6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Волейбол

"Урал" күтәрелә башланы
24.10.08


       Өфөнөң "Урал" волейбол командаһы үҙ спорт төрөндә, хоккейҙа "Салауат Юлаев" кеүек, үргә күтәрелергә ынтыла. Беҙҙең оҙон буйлы һәм бейек һикереүсе егеттәребеҙҙең һуңғы матчы ҡатмарлы булырға оҡшаны һәм һөҙөмтәлә шулай булды ла, шуға ҡарамаҫтан 3:0 иҫәбе менән еңеүгә өлгәшелде.
       Беҙҙең волейболда ҡунаҡта еңеү йыш ҡына бик ҡатмарлы була. Үҙ өйөңдә судьялыҡ итеү - беҙҙә таралған күренеш. Ҡунаҡтарға ул бер ниндәй ҙә файҙа килтермәүен үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр...
       "Югра-Самоотлор" - көслө команда. Хәҙер был клуб бик яҡшы уйнай, ә үҙ өйөндә, ярҙам булғанда, - әйтеп тораһы ла түгел. Был миҙгелдә Нижневартовскиҙа ярышташтарға ауырға тура киләсәге асыҡ ине.
       Юрий Коротковичтың командаһы ҡунаҡта ла яҡшы уйнай. Уҙған турҙа төньяҡтар Белгородта быйылғы миҙгел лидерҙарының береһе - бик яҡшы уйынсылар тупланған "Локомотив-Белогорье" клубын еңде.
       Бына "Урал" Нижневартовскиҙа "Югра"ға ҡаршы сыҡты. Көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы, унда ҡунаҡтар яҡшыраҡ уйын күрһәтә алды - 25:20, 25:23 һәм 25:19.
       Статистикаға ярашлы, ҡунаҡтар араһында майҙансыҡта "Урал"дың венгр уйынсыһы Питер Вереш иң яҡшыһы булды. Ул 14 мәрәй йыйҙы һәм бик яҡшы уйын күрһәтте - 17 һөжүмдән 13-ө һөҙөмтәле булды, ә был һөҙөмтәлелектең 76 проценты.
       Беренсе темп был юлы ла удар эшләне. Алексей Казаков менән Леонид Кузнецов һөжүм иткәндә генә икеһенә 13 мәрәй йыйҙы, быға өҫтәп блокта алты мәрәй.
       Хужалар бигерәк тә Владимир Мельниктан ҡурҡты. Уларҙың бурысы был миҙгелдә айырыуса оҫтарған волейболсыны ябыу булды. Ҡурҡҡас, тимәк, ихтирам итәләр.
       Короткевич дөрөҫ күҙаллаған: был юлы Мельник иң әүҙеме булды. "Югра" көслө "урал"ды ҡаплай алды - уның атакаларының 14-е генә һөҙөмтәле булды, был Владимир өсөн бик түбән күрһәткес. Ләкин Мельникка ҙур иғтибар еңеүгә килтермәне - ҡунаҡтарҙың башҡа волейболсылары үҙҙәрен иркенерәк тойҙо.
       Ҡабул итеүҙә тағы ла либеро Виталий Евдошенко ярайһы уҡ һөҙөмтәлелек проценты күрһәтте - 71. Биреүҙә мәрәйҙәр күп булманы. Габриэль Гарднер менән Алексей Казаков ҡына берәр эйс яһай алды.
       "Урал" өсөн уңышлы осрашыуға аңлатма биреп, Владимир Мельник бына нимә тине:
       - "Югра-Самотлор" - көслө команда, иҫәп 3:0 булһа ла, уны еңеү бик еңел булманы. Мин был юлы үҙемдән бик ҡәнәғәт түгелмен, ләкин команда еңде - һәм был иң мөһиме. Хәҙер киләһе ярышташҡа үҙеңде дөрөҫ көйләү бик мөһим. Новокуйбышевскиҙан "НОВА" дүрт матчта отолдо һәм ул уйынға бик тупланған рәүештә һәм асыулы сығасаҡ...
       Нижневартовскиҙағы еңеү "Урал"ды Рәсәй чемпионаты турнир таблицаһында икенсе юлға сығарҙы. Өфөләр өс матч рәттән 3:0 иҫәбе менән еңеүгә өлгәште. "Югра"ға тиклем Сургуттың "Газпром-Югра" һәм Ярославлдең "Ярославич" командалары үҙ өлөштәрен алғайны.
       Беҙ "Урал" клубының генераль директоры Марат Мортазинға шылтыраттыҡ.
       - Марат Флүр улы, өс ышаныслы еңеүҙән һуң күңелегеҙгә рәхәтерәк булып ҡалдымы?
       - Еңелерәк, әммә ныҡ түгел. Артабан икенсе командалар бит. Новокуйбышевтарҙың нимә күрһәтере билдәһеҙ, һуңынан беҙҙе өйҙә лә, ҡунаҡта ла көслө ярышташтар көтә. Плей-оффта беренсе түңәрәкте үтеп, дүрт иң яҡшы команда иҫәбенә эләкһәк, шул саҡта ғына еңелерәк буласаҡ.
       Шулай итеп, 3:0 "Урал"дың яңы яратҡан иҫәбенә әйләнде. Бындай һөҙөмтәләргә ынтылыш - бик ыңғай күренеш. Өфө волейболсыларының алда бик күп ҡатмарлы матчтары тора әле. Улар менән Нижневартовскиҙағыға ҡарағанда ла ҡыйыныраҡ буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал