6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

Капелла а капелланы йырлаясаҡ
22.10.08


       Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы 40-сы концерт миҙгелен асты. Был ижади коллективтың сығышы Башҡорт дәүләт филармонияһының Бәләкәй залында үтте. Был кистә капелла башҡарыуында тәүге тапҡыр Георгий Свиридовтың "Ладога" кантатаһы һәм Модест Мусоргскийҙың "Үлем йырҙары һәм бейеүҙәре" яңғырарға тейеш ине. Әммә программаны үҙгәртергә ҡарар иттеләр, беренсе бүлектә тамашасыға Антонио Вивальдиҙың "Глория"һын, ә икенсеһендә башҡорт, татар һәм рус йырҙарын тәҡдим иттеләр. Ошо әҫәрҙәр арҡаһында концерт тыңлаусыларға ҡабул итеү өсөн еңел, аңлайышлы килеп сыҡты.
       - Был миҙгелдә беҙ Көнбайыш Европа музыкаһына баҫым яһаныҡ, милли мәҙәниәтебеҙҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ, - тип аңлата программа һайлауҙы хор капеллаһының художество етәксеһе һәм дирижеры Илдар Ишберҙин. - Скрябин һәм Мусоргский яҙмаларын бер аҙ кисектерергә ҡарар иттек. Башҡарыу күҙлегенән улар ҡатмарлыраҡ.
       Хор капеллаһының 40 йылға яҡын тарихында - 2009 йылда коллектив үҙ юбилейын билдәләйәсәк - уның репертуарында 800-гә яҡын әҫәр иҫәпләнә. Уларҙың барыһын да бер концертҡа һыйҙырыу мөмкин түгел. Бөгөн коллективта 45 солист, шулай ҙа, Илдар Ишберҙин әйтеүенсә, проблемалар бар әле.
       - Йырсы ирҙәр етешмәй, - ти ул. - Беҙгә бик тә тенорҙар һәм бастар кәрәк.
       - Репертуарҙың нигеҙен камил эшләнгән композициялар тәшкил итә, уларға инде бер нисә тиҫтә йыл, - ти хор капеллаһы рәйесе БР-ҙың халыҡ артисы Рим Ғарифуллин. - Мәҫәлән, "Аға һыуҙар" татар йыры. Уны стажлы солистар ҙа йырланы, йәш йырсылар ҙа башҡара. Ләкин шул уҡ ваҡытта беҙ репертуарға яңы әйберҙәр индерергә лә ҡурҡмайбыҙ.
       Артист хор капеллаһында уның тәүге көндәренән алып эшләй. Дөйөм алғанда, Рим Карам улының стажы 51 йыл тәшкил итә.
       - 1957 йылдан мин хорҙа йырлайым, - тип һөйләй ул. - Башта художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәгендә шөғөлләндем, һуңынан үҙем уҡыған төҙөлөш техникумы ансамблендә, аҙаҡ килеп, сәнғәт училищеһында белем алыуҙы дауам иттем. Хор музыкаһы мине үҙенә тартты, мин уны ысын күңелдән оҡшаттым һәм бөтә ғүмеремде уға арнаным.
       - Рим Карам улы, әйтегеҙ әле, хор капеллаһы ойошторолған ғына саҡта ниндәй ине һәм хәҙер ул ниндәй?
       - Бөгөнгө программа күпкә ҡыҙыҡлыраҡ. Элек ул совет заманы талаптарына яуап бирҙе - партия, Ленин тураһында композициялар башҡарҙыҡ. Хәҙер капелла репертуарында кешегә мөрәжәғәт ителгән композициялар күберәк, улар күңелгә яҡын, йылы.
       - Хор органға, роялгә ҡушылып, оркестр менән йырлай. Һеҙ ҡайһына өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
       - Беҙгә барыһы менән дә эшләү оҡшай, - тип дауам итә Илдар Ишберҙин. Беҙҙең менән бына тигән дирижерҙар - Рөстәм Сөләймәнов, Таһир Камалов эшләй, улар менән беҙҙе күптәнге ижади мөнәсәбәттәр бәйләй. Әлбиттә, иң юғары нөктә - ул а капелла башҡарыу. Тауыш - ул аккомпанементһыҙ ҙа матур яңғыраған бик нескә ҡорал икәнлеген барыһы ла белә.
       - А капелла итеп ниндәй әҫәрҙәр башҡарыла?
       - Яңыларҙан беҙ бер нисә татар йырын башҡарабыҙ. Былар әлегә бер-ике концертта ғына яңғыраған премьера әйберҙәре.
       - Һеҙҙең тамашасыларығыҙ кем?
       - Беҙгә залда бөтә концерттарға ла йөрөгән таныш йөҙҙәрҙе лә, яңыларын да күреү бик оҡшай. Белеүегеҙсә, филармония абонемент билеттарын һатыуҙы индерә. Шуға күрә өфөләр йышыраҡ беҙҙең концерттарға абонемент буйынса килә.
       - Сығыштарығыҙ йыш буламы?
       - Был миҙгелдә дүрт төп концерт ҡуйылған. Ләкин асҡанға тиклем үк туғыҙ сығыш үткәрҙек. Айырым алғанда, беҙ Башҡортостан Республикаһының яңы гимнын башҡарҙыҡ - тәүҙә Ҡоролтайҙа, һуңынан Халыҡ-ара Аксаков байрамында һәм Республика көнөндә. Бынан тыш, "Волга менән Урал араһы- 2008" Волга буйы, Урал һәм Коми Республикаһы композиторҙарының Бөтә Рәсәй музыка фестивалендә әүҙем ҡатнаштыҡ, унда төрлө йырҙарҙы башҡарҙыҡ.
       - Һеҙ башҡа ҡалаларға гастролдәргә йөрөйһөгөҙмө?
       - Беҙ концерттар менән төрлө төбәктәрҙә сығыш яһайбыҙ, тик йыш тип әйтеп булмай. Әммә даими саҡырыуҙар алып торабыҙ. Мәҫәлән, күптән түгел Прагала һәм Парижда сығыш яһарға, тигән тәҡдим килде, ләкин был килеп сығырмы-юҡмы, мәсьәлә әлегә асыҡ ҡала.
       - Асылған миҙгелдә һеҙҙең өсөн мөһим берәй нәмә көтөләме?
       - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт академия хор капеллаһына уға нигеҙ һалыусы Таһир Сәйфуллиндың исеме бирелһен ине, тип теләйбеҙ. Шуға күрә был сағыу шәхес, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исемен йөрөтөүгә лайыҡлы булыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал