол ҡаҙауы бер проблема ине. Ул ваҡытта "тиҙ ярҙам" машинаһын саҡыртырға, йә булмаһа Маратты Республика балалар клиник дауаханаһына алып барырға тура килде. Дөйөм алғанда, еңелдән булманы...
       Ни өсөндөр, бәләкәй буйлы мөләйем әңгәмәсемә ҡарап, уға "күҙҙәре нурға тулған ҡатын" тип мөрәжәғәт итәһе килә. Гүйә унан изгелек һәм күңел йылылығы бөркөлә. Марат йәйге каникул осоронда башҡа тәрбиәселәрҙә лә ҡунаҡ була, әммә ул нәҡ Лилиә Зөфәр ҡыҙын һайлай, тимәк, юҡҡа түгел...

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал