6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

"Атлант"тан һуң наҙлылыҡ
23.10.08


       "Атлант" менән матчты өфөләр түҙемһеҙләнеп көттө. Еңеүҙәргә тиҙ күнегәһең бит, шуға күрә бик күптәр, был осрашыу "Салауат" чемпион булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатлар һәм бер үк ваҡытта клубты беренсе позицияға ҡайтарыр, тип уйланы.
       Юлаевсылар беренсе шайбаны үткәрҙе, һәм был саҡ ҡына ла борсоманы. "Үҙҙәренә генә насар эшләнеләр" - вердикт шундай булды. Ни өсөн? Сөнки Өфө үҙендә күп тапҡырҙар беренсеһен үткәрҙе, уның ҡарауы, аҙаҡтан ярышташтар ҡалабыҙҙан төшөнкөлөккә бирелеп ҡайтып китә ине.
       Был юлы ла тиҙ генә яуап шайбаһы индерҙеләр. Ян Булистың шайбаһына Андрей Таратухин яуап бирҙе. Ләкин снайпер Александр Королюк бик мәргән ташлай. Иҫәп 1:2, ҡунаҡтарҙың үҙ эштәрен бик яҡшы белеүҙәре күренеп тора. Улар баҫым яһап уйнай, оборонанан тиҙ генә һөжүмгә күсә, үҙ зонаһында оҙаҡ торорға ирек бирмәй һәм сит зонала шайбаны яҡшы тота.
       Ләкин өсөнсө гол "Атлант"тың шәп уйнау түгел, ә аңлайышһыҙ осраҡ һөҙөмтәһе булды. Стив Маккартиҙы ярышташына сәкәне менән эләктергәне өсөн уйындан сығарҙылар. Легионерҙың штраф ваҡыты бөтөп барғанда һыҙғыртыу ишетелде. Трибунанан боҙҙа "Атлант"тың алты майҙан уйынсыһы уйнауы асыҡ күренеп тора. Бик яҡшы, хәҙер һан составын боҙған өсөн уларҙа уйындан сығарыу буласаҡ. Ләкин был нимә? Шундай уҡ ҡылыҡтары өсөн судья юлаевсыларҙы өсәү ҡалдыра. Бәлки, юлаевсылар дүртәү урынына бишәү булғандыр, ләкин ҡунаҡтарға ла яза бирелергә тейеш ине бит.
       Хужалар күпмелер ваҡыт ҡаршы тора алдылар, ләкин һуңынан үткәрҙеләр. Тамашасы судья адресына әсе һүҙҙәр ташлай, ләкин был яҡшы түгел, әлбиттә. Тирә-яҡта ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ултырған саҡта судьяны шулай хор менән һүгергә яраймы инде...
       Шунда уҡ тигәндә Александр Пережогин үҙенең миҙгелдәге 14-се шайбаһын ташлай. 2:3 - насар түгел. Тимәк, өфөләр Рэй Эмериға - Милли хоккей лигаһынан (МХЛ) ҡара тәнле суперҡапҡасыға ла үткәрә ала.
       Ләкин... Эмери бик көслө ҡапҡа һаҡсыһы шул. Уға үткәреү бик ҡатмарлы - бик мәргән ташларға йәки ҡапҡаның асыҡ урынына барып етеп индерергә кәрәк. Әммә юлаевсылар беренсе мөмкинлектә үк ырғыта башлайҙар, ҡапҡа һаҡсыһына бер ниндәй проблема тыуҙырмайҙар - шуға күрә лә үткәрә алмайҙар.
       Икенсе осор аҙағында хәл бөтөнләй мөшкөлләнә. Пирнес дубль яһай, 2:4. Әгәр тәнәфес ваҡытында тренерҙар юлаевсыларҙы һелкетеп алмаһа, "Атлант" еңеү байрам итәсәк.
       Өсөнсө осорҙа һөжүмдә артыҡ ынтылыш һиҙелмәй. Ғөмүмән, "Салауат Юлаев" звеноларының һәр береһе берҙәм механизм кеүек түгел, ә айырым форвардтар кеүек эш итте, әгәр уларҙың намыҫтары булһа, матчты уңышһыҙлыҡҡа дусар итеүҙәрен аңларға тейеш.
       Һөҙөмтәлә Александр Королюк дубль яһай. 54-се минутта 2:5. Ҡайһы бер тамашасылар, әрнеп, трибунаны ташлап сығып китәләр. Көйәрмәндәрҙең күбеһе ҡала, һәм наградаға бер нисә бонус ала: тәүге тапҡыр "Атлант"тың суперҡапҡасыһы Рей Эмери уңышһыҙ уйнай, беҙҙең һаҡсы Кирилл Кольцов "Салауат"тың өсөнсө шайбаһын еңел генә индерә, хужалар ҡотҡарыуға өмөтләнеп һуңғы штурм яһай. "Атлант" аҙсылыҡта уйнай, хужалар ҡапҡа һаҡсыһы Александр Еременконы алтынсы майҙан уйынсыһына алмаштыралар...
       Ләкин был алмаштырыу ярҙам итмәй. Дүртәүгә ҡаршы бишәүләп ҡалһалар, яҡшыраҡ булыр ине, моғайын - ул саҡта, исмаһам, шайба юғалтыу ҡурҡынысы янамаҫ ине.
       - 3:5 - ярай инде, - тип һығымта яһай журналист коллегаларымдың береһе. Ысынлап та "ярай инде", ҡурҡыныс бер ни ҙә юҡ. Тик шуныһы - плей-оффта бишенсе урындан түгел, ә беренсе урындан старт алыу өсөн "Атлант"ҡа ҡаршы матчтарҙа бик шәп уйнарға кәрәк. Кем Рәсәй чемпионы һуң?
       Оборонала бындай уйын һис кенә лә бармай. Чемпиондар лигаһында тағы ла көслөрәк ярышташтар буласаҡ бит.
       Ҡапҡа һаҡсыһы Александр Еременко ғәйеплеме икәнен әйтеүе ҡыйын. Һәр хәлдә донъя чемпионы һәм һуңғы суперлиганың иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы өсөн биш шайба - күп кенә.
       Өс шайба ташлай алыуҙарына һөжүм, ғөмүмән, ҡыуанырға тейеш. Атакала шулай уйнағас, голдар аҙыраҡ та булыуы мөмкин ине. Беренсе Владимир Воробьев - Алексей Терещенко - Александр Пережогин звеноһында ветеран Воробьев урыны- урыны менән яҡшы уйнаманы, тип әйтергә мөмкин. Руслан Нуретдинов - Артем Гордеев - Андрей Сидякин звеноһы тырышты, ләкин был составта тәүге тапҡыр йыйылыу сәбәпле ниҙер эшләй алыуы икеле ине. Шул уҡ Сидякин элек бына тигән снайпер була торғайны, ләкин был миҙгелдә бик аҙ уйнай.
       Константин Кольцов, Алексей Медведев һәм Владимир Антиповтың тарҡаулығы күҙгә ташлана. Өсөһө лә оҫта, тәжрибәләре лә етерлек бит, ләкин үҙ-ара эш итеү түбән кимәлдә. Бер аҙҙан уларҙа аҡҡош, ҡыҫала һәм суртан тарихы башланыр кеүек тойола.
       Андрей Таратухин төркөмөндә Игорь Григоренконың яңы ғына унда күсерелеүе проблема тыуҙырҙы. Партнерҙар бер-береһен насар аңланы. Был звеноның өсөнсө ағзаһы Александр Радулов өмөттө өҙә бара. Был матчта ул, ғөмүмән, килбәтһеҙ уйнаны.
       Уйындан һуң Федор Канарейкин ысын триумфатор кеүек күренде. Шундай ҡәнәғәт, хатта урам яҡтырып киткәндәй тойолдо. Эса Пирнес шатланып автобус тирәләй йүгергеләй, Голливуд йондоҙҙарылай ауыҙы йырылған. Шатланығыҙ- шатланығыҙ әйҙә - һеҙ әлегә алышта ғына еңдегеҙ, ә һуғышта түгел.
       Бөтә ҡунаҡтарҙан интервью өсөн "Атлант" голкиперы Рей Эмери һайлап алынды. Ҡара тәнле канадалы, мхлсыларға хас булғанса, автографтар таратты, һорауҙарға ла сабыр яуап бирҙе.
       - "Салауат Юлаев"ҡа ҡаршы уйындан һеҙҙең тәьҫораттарығыҙ? Матч бигүк ҡатмарлы булманы, буғай?
       - Эйе. Беҙ һәр ваҡыт иҫәптә алда барҙыҡ, ярышташҡа баҫым яһаныҡ һәм теләгебеҙгә ирештек. Беҙгә тәрән оборонаға киткән ябыҡ командалар менән уйнауы күпкә ҡатмарлыраҡ. "Салауат Юлаев" - етеҙ, һөжүм итеүсе команда. Беҙҙең уға ҡаршы осрашыуҙа ҡапҡаны алыу өсөн мөмкинлектәр булды. Беҙ үҙебеҙ өсөн уңайлыраҡ хоккей уйнаныҡ.
       - "Салауат Юлаев" форвардтары тураһында фекерегеҙ?
       - Бик шәп уйынсылар, МХЛ-да уйнағандары ғына түгел, башҡалары ла. Дөйөм алғанда, бында бик яҡшы команда.
       - Һеҙ Рәсәйҙә ярайһы уҡ уйнанығыҙ. Бында килгәнегеҙгә үкенмәйһегеҙме?
       - Бында мин көткәндәгенән хатта яҡшыраҡ. Тик бына бер "әтнәкәһе" бар - "Салауат" башҡа күп ярышташтарҙан күпкә көслөрәк. Башҡа командалар ныҡ ҡына ҡалыша.
       - Йәғни һеҙҙеңсә ике генә лидер - "Атлант" һәм Салауат Юлаев". Бәлки, тағы берәйһе барҙыр?
       - Әйтеүе ҡыйын, күптәргә ҡаршы уйнамағанмын әле. Әлбиттә, лидерҙар араһында "Магнитка"... һәм тағы "Локомотив".
       - Минең ҡарашҡа, һеҙҙең кеүек шундай көслө голкиперҙың килеүе - беҙҙең Ҡитға хоккей лигаһы өсөн ҙур файҙа. Һеҙ көйәрмәндәргә бик тә оҡшайһығыҙ, ә беҙҙең ҡапҡа һаҡсылары үҙҙәренең бөйөк булмауҙарын күрҙе. Шул уҡ беҙҙең Александр Еременко - Канадала донъя чемпионы, бында уйнаған Рәсәй ҡапҡа һаҡсылары араһында иң яҡшыһы бөгөн, моғайын, уға үҫергә лә үҫергә кәрәклеген аңлағандыр...
       - Бында сағыштырыуы ҡыйын. Беләһегеҙме, бер уйынсылар бында яҡшы уйнауы, ә МХЛ-да насар уйнауы мөмкин, йәки киреһенсә. "Салауат" - бик яҡшы команда, ләкин океан артында икенсе хоккей. Унда күберәк көс ҡулланыла һәм бер-бер артлы ташлайҙар, ташлайҙар, ташлайҙар. Беҙҙең форвардтарға бында ҙур майҙандарҙа үҙен күрһәтеүе ҡыйын, улар икенсе төрлөгә күнеккән. Миңә иһә МХЛ-ға ҡарағанда бында еңелерәк, сөнки унда шайба менән ҡапҡа һаҡсыһына яҡшы уйнарға кәрәк, ә был яҡтан мин бик алдырмайым.
       Өфө уйынсыларына урамда һорау бирергә "Салауат Юлаев" етәкселеге тыйҙы. Баҡһаң, беҙҙең хоккейсыларҙан кемдер, асыҡ һауала аралашырға уларға һыуыҡ, тип белдергән. Улай бик наҙлы булғас, йә инде, ҡаршы килмәйек. Әгәр беҙгә кәрәк булһалар - телефондан шылтыратырбыҙ. Әлегә имгәнгән һаҡсы Андрей Кутейкиндың һүҙҙәре менән сикләнәйек. Әйткәндәй, был матчта "Салауат"ҡа ул бик тә етешмәне. Ул һалҡын тейҙереүҙән ҡурҡманы, уйындан һуң урамда таныштары менән аралашты һәм:
       - Ә ниңә, икенсе урын да яҡшы, - тип шаяртты, ләкин һуңынан етди итеп, - беренсе буласаҡбыҙ әле, - тине.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал