6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Хәҙер мин әсәйемдең тауышын ишетәм...
22.10.08


       - Артем, өйҙө ал әле. Бик яҡшы! Ә хәҙер атты ал. Аттың аяғы ҡайҙа?
       Малай тыңлаусан аҡ халатлы йәш ҡатындың әйткәндәрен үтәй. Юлия апаһы менән Артем аҙнаһына өс тапҡыр осраша. Юлия Каргина - Республика балалар клиник дауаханаһының сурдопедагогы. Ул кохлеар имплантация үткәргән балалар менән шөғөлләнә. Уның тәрбиәләнеүселәре Артем, Ваня, Руслан һәм башҡа бик күптәр йә тыумыштан һаңғырау, йә ауырыу арҡаһында ишетмәй. Имплантант индереү буйынса операция уларҙы тауыштар донъяһына ҡайтарҙы. Өфөлә бындай операцияларҙы йыл ярым элек яһай башланылар. 2007 йылдың июлендә беренсе булып имплантантты өс сабый алды. Шул ваҡыттан алып имплантант индереү буйынса операциялар экзотика булыуҙан туҡтаны. Республика балалар клиник дауаханаһы ҡарамағындағы сурдология үҙәгендә бындай операция кәрәк булған иллегә яҡын бала теркәлгән. Финанс хәстәрлектәрен республика үҙенә алған.
       2008 йылдың башынан алып был операция тағы 26 сабыйҙы тауыштар донъяһына ҡайтарҙы. Өфө хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльвина Хөсәйенова, кохлеар имплантация - актуаль, сөнки йыл һайын республикала 40-50 һаңғырау бала тыуа, шуларҙың 10-һы - Өфөлә, ти.
       Биш йәшлек Руслан Насировҡа сентябрҙә операция яһалған. Тиктормаҫ, ҡыҙыҡһыныусан сабый операцияға тиклем ике бик ҡиммәтле ишетеү приборы йөрөткән. Ләкин улар ярҙам итмәгән. Малайҙың әсәһе Виктория, операцияға шунда уҡ риза булдыҡ, ти:
       - Был операция беҙҙең өсөн ҡотҡарыу сараһы булды. Руслан үтә лә тиктормаҫ малай. Конструкторҙар, мозаика, техника ярата. Хәҙер уның үҙ тиҫтерҙәре донъяһынан айырылмаясағына беҙ бик шатбыҙ.
       Ләкин мөғжизә-операцияға йүнәлтмә алыу өсөн тикшеренеү үтергә кәрәк. Республика балалар клиник дауаханаһы сурдологы Светлана Яковлеваның кабинеты иң заманса техника менән йыһазландырылған һәм ул бигерәк тә физика лабораторияһын хәтерләтә. Датчиктар йәбештерелгән кушеткала сабый - кохлеар имплантацияға кандидат - йоҡомһорай.
       - Беҙ балаға тыуғас та тикшереү үткәрәбеҙ. Сурдология үҙәге иң заманса аппаратура менән йыһазландырылған. Был кабинетта ишетеүҙе билдәләү өсөн бөтә кәрәкле приборҙар бар, - ти Светлана Яковлева. - Пациент урта ҡолаҡ анализаторына тоташтырыла, һәм беҙ мейенең даими модуляцияланған тондарға акустик яуабын тикшерәбеҙ. Бала йоҡлай, ә белгес был ваҡытта мейенең сиртеүҙәр һәм тондар менән стимуляцияға яуап реакцияһын теркәй. Был пациенттың ни тиклем яҡшы йәки насар ишетеүен билдәләргә ярҙам итә.
       Кохлеар имплантация ишетеү һәләтен тулыһынса юғалтҡанда, тыумыштан һаңғырау булғанда һәм дүртенсе дәрәжә насар ишетеүҙә күрһәтелгән. Был ҡатмарлы операция сәғәт ярымдан биш сәғәткә тиклем һуҙыла. Пациенттың ҡолаҡ ҡусҡарына бик бәләкәй имплантант индерелә. "Кохлеар" исеме "ҡусҡар"ҙың латинса атамаһынан алынған. Ҡолаҡтың артына ҙур булмаған прибор - телмәр процессоры нығытыла. Уның йоғонто яһау схемаһы шундай: телмәр процессоры тирә-йүндәге тауыштарҙы тотоп алып, уларҙы электр импульстарына әйләндерә. Импульстар тире аша эске компонентҡа - имплантантҡа үтә. Имплантант электрод рәшәткә контакттарына сигналдар ебәрә, унан улар үҙ сиратында ишетеү нервыһына эләгә. Ә ишетеү нервыһы буйынса сигналдар мейегә барып етә, унда улар тауыш булараҡ ҡабул ителә.
       Ләкин аппаратты алыу менән сабый шунда уҡ үҙенең ишеткән тиҫтерҙәре кеүек булмай. Бик ҡатмарлы реабилитация осоро башлана, ул ете йылға тиклем һуҙылыуы мөмкин. Ул үҙенә имплантантты даими көйләп тороуҙы ла һәм сурдопедагог менән даими шөғөлләнеүҙе лә индерә.
       Тәүге тапҡыр имплантант операция ваҡытында көйләнә. Бер нисә аҙнанан һуң бәләкәй пациент коррекция өсөн саҡырыла. Врач отоларинголог, кохлеар имплантанттарҙы көйләү буйынса белгес Роман Батраков, беренсе көйләү - иң мөһим момент, тип билдәләй.
       - Тоташтырған мәлдән бала яңы тыуған сабый кеүек ишетә, - тип аңлата йәш врач, - йәғни ул тауыштарҙы ишетә, ләкин уларҙы бөтөнләй айыра белмәй. Хатта балаға ете йәки ун йәш булһа ла. Ул тауыштар донъяһында йәшәргә өйрәнерҙән алда яңы тыуған сабый үткән бөтә этаптарҙы үтәсәк. Тауыштарҙы аңлау, уларҙы айырырға өйрәнеү беҙҙең пациенттарға аҡрынлап килә. Һөҙөмтәне аңлау өсөн бер йылға тиклем ваҡыт үтергә тейеш.
       Операциянан һуң тап бер йыл үткәс, белгестәр телмәр процессорының аныҡ көйләнеүен әйтә ала. Ҡайһы берҙә балалар Роман Батраковҡа сираттан тыш - сурдопедагог рекомендацияһы буйынса эләгә. Әгәр Юлия Каргина баланың теге йәки был өндө аныҡ ишетмәүенә иғтибар бирһә, ул сабыйҙы телмәр процессорын төҙәтеүгә ебәрә.
       - Был бик мөһим момент, - ти Роман Батраков. - әгәр балаға уңайһыҙ булһа, бигерәк тә ауырттырһа, уның был процессорға яҡшы ҡарауы икеле. Әгәр сабый кире һөҙөмтә тойһа, ул врачтарға ла, ата-әсәһенә лә ышанмай башлаясаҡ һәм уны киренән ышандырыу сиктән тыш ҡатмарлы буласаҡ.
       Имплантантты көйләү оҙаҡҡа һуҙыла, ҡайһы берҙә хатта сәғәттән ашып китә. Кабинетта сабый менән бергә ата-әсәһе лә ултыра. Ҡаршыла - аппаратура ҡуйылған өҫтәл артында - белгестәр. Аппаратҡа датчиктарҙы тоташтыралар, баланы тынысландыралар. Бик тыныс ҡына, асыҡ итеп һөйләйҙәр.
       - Балалар - бәләкәй артистар, - тип йылмая отоларинголог. - Улар йыш ҡына йә насар ишетелә, йә киреһенсә тип, шаярта башлайҙар. Бындай осраҡта беҙ яңылыш һөҙөмтә алыуыбыҙ ихтимал.
       Роман Батраков - Рәсәй һәм Европалағы төп отоларингология үҙәктәрендә стажировка үткән Өфө врачтары төркөмөнән. Республика балалар клиник дауаханаһы Рәсәйҙә бындай операциялар үткәргән өсөнсө үҙәк булды. Элек бындай күнекмәләргә тик Мәскәү һәм Санкт-Петербург белгестәре генә эйә ине.
       Реабилитация осоро - төрлө методикалар үҙ-ара берләштерелгән ҙур эш. Сабый кешеләр донъяһына тулыһынса яраҡлаша алһын өсөн психология, логопедия, педагогика - барыһы ла эшкә егелгән. Күп сабыйҙар ым-ишара теленә эйә, иренгә ҡарап ышаныслы уҡыйҙар. Шуға күрә Юлия Каргина үҙ пациенттары менән һөйләшкәндә, йөҙөнөң аҫҡы яғын аҡ ҡағыҙ бите менән ҡаплай. Тап шулай ғына ул баланың тап уның тауышын ишетеүенә инана ала.
       - Беҙ, беренсенән, ишетеү һәләтенең үҫешенә иғтибар бирәбеҙ, - тип аңлата Юлия Каргина. - Дәрестәрҙә беҙ баланы тыңларға һәм ишеткәндәренән мәғлүмәт алырға өйрәтәбеҙ. Тауыштарҙы айырырға өйрәтәбеҙ - бына ишеккә шылтырау, бына аяҡ тауышы; бынан тыш, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе айырырға ла.
       Юлия Каргина, балаға һүҙ запасы тупларға кәрәк, ти. Яңы һәм таныш һүҙҙәрҙе ҡабатлап әйтеп, Артем аҡрынлап үҙ телмәр үҫешендә ишеткән бала кимәленә яҡынлаша.
       - Реабилитациялауҙың төп маҡсаты - баланы һөйләшергә һәм аралашырға өйрәтеү, - тип билдәләй сурдопедагог. - Бәйләнеш һәләттәрен үҫтереү - беҙҙең эшебеҙҙә иң мөһиме. Имплантант алғанға тиклем был балалар ым-ишара телендә аралашҡан. Шуға күрә улар ҡапыл ғына тауыш телмәренә күсә алмай. Беҙ аҙнаһына ике-өс тапҡыр шөғөлләнебеҙ.
       Дәрестә мотлаҡ ата-әсәләр ҙә була. Ҡағиҙә булараҡ, балаларҙы әсәләре килтерә. Әммә атайҙар ҙа бында йыш ҡына була. Мәҫәлән, Насировтар бөтә ғаиләһе менән килә. Был яҡшы, белгестәр методиканы баланың яҡындарына өйрәтә ала, ә тегеләре инде өйҙә һөҙөмтәне нығытасаҡ. Камил һөҙөмтә - тулыһынса адаптация - бер нисә йылдан һуң ғына мөмкин. Тулы цикл биш йылдан ете йылға тиклем ала.
       Республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Зөфәр Мортазин, сурдология үҙәгенең киләсәге тап реабилитация методикаларын үҫтереүҙә, тип иҫәпләй.
       - Пландарға килгәндә, бөгөн республиканың сурдология үҙәге менән бәйле актуаль мәсьәләләр тикшерелә, - тип эштәр барышына төшөндөрә Мортазин. - Технология шундай: республика балалар дауаханаһында киҫкен осор үтә - операция яһала. Ә һуңынан пациенттарға оҙайлы реабилитация талап ителә. Хәҙер Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эшкәрткән иң актуаль мәсьәлә - махсус реабилитация үҙәге булдырыу.
       Республикала яңы эксперимент үткәрелә. Кохлеар имплантация үткәргән сабыйҙар имплантатһыҙ балалар менән бер балалар баҡсаһына йөрөйҙәр. Унда улар үҙ тиҫтерҙәре менән һөйләшә, һүҙ запасын тулыландыра, аралашырға өйрәнә ала. Оҙайлы һәм ҡатмарлы процесс. Ләкин бер ата-әсә лә ҡәнәғәтһеҙлеген белдергәне юҡ. Һалынған ваҡыт һәм көс иҫәпкә инмәй - уникаль операциянан һуң баланың музыканы айыра башлауы, ҡоштар һайрауына шатланыуы һәм ғәзиз әсәһенең тауышын ишетеү үҙе генә лә әллә ниҙәргә торошло бит.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал