6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Летчиктар урамынан осоусылар
05.11.08


       Хәҙер Өфө кадеттары хәрби эштең башланғыстарын яңы бинала үҙләштерәсәк. Яңыраҡ төҙөлгән корпус Өфөнөң Затон биҫтәһендә Летчиктар урамында асылды. Кадеттарҙы ҡотларға Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев килде.
       Дөйөм майҙаны биш мең квадрат метрлыҡ өс ҡатлы яңы корпустың беренсе ҡатында уҡыу йорто хакимиәте, китапхана, ярҙамсы бүлмәләр урынлашҡан. Өҫтәге ике ҡатта - уҡыу кабинеттары, шулай уҡ хәрби училищелағы кеүек курсанттар өсөн торлаҡ бүлмәләре.
       Өфөлә берҙән-бер кадет мәêтәбе - Муса Гәрәев исемендәге дөйөм белем биреү башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты - 2000 йылдан эшләй. Башта уҡыуҙар Òûíûñëûº урамында ябылған балалар баҡсаһы бинаһында үтә ине. 2001 йылдан кадет корпусы илдең Хәрби-һауа көстәрен юғары уҡыу йортона тиклем әҙерләү системаһына индерелде.
       Мәктәптең социаль педагогы Людмила Нагорная һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн бында 274 курсант - 13-17 йәшлек егеттәр белем ала. Улар араһында тулы ғаиләләрҙән балалар, шулай уҡ етемдәр, приюттарҙа һәм балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр һәм "ауыр үҫмерҙәр" бар. Кадетҡа ете синыфты тамамлаусылар алына. Һуңғы дүрт йылда бында егеттәр 8-ҙән 11-се синыфҡа тиклем белем ала, уларға төп предметтар менән бер рәттән махсус дисциплиналар уҡытыла. Курсанттар хәрби-авиация һәм парашют-десант әҙерлеге үтә, тарихты тәрән өйрәнә, физик һәм строевой әҙерлеккә ҙур иғтибар бүленә. Улар бөтә дәрестәргә лә заказға тегелгән формала йөрөй, уларҙың һәр береһендә кадет значогы һәм танытмаһы бар.
       Мәктәп тулыһынса комплектланған. Людмила Нагорная әйтеүенсә, бында эләгеүе еңелдән түгел, дәғүәселәр етди һайлап алыу үтә. Физик яҡтан көслөләр генә һынау үтә ала. Кадеттар рәтенә инергә теләүселәр һаны йылдан-йыл арта. Әңгәмәсебеҙ һүҙҙәренә ҡарағанда, мәктәпте тамамлаусыларҙың 95 проценты тиерлек хәрби уҡыу йорттарында, күбеһенсә юғары уҡыу йорттарында уҡыуҙарын дауам итә. Был мәктәп "летчиктар" йүнәлешле, шуға ла Н.Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженерҙар академияһы (Мәскәү), А.Ф. Можайский исемендәге Хәрби инженер-йыһан академияһы (Санкт-Петербург), М.В. Захаров исемендәге Рязань юғары хәрби командирҙар училищеһы кеүек хәрби юғары уҡыу йорттарына өҫтөнлөк бирелә.
       Мәктәптә директор Салауат Яҡупов етәкселегендә 25 уҡытыусы эшләй. Унда тәрбиәләнеүселәрҙең хәрби юғары уҡыу йорттарынà инеү проценты, шулай уҡ илдең быға оҡшаш уҡыу йорттары араһында мәктәптең тотороҡло биләгән алдынғы позициялары уларҙың юғары квалификацияһы һәм профессиональ эше тураһында һөйләй. Шулай итеп, быйыл Өфө кадет мәктәбе Балашов ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй авиация-йыһан конкурсында беренсе урын яуланы.
       Мортаза Рәхимов белдереүенсә, бындай уҡыу йорттары республика етәкселегенең айырым иҫәбендә тора:
       - Был Рәсәй традициялары, ә традицияларҙы һаҡларға кәрәк, - тине Башҡортостан Президенты.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал