6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Яҡындағы йылдарға пландар
23.10.08


       Яҡындағы өс йылда, бигерәк тә киләһе 2009 йылда беҙ нисек йәшәрбеҙ? БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында республиканың иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко ошо турала һөйләне. Ул республикабыҙҙың 2009 йылға һәм 2011 йылға тиклем осорға социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау проекты тураһында доклад яһаны.
       Проект ике вариантта эшләнгән. Беренсе варианты - инерцион, икенсеһе - инновацион. Һәр варианттың асылы атамаһында сағылдырылған.
       Беренсе вариантҡа ярашлы, 2009 йылда тулайым төбәк продукты үҫеше 6,2 процентҡа етергә тейеш, ә уның күләме 893 миллиард һум күләмендә күҙаллана. 2010 йылда күләм бер триллион 36 миллиард һум тәшкил итергә тейеш, 2011 йылда - бер триллион 224 миллиард һум. Сағыштырыу өсөн - 2007 йылда тулайым төбәк продукты күләме 620 миллиард тәшкил иткәйне.
       Икенсе - инновацион вариант үҫештең инновацион моделенә күсеүҙе күҙ уңында тота һәм конкуренцияға һәләтле бизнесҡа, юғары инвестицион әүҙемлеккә, банкылар системаһын үҫтереүгә һәм иҡтисад үҫешендә уның өлөшөн күтәреүгә йүнәлеш тота.
       Икенсе вариантҡа ярашлы, 2009 йылда тулайым төбәк продукты үҫеше 7,4 процент кимәлендә һалынасаҡ, ә уның күләме 903 миллиард һум күләмендә планлаштырыла, 2010 йылда - бер триллион 63 миллиард, 2011 йылда - бер триллион 252 миллиард. Инновацион вариантта һалынған үҫеш темптары 2010 йылға тиклем тулайым төбәк продуктын ике тапҡырға арттырыу бурысына тап килә.
       Сәнәғәт производствоһының уртаса йыллыҡ үҫеше яҡындағы өс йылда инерцион вариантта йылына - 4,9 процент, инновацион вариантта 7,2 процент кимәлендә күҙаллана. Төп капиталға инвестицияларҙың уртаса йыллыҡ үҫеше - 8,2 (беренсе вариант) һәм 10,8 процент (икенсеһе). 2009 йылда тауарҙар экспорты күләме 7,5 һәм 7,6 миллиард АҠШ доллары кимәлендә көтөлә. Импорт күләме - бер миллиард 211 миллион һәм бер миллиард 253 миллион.
       2011 йылда халыҡтың реаль табышы 2007 йылға ҡарата 53 һәм 59 процентҡа үҫергә тейеш. Ошо уҡ осорҙа эш хаҡы фонды күләме уртаса ике тапҡырҙан ашыуға артырға тейеш, шул иҫәптән 2009 йылда - 55 процентҡа. Фәҡирлек кимәле 2007 йылда 13 проценттан алып 2011 йылда кәмендә 11,5 процентҡа тиклем кәмергә тейеш.
       2009 йылда рентабелле хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың килеме икенсе үҫеш варианты буйынса 137 миллиард һум суммаһында баһалана, был 2007 йыл кимәленән 26 процентҡа артығыраҡ, ә көтөлгән 2008 йыл планы үтәлешенән 12 процентҡа артасаҡ.
       БР-ҙың 2009 йылға бюджет проектын һәм 2011 йылға тиклем уртаса финанс планын төҙөү социаль-иҡтисади үҫештең икенсе - инновацион вариантына нигеҙләнә.
       2009 йылға бюджет проекты тураһында ентекле итеп БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров һөйләне.
       Ул, бушлай керемдәрҙе иҫәпкә алып, Республиканың табыштар буйынса киләһе йылға тупланған бюджеты 106 миллиард 61 миллион һум күләмендә төҙөлгән, тип белдерҙе. Сығымдар буйынса - 112 миллиард 61 миллион һум күләмендә. Республика бюджеты дефициты алты миллиард һум күләмендә билдәләнгән.
       Сығымдар структураһында социаль сәйәсәткә һәм социаль хеҙмәтләндереүҙәр өлкәһенә сығымдар иң күп өлөштө тәшкил итә - 67 миллиард.
       Бюджет аҡсаһының 80 проценты республика ихтыяждарына тотоноласаҡ, 19,9 проценты - урындағы бюджеттар ихтыяждарына.
       БР бюджетының табыштар структураһында үҙ табыштары 96 процент тәшкил итәсәк, федераль бюджеттан субвенциялар - дүрт процент. Табыштар башлыса һалым йыйымдары иҫәбенә тупланасаҡ, уларҙың өлөшө 75 процент тәшкил итәсәк.
       Дәүләт корпорацияһы - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондынан биш миллиард 408 миллион һум керем һәм алты миллиард 400 миллион һум күләмендә башҡа бушлай керемдәр ҡарала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал