6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Холоҡтары тап килмәгәнме?
23.10.08


       Психологтар һәм ЗАГС хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүенсә, бөтә никахтарҙың яртыһы тиерлек ғаилә тормошоноң тәүге йылдарында тарҡала. Быны раҫлап статистика килтерәбеҙ. Бөтә донъяла 08.08.08 ғаилә ҡороусыларҙан 50 меңдән ашыу йәш пар айырылышыуға документ тапшырҙы ла инде. Йәштәргә һандарҙың сихри көсө лә, мәңгелек мөхәббәт тә ярҙам итмәй булып килеп сыға түгелме?
       Айырылышҡанда кешеләр ауыҙынан яңғыраған иң тапалған сәбәп - "холоҡтарыбыҙ тап килмәне". Ләкин, ҡағиҙә булараҡ, бер кем дә үлгәнсе яратырға тип ант иткән кешеһенең холҡонда тап нимә ҡәнәғәтләндермәүен аңлата алмай.
       Ә был һүҙбәйләнеш совет заманында уҡ барлыҡҡа килгән. Ул саҡта балалары булған ғаилә парҙары суд аша ғына айырылыша алғандар. Ысынлап та, ҡасандыр шатланып кейәүгә сыҡҡан, уны мәңге яратам тип ант иткән кешеңә ҡапыл мөнәсәбәтең ҡырҡа үҙгәреүен судьяға аңлатыуы ҡыйындыр ул. Шуға күрә "холоҡтарыбыҙ тап килмәне" тигән абстракт һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килгәндер. Бер үк ваҡытта бөтөнләй аңлашылмай ҙа, бөтә һорауҙарға ла яуап та бирә. Уның мәғәнәһе тураһында уйлап та бирмәй, был һүҙбәйләнеште барыһы ла ҡуллана башланы.
       Шулай итеп, "холоҡтарыбыҙ тап килмәне" һүҙбәйләнеше мәңгегә айырылышыу өсөн берҙән-бер рәсми сәбәпкә әйләнде. Уны әйтеп, ир менән ҡатын нимәне күҙ уңында тотоуын төшөнөп ҡара... Әйҙәгеҙ, айырылышыуҙарҙың күбеһенең ысын сәбәптәре ниҙә булыуын тикшереп ҡарайыҡ.
       Өйләнеү модаға ингән
       Ғаилә ҡорорға ашыҡҡан йәш кешеләрҙең күбеһе ҡайҙа, нимәгә йәшәйәсәктәре хаҡында уйланып та бирмәй. Улар өсөн иң мөһиме - никах тантанаһы һәм мул байрам банкеты. Ә ҡыҙҙар өҫтәүенә туй күлдәге кейеп ҡарарға хыяллана.
       - Хәҙер өйләнеү ысынлап та модаға әйләнде, - тип иҫәпләй йәш психолог Татьяна. - Күп йәштәр бының ни икәнен һынап ҡарарға теләй. Улар өсөн был үҙенсә бер өлкән тормошҡа аяҡ баҫыу йолаһы. Шулай уҡ күп йәштәр өсөн туйҙан бигерәк матур дата мөһим.
       Бына шунан күп ғаилә парҙарының ваҡыт һынауын үтмәүе килеп сыға ла инде. Кешеләр хатта бер-береһен аңлап та өлгөрмәй айырылыша.
       Мин үпкәләнем
       Бик йыш ҡына кешеләр эс бошоуҙан арый. Ғашиҡ булыу иртәме-һуңмы үтә, һәм тормош үҙ ағышына төшә бит. Ләкин йәштәр үҙ тормоштарын нисек тә төрлөләндереү, үҙ мөнәсәбәттәренә сағыу буяуҙар өҫтәү өсөн бер ниндәй ҙә сара күрергә теләмәй.
       - Йәш кешеләр аралаша, бер-береһен тыңлай белмәй, - ти Татьяна. - Улар мөнәсәбәттәрен яйларға, бер-береһенең фекеренә ҡолаҡ һалырға, юл ҡуйырға һәләтле түгел. Ҡатын-ҡыҙҙар, ҡағиҙә булараҡ, үпкәһен йыйып йөрөй-йөрөй ҙә, һуңынан килтереп "түгә".
       Балалар!
       Йәштәр матур туй, бергәләп оҙаҡ йәшәү, балалар үҫтереү тураһында хыяллана... Ләкин уларҙан күптәре үҙҙәре буй еткермәгән, ғаилә ҡороуға әҙер түгел әле. Улар өсөн туй - сихри әкиәт.
       - Йәштәр өлкәндәрсә фекер йөрөтөргә өйрәнмәгән, - тип иҫәпләй Татьяна. - Улар никахҡа инеп, үҙе өсөн генә түгел, йәнәшәһендәге кеше өсөн дә яуаплылыҡ алыуын аңлап етмәй. Ығы-зығы, ыҙғыш-талаш сыға. Уның сәбәптәрен асыҡлау урынына, йәштәр айырылышыуға ғариза бирергә йүгерә.
       Сығыу юлы һәр ваҡыт бар!
       Әлбиттә, һәр хәлдән сығыу юлын табырға мөмкин. Ябай һәм аңлайышлы ҡағиҙәләргә эйәреп, һеҙ никахығыҙҙы һаҡлай, оҙаҡ һәм бәхетле йәшәй алаһығыҙ.
       Әгәр һеҙҙең арала ыҙғыш-талаш ҡуба, ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа икән, бер ваҡытта ла өндәшмәй ҡалырға ярамай. Ултырып, күңелегеҙгә йыйылған бөтә нәмә хаҡында тыныс ҡына һөйләшергә, аңлашырға тырышығыҙ. Ваҡ-төйәк сәбәптәр арҡаһында ыҙғышмағыҙ. Икенсе яртыңа һәр ваҡыт ғәйеп ташлау урынына, уға матур, иркә һүҙҙәр әйтегеҙ, яҡшы яҡтарын маҡтарға тырышығыҙ.
       Бер-берегеҙгә йышыраҡ байрамдар ойоштороғоҙ, туй, танышыу, беренсе тапҡыр үбешеү көндәрен бергәләп билдәләгеҙ. Шул саҡта ғаилә тормошоғоҙҙа күберәк ыңғай мәлдәр барлыҡҡа килер. Иң мөһиме, сабыр булығыҙ, үпкәгеҙҙе онота белегеҙ.

Елена Колоколова
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал