6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ

Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ үҙ байрамын билдәләне
22.03.04


       Өфө ҡалаһының мәҙәниәт һарайында республиканың торлаҡ - к оммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең професиональ байрам ын билдәләне. Тантанала Башҡортостан Пезиденты Мортаза Рәхим ов, БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, ҡала һәм район хакимиәт башлыҡтары һәм, әлбиттә, БР Торлаҡ - коммунал ь хужалыҡ министры Гемань Әсәҙуллин, тармаҡ ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
       Ысынлап та " коммунальщиктарҙың" кәйефтәре байрамса булһы н өсөн сәбәптәр бар. Үткән йыл һөҙөмтәләре ярайһы уҡ өмөтлө . Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ предприятиелары йыл эсендә халы ҡты 11,5 миллиард һумлыҡ хеҙмәтләндергән һәм башҡа эштәр баш ҡарған. 2002 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 8 процент ҡа күберәк.
       Килемһеҙ эшләүсе предприятиелар һаны күҙгә күренеп кәмегә н. Әгәр 2002 йыл һөҙөмтәләре буйынса бындай субъекттар һаны 68 булһа, былтыр улар 42 тороп ҡалған. Шулай итеп, әлеге ваҡ ытта әйтелгән тармаҡ предприятиеларының 13 проценты килемһеҙ
       эшләй.
       Президент һүҙҙәре буйынса, тармаҡта һығылмалы хаҡ һәм тар иф сәйәсәте булдырылған. Торлаҡ - коммуналь хеҙмәтләндереү хаҡтарын түләү ҙә халыҡҡа бик ҡиммәткә төшә тип әйтеп булмай . Башҡортостанда дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрына
       киткән хаҡ Волга яны һәм Урал федераль округының башҡа төбә ктәренә ҡарағанда түбәнерәк.
       Быларҙың барыһы ла дәүләт кимәлендә яҡлау таба, әлбиттә.
       Республиканың Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министры Гемань Әс әҙуллин һүҙҙәре буйынса, һуңғы ун йыл эсендә дәүләт капиталь
       һалымар иҫәбенә йылытыу сығанаҡтарының ҡеүәте бер ярым тапҡ ырға артҡан. Электр селтәрҙәре, һыу үткәреү, канализация сис темалары һәм башҡалар үҫешкән.
       Хеҙмәтләндереү, сауҙа тармағы кеүек үк, баҙар шарттарына тиҙ яраҡлашҡан тармаҡ һанала. Һуңғы ваҡытта бында эшҡыуарлыҡ тың да үтеп инеүе хеҙмәтләндереү сифатының яҡшырыуына булышл ыҡ итә. Бөгөн тармаҡта барыһы биш меңдән ашыу эшҡыуар эшләй һәм күрһәткестең ун проценты улар өлөшөнә тура килә.
       Көнкүреш хеҙмәтләндереү тармағын реформалау һәм финанс я ҡтан да көсәйтеү йүнәлешендә алып барылған эш тә һөҙөмтәләре н оҙаҡ көттөрмәй. Әйтәйек, предприятиеларҙың 70 проценты таб ышлы эшләй. Һөҙөмтә булараҡ, һуңғы ваҡытта тармаҡта эш хаҡта ры ла арты һәм уртаса 3,5 мең һум тәшкил итә.
       Ғөмүмән алғанда, республиканың "коммунальщик" һәм "бытови ктары" профессиональ байрамдарын һөҙөмтәле һәм матур ҡаршыла й.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал